“Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше”25.05.2016
Тәржемә итеү ҡайһы берҙә үҙенсәлекле шиғыр яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Шиғыр – дәрес түгел, йән һыуһыны.
Хәсән НАЗАР.
* * *

Яҙылмаған шиғыр, һин, әйтерһең,
Кисермәгән бәхет шикелле.
Лариса АБДУЛЛИНА.
* * *
Йомошоң төшһә, күрше-күләндәрең
Биреп сығаралар үтескә.
Ә шиғырҙы күршеләргә кереп,
Һорап алып булмай үтескә.
Мөхөтдин ТАЖИ.
* * *
Шиғырым, һин – әрем тәме әйткән,
Көйөп бешкән арыш икмәге.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Яҡшы шиғыр – тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе – алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
Рәшит НАЗАРОВ.
* * *
Яҙыусы хеҙмәте – тылсымлы профессия ул.
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ.
* * *
Яҙыусы булыу (мин бында таланттарҙы күҙ уңында тотам) һәр кемдең үҙ тәбиғи эше, ситтән бирелгән, үтескә алынған йә булмаһа, кеше өйрәткән һөнәр түгел, ә үҙ алдыңа өйрәнгән, һис юҡта, өйрәнә алырлыҡ оҫталарҙан үҙе өйрәнә белеп өйрәнгән һөнәр – оҫталыҡ. Яҙыусы иң башта үҙенә-үҙе мәктәп, институт, университет, академия – башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Назар НӘЖМИ.
* * *
Яҙыусылыҡ – Хоҙайҙан бирелгән ҡомар. Ул саҡ ҡына диуана, саҡ ҡына йүләр, иләҫ-миләҫерәк, башына килгәнен әйтеп, кешеләрҙе тертләтә, һиҫкәндерә, уйландыра. Теүәл кеше яҙыусы була алмай. Ул министр, инженер йә табип була. Ә беҙ – Хоҙайҙың айырым бурысын үтәүселәр, көндәлек тормошта ваҡ мәшәҡәттәрҙән арына алмай, бушамай йөрөгәндәргә донъяның икенсе, башҡа яҡтарын күрергә ярҙам итеүселәр генә.
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН.
* * *
Уҡыу – күп белеүгә, әңгәмә – зирәклеккә, яҙыу ғәҙәте теүәллеккә илтер.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
* * *
Тәржемә – иң яҡшы шиғри мәҙәниәт, тел һәм оҫталыҡ мәктәбе ул.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Танылмаған талант – табылмаған алтын бөртөгө.
Рәшит ШӘКҮР.
* * *
Яҙыусы, хатта ул ниндәй генә уҡыу йортон тамамламаһын, даими уҡымай, үҙенә талапсан булмай, үҙ өҫтөндә эшләмәй икән, иң мөһиме – өҙлөкһөҙ халыҡ йөрәгенә мөрәжәғәт итмәй икән, ул барыбер заман менән тиң баҫа алмай. Заман талабына торош итерлек әҫәр ижад итә алмай.
Зәйнәб БИИШЕВА.
* * *
Оҫта үткер балтаһы менән маҡталһа, яҙыусы образлы теле менән дан ала.
Суфиян ПОВАРИСОВ.
* * *
Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше.
Рәми ҒАРИПОВ.
* * *
Яҙыусы ашап ултырғанда ла эшләй.
Ғәйнан ӘМИРИ.
* * *
Яҙыусының биографияһы ул үлгәс тә дауам итә.
Али КАРНАЙ.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.


Вернуться назад