ЫшанысБеҙ оптимист булдыҡ ғүмер буйы,
Һис тә бирешмәҫкә өйрәндек.
Төкөрмәнек ауыҙ тулы ҡанды,
Тиргәнһәк тә — эстән тиргәндек.
Меҫкенләнеү — ул бит бөгөнгө сир,
Башты эйеү — заман биҙгәге.
Биҙмәйексе һөйөп матурлыҡты,
Һоҡландырһын һәр бер биҙәге.
Ата-баба беҙгә мираҫ иткән
Ҡояшыбыҙ һаман ҡаршыла.
Мәкерҙәрҙән яҡлар тоғролоҡ бар,
Яманлыҡтан һаҡлар яҡшы бар.
Шул уҡ күктәр,
Шул уҡ мәғрур Йыһан
Еребеҙҙе ҡурсый сир-йоттан.
Айыбыҙ ҙа нурлай төнөбөҙҙө —
Гелән ҡаплай алмаҫ болоттар.
Донъя бутаусылар артҡанда ла,
Тормош йәмләүселәр күберәк.
Кемдәрҙеңдер йәнен нәфсе баҫһа,
Кемдәрҙеңдер күңел киңерәк.
Юҡ, иптәштәр!
Юҡ-юҡ, әфәнделәр!
Тормош гөрләй, донъя көтөлә.
Бөгөнгөгә рәнйеп үпкәләүҙәр
Ваҡыт ялҡынында өтөлә.
Яҙмыш тураһындаФани донъяларға тыуғанмын да,
Донъяһына тик тап килмәйем.
Кеше ҡайғырғанда ҡайғырһам да,
Кеше көлгән саҡта көлмәйем.
Тамағы туҡ, өҫтө бөтөнгә лә
Риза булып йәшәй кемдәрҙер.
Мин уйлайым төрлө яҙмыштарҙы,
Уйым менән гиҙәм илдәрҙе.
Өйөм менән илем тыныста ла
Борсоу, хәүеф китмәй күңелдән.
Йөрөй ерҙә һыны ғазраилдың,
Ергә нахаҡҡа ҡан түгелгән.
Йәнем өшөй, тыңлап хәүефтәрҙе,
Өҙөп-өҙөп йөрәк типкәнен;
Уйлап киләсәктә кешелекте
Һәм Ер йөҙөн ниҙәр көткәнен.
Ҡайғырамын ҡурсып башҡортомдо,
Һаҡлай алмағанға телемде:
“Милләт” һүҙе төшкәс паспортымдан,
Өмөтһөҙлөккә мин бирелдем.
Юрамайым, әммә күреп торам
Ваҡ-ваҡ йыныстарҙың бөткәнен;
Миллиардер олигархтарҙың
Үҙ халҡын да ситкә типкәнен.
Бөтә дәүерҙәрҙә туҡталмайҙыр
Яҡшы менән яман алышы.
Тик кешелек мәңге аңламаҫтыр
Аяныслы алғы яҙмышын.
Телевизор Түрҙә йәшник тағы ғәйрәт сәсә,
Ҡурҡыта һәм хәүеф тарата.
Шулай улар халҡын тәрбиәләй,
Ҡупшы алдаҡ менән ярата.
Имеш, батша, башҡа өҫтәгеләр
Алһыҙ-ялһыҙ ил тип тир түгә.
Арыуҙары шыма телдәрендә,
Шыма йөҙҙәрендә күренә.
Үҙҙәренең ҡарар-әмерҙәре
Танау осонан да үтә алмай.
Фәләненсе, төгәненсе тапҡыр
Ҡушҡандары ҡала үтәлмәй.
Йөҙ сирылтып, ҡағыҙ арыҫландар
Ажғырмаҡсы — сыҡмай тауышы.
Вәғәҙәләр, центнерҙарҙы үтеп,
Тонналарға табан ауышты.
Иҡтисади көрсөк һәм мафия
Аяҡ сала алға барышҡа.
Бәғзе төбәк, аҡса һура-һура,
Булып сыҡты сикһеҙ ҡарышҡаҡ.
Йәнәһе лә, илем мыжғып тора
Енәйәтсенән һәм маньяктан.
Имеш, быйыл йәйҙәр иртә килгән,
Имеш, юлға ҡарҙар мул ятҡан.
Көнбайыш та, Ҡушма Штаттар ҙа
Һаман бөйөк ил тип танымай.
Барыбер ҙә килеп етәсәкбеҙ
Капитализмдың таңына.
Беҙ электән билде ныҡ быуғанбыҙ,
Советтарҙы үттек бирешмәй,
Һеҙҙе алла күргән йәш быуынды,
Әфәнделәр, алдау килешмәй.
...Түрбаштағы йәшник өркөтәме,
Гәзиттәрме тағы алдаша:
Ил эсендә тамуҡ ҡайнай төҫлө,
Хәүефтәрҙән зиһен һаташа.
Тамашанан күҙҙәр ҡамаша.
ТөңөлөүНиңә әле миңә ҡотһоҙ тормош,
Ниңә миңә әҙәм донъяһы?
Кисерәһе инде кисерелде,
Янырҙарын бөттөм мин янып.
Кемгә хәжәт минең йөрәк йырым,
Күңелемдең сабый сафлығы?
Ҡайҙа баҡһам — шунда тупаҫ ялған,
Хыянаты, хөсөт, хаслығы.
Ошо донъяла бит төкөрҙөләр
Сылтыр шишмә ише хисемә,
Яҡты ҡояшымды ҡаплап ҡуйып,
Еткерҙеләр ғүмер кисемә.
Дошмандарҙан аяу булмаһа ла,
Дуҫтарымдан таяу тапманым.
Таш атҡанға ашым менән аттым.
Ағыулы уҡ әммә атманым.
Йыртҡыс заттар ғына Ерегеҙҙә
Мыжғып ҡалһын әйҙә, кешеләр!
Хаким һеҙгә — Көс, Мәкер һәм Алдаҡ,
Түрҙе биләр зәһәр, тешлеләр.
Әҙәмдәрем!
Ғәйеп атҡармайым —
Яраманым Ерҙә мин үҙем.
Тотҡан юлым — Изге йәндәр иле,
Хоҙай бирһен һеҙгә көс, түҙем!
Тамғалы заманИл башына килер тамғалы ир,
Ул тарҡатыр һеҙҙе, тигән Ванга.
СССР ярсыҡтары сәсрәп ята,
Ҡайҙа ғына күҙең һалма —
Шул заманға булып тамға.
Ил тарҡатҡан, илен һатҡан мөртәт
Инде, батырмын, тип күкрәк кирә.
Нәжес еҫе сыҡҡан алтындарын
Донъя буйлап сәсә, һибә —
Ул да “йондоҙ” үҙенә күрә.
Донъя мафияһы менән ҡосаҡлашып
Уңға-һулға һирпеп сөсө балҡыш,
Тамғалы ир ситтә байрам итә —
Иленән дә көтөп алҡыш.
Иҫтәр китер, бынағайыш.
Күҙҙәренә һығып йәш сығара:
— Ғәйебем юҡ, шундай ил тарҡалғас,
Бер ҡултамға менән генә һеҙҙе
Илһеҙ итте йүнһеҙ алкаш -
Яфа күрҙем мин, замандаш...
Капиталдың ҡомһоҙ ҡоҙғондары,
Ҡорбан аңдып, урай ҡитғаларҙы.
Тамғалайҙар һәр ер, һәр байлыҡты —
Күсәренән Ерҙе-шарҙы
Ысҡындырмаҡ итәләрме?!
Тамғаланған илдәр; инселәнгән
Ҡол булаһы ҡәүем, халыҡтар ҙа.
Өсөнсөгә донъя яуы бара —
Тамаҡларға алтын һарыҡтарҙы,
Бүлешергә һуңғы байлыҡтарҙы.