Төнө буйы ҡарайбыҙ20.05.2016
26 майҙа, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә ярашлы, Өфө амфитеатрында Кино төнө ойошторола.

“Башҡортостан” киносту­дияһы­ның матбуғат хеҙмә­тен­дә хәбәр итеүҙәренсә, ҙур экрандағы тамаша киске сәғәт 6-ла кине­ма­тографтың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы хаҡында һөйләгән ҡыҫҡа роликтан башлана.
Кескәй тамашасылар өсөн анимациялы фильм­дар тәҡдим ителә. Елена Юшкованың “Ауылым Аҡсура” фильмы үҫеп етеп ҡалаға киткән, әммә күңеле менән тыуған еренә тартылған ауыл малайы хаҡында һөйләй. Рим Шәрәфетдиновтың “Тиле бүре”, “Алдар менән күк бүре” һәм “Һунарсы улы” фильмдары ла күптәрҙең күңеленә хуш килер, моғайын. Әйткәндәй, улар халыҡ-ара кинофес­тивалдәрҙә ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәште.
Был көндә амфитеатрҙа шулай уҡ “Башҡортостан” киностудияһының бүтән фильмдары ла күрһәтелә. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” һәм “Пилорама”, Таңсулпан Бураҡаеваның “Өйләнәм” һәм “Ике күрше”, Роман Пожидаевтың “Япраҡ” һәм “Карусель”, Айсыуаҡ Йомағоловтың “Ел аулаусы” фильмдарын ҡарап, ҙур кинәнес табыр.




Вернуться назад