Биш округтың йырлағаны...20.05.2016
Биш округтың йырлағаны... Йыр-моңға дәртле, сәнғәт һөйгән Күсей халҡы элек-электән үҙҙәренең маһирлығы менән күрше ауылдарҙы һоҡландыра торғайны. Ауылдаштарымдың дәртен һәм сәмен тормош ауырлыҡтары ла, эшһеҙлек тә, бер ниндәй көрсөк тә һындыра алмаған, улар ҡыш буйы биш округка бүленеп, йырлап-бейеп сыҡты.


Ауылдың биш депутаты Сәриә Йыһаншина, Дәүләт Ишбирҙин, Фаил Игебаев, Вәхит Абдуллин һәм Юлай Кинйәбаев етәкселегендә Талморон, Һарыҡ тауы, Түбәнге Һаҙ, Йәнтәл һәм Төпкөл (ер-һыу атамалары — авт.) округында йәшәгәндәр аҙна һайын үҙ көстәре менән әҙерләнгән тамаша күрһәтте. Концертҡа күрше Төркмән, Басай, Иҫәнбәт ауылдарынан ғына түгел, хатта Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларынан да тамашасылар йыйылды. Һәр кем ауылдаш­тарының сығышын ҡарарға атлыҡты: алты – алтмыш йәшлек “әртистәр” сығыш яһаған сара һис тә профес­сионалдарҙыҡынан ҡалышманы.
Көнкүреш күренештәрен һүрәтлә­гән, ауылдың проблемаларын сағыл­дырған төрлө интермедиялар тиһең­ме, дәртле бейеүҙәрме йәки күңел сыңдарын ҡуҙғытҡан йырҙармы, күптән онотола барған гармун моңдарымы, әллә ҡумыҙ сыңымы — барыһы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: концертта сығыш яһаусыларҙың күбеһе сәхнәгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫты, хатта ауылдаштары өсөн бәғзеләрҙең сығышы үҙе бер асыш булды. Мәҫәлән, ауыл депутаты Фаил Игебаевтың Баш­ҡортос­тандың халыҡ шағиры Абдул­хаҡ Игебаевтың “Егет булһаң” шиғы­рын шул тиклем тасуири уҡыуы, Илдус Сәғәҙиев менән Мират Йыһаншин­дарҙың моңло йыры барыһын да хайран итте.
Һәр кем үҙ округын алға сығарыу ниәтенән ҡулынан килгәнсә, дәрте еткәнсә тырышты. Йырсылар динас­тияһын дауам иткән Ишбирҙиндар, Замановтар, Баймөхә­мәтовтар ғаилә­һе, Үтәғоловтар һәм Әхмәтовтарҙың бейеүселәре, әле булһа үҙ традицияларына тоғро ҡалып, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай. Алты йәше лә тулмаған Карина Сафиеваға, алтмышта ла йәштәрсә дәртләнеп бейегән Әүхәҙи Ыласыновтарға нисек һоҡланмай­һың да устарың арығанса сәпәкәйләмәйһең инде?!
Ысынлап та, ярыш сәме ситтә йә­шәгән ауылдаштарҙың да йөрәктәренә ут һалған, улар туғандары өсөн көйөп-янып, һәләтле балаларын да сығыш яһатырға алып килгән. Ҡыш буйы йырлап-бейеп сыҡҡан күсейҙәр ауылдаштары өсөн иң яҡшы сығыштарҙан торған гала-концерт тәҡдим итте. Тамашаны йомғаҡлап, ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина сәмле ярыштың дауам ителәсәген белдерҙе. Тик был юлы ихаталарҙы таҙартып, йортон матурлап йәшәгәндәр үҙ-ара һынау тотасаҡ. Шулай уҡ сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәүҙе пропагандалап, спорт менән шөғөлләнгәндәр араһында ла округ-ара бәйге иғлан ителде.





Вернуться назад