Йәш балаларға китап25.05.2016
(“Йософ китабы” көйөнә)
Эй балалар! Боронғо киң ерҙәр бөттө,
Башҡа милләттәр ҡулына кереп китте.
Инде хәҙер уянырға ваҡыт етте,
Ғафил булып ҡалмағыҙ һеҙҙәр имде.
Ата-бабаларығыҙ шул ергә алданып,
Ғүмерҙәрен үткәргәндәр, наҙан ҡалып,
Йөрөгәндәр имза урынына тамға һалып,
Кәкре-бөкрө һыҙғылап улар имде.
Үткәндәр нисек иһә үтте инде,
Бар хәленсә дәүран һөрөп китте инде,
Мәғариф, һөнәр ваҡыты етте инде,
Һиммәт итеп, юлға башлап керегеҙ имде.
Әй балалар! Заман ҡәҙерен бик белеңеҙ,
Шәкертлек сафына тиҙ теҙелегеҙ,
Иртә тороп, мәктәбегеҙгә килегеҙ,
Сәғәҙәт шунда һеҙгә, белегеҙ имде.
Көн дә мәктәпкә барығыҙ, һис ҡалмағыҙ,
Бишмәт иҫке йә йыртыҡ, тип оялмағыҙ,
Донъя зиннәттәренә күҙ һалмағыҙ,
Һеҙгә ғилем, әҙәп зиннәт булыр имде.
Ғәфләттә был көнгәсә ғүмер үткән
Башҡа милләттәр беҙҙе уҙып киткән,
Шөһрәттәре бөтөн донъяны һелкеткән,
Ғилем, һөнәр арҡаһында, белегеҙ имде.
Уҡыуға ҡыйылһағыҙ һеҙ һиммәтегеҙ,
Милләткә күрһәтһәгеҙ хеҙмәтегеҙ,
Беленер һуңыраҡ һеҙҙең ҡиммәтегеҙ,
Милләт шуны был көн һеҙҙән көтә имде.
Балалар! Заманыбыҙ ниндәй хозур,
Мәғарифтан ялтырайҙыр һәр ерҙә нур,
Мәғарифлә нурланып булмаға ҙур
Бик ижтиһад ҡыйлығыҙ һеҙҙәр имде.
Йәшлек ваҡыты алмаҫ, яҡуттан да ғәзиз,
Уның ҡәҙерен, балалар, һеҙ бик белегеҙ,
Тырышығыҙ, бушҡа ғүмер үткәрмәгеҙ.
Йәш ваҡыттар үтһә, кире ҡайтмай имде.