Тарих һөйләй ҡәбер таштары...25.05.2016
Тарих һөйләй ҡәбер таштары... Мәғрифәтсе, шағир Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың эшмәкәрлеге, йәшәйеше хаҡында гәзит уҡыусыларға хәбәр иткәйнек инде. Тәүге мәҡәлә сыҡҡандан һуң Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы халҡы саҡырыуы буйынса улар менән осрашып, шағир, мәғрифәтсенең ҡәбер ташын яңыртыу, йыйынтығын әҙерләү хаҡында фекер алышҡайныҡ.

Ҡыш үтеп, яҙ етте. Ҡар-һыу ағып китеү менән халыҡ ҡәҙерләп ер ҡуйынына тапшырған шағирҙың ҡәбер ташындағы яҙманы уҡыу маҡсаты менән йәнә Яңы Яппарға юл алдыҡ. Ғалим, тәржемәсе Әхәт Сәлиховҡа рәхмәт – ҡәҙерле ваҡытын табып, беҙҙең менән сәфәргә сығырға ризалашты.
Бөгөнгө заман уҡыусыһы өсөн зыяраттарҙың ниндәй ҙур тарихи ҡомартҡы икәнен әйтеп үтеү, моғайын, кәрәктер. Археологтар элек-электән ҡәберлектәрҙә боронғо табыштарға юлыға, таштарҙағы яҙмаларҙың серен сисә. Яңы Яппар зыяратындағы тарихи ҡомартҡыға тиң ҡәберҙәрҙе күреп, башта бер ни тиклем ғәжәп иттем. Быуаттарҙан ашып һаҡланырлыҡ, ел-ямғырға бирешмәҫлек, шул уҡ ваҡытта соҡоп яҙмалар теркәрлек был таштарҙы халыҡ ҡайҙан тапты икән? Төрлө нағыш, тамғалар ҙа уйып яҙылған, тейешле форма бирелгән был билдәләр бәндәләрҙең ерҙә йәшәп китеүе хаҡында ғына түгел, башҡа мәғлүмәт тә һаҡлай.
Яңы Яппар зыяратында бик күп уҡмышлылар, муллалар ерләнгәнен асыҡланыҡ был көндә. Дөрөҫөн әйткәндә, Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың ошо ауыл зыяратында ерләнеүен белһәк тә, тап уның ҡәбер ташын табыуы еңел булманы. Ғөмүмән, уның шәхесенә, яҙмышына бәйле бик күп фекерҙәр ете йоҙаҡ артында һаҡланған төҫлө тойолдо хатта.
Тарих һөйләй ҡәбер таштары...Баҫылған мәҡәләләрҙең береһендә әйтеп киткәйнем инде: уның бит хатта фотолары ла юҡ. Хәҙрәттең янында йөрөгән, уның менән тығыҙ аралашҡан кешеләрҙең һүрәттәрен таптыҡ, ә уныҡын – юҡ. Хатта уны ҡулға алған, зинданға бикләгән осраҡтар хаҡында ла мәғлүмәт һаҡлана, ә рәсеме юҡ. Иманға һыйынған, бөтә йөрәге менән Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныған шәхес дини талаптар буйынса, моғайын, үҙе лә фотоға төшөүҙән баш тартҡандыр. Сафуан Яҡшығоловтың шиғырҙарын, уның хаҡындағы барлыҡ яҙмаларҙы ҡайтанан уҡып сыҡҡандан һуң, быға бар күңелем менән инандым.
Бер уйлаһаң, бөгөнгө заман кешеһенә уның был ҡарашы аңлашылып та бөтмәүе ихтимал: беҙ әйләнгән һайын фотоға төшәбеҙ, беҙҙең мөхиткә “селфи”, “фотосессия” кеүек яңы һүҙҙәр килеп инде. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, тарих өсөн фотолар фактик материал булараҡ кәрәк булһа ла, рәсемдәрҙең күплеге кешеләрҙән табыныу сығанағы эшләгәненә шаһитбыҙ. Аллаһ Тәғәләгә беҙҙең һүрәттәребеҙ ҙә, матди байлығыбыҙ ҙа кәрәкмәй. Иң мөһиме – күңел сафлығы, күңел байлығы. Йөрәктәребеҙҙә йөрөтөргә тейешбеҙ рухи ҡиммәттәрҙе, шул хаҡта беҙгә йөрәк һүҙен әйткәндәрҙе. Сафуан хәҙрәт Яҡшығолов — тап ана шундай шәхестәрҙең береһе.
“Бәйләнештә” социаль селтәренә лә ҡуйҙым ҡәбер таштарының фотоларын. Фекерле замандашыбыҙ Иршат ағай Ейәнбирҙин да уҡышты таштағы яҙмаларҙы.
Мәғрифәтсе шағирҙың ҡәбер ташы ла, әйтерһең, зыяраттың өҫкө ҡатламынан ер ҡуйынына бирелергә теләгәндәй, ауып, тупраҡ менән ҡапланып бөткәйне. Әммә ауылдаштары, бигерәк тә ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин, дин әһелдәре ярҙамында һалҡын яҙҙың йылынған көндәрендә ер ҡуйынынан соҡоп сығарылды. Аллаһ Тәғәлә риза булһын беҙҙең ғәмәлдәрҙән. Яҡын көндәрҙә Дәүләкән районының бер төркөм эшҡыуарҙары ярҙамы менән Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың ҡәбер ташы ла яңыртылыр, моғайын. Бик күп мәҡәләләрҙә ҡабатланған фекерҙе тағы ла иҫкә төшөрәм: киткәндәрҙең ҡәберен һәм рухи мираҫының ҡәҙерен белеү беҙгә, тереләргә, кәрәк! Ә әруахтар бары доға һәм яҡты хәтергә мохтаж, тип яҙыла изге китаптарҙа. Доға ҡылайыҡ әүлиәләр затынан булған Сафуан Яҡшығоловтың яҡты рухына бағышлап!





Вернуться назад