Хайран ҡалды ете ҡыҙға Алтай20.05.2016
Хайран ҡалды ете ҡыҙға Алтай 10-14 майҙа Таулы-Алтай ҡалаһында “Филология. Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте (төрки төркөм)” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте. Саха (Яҡут), Тыва, Хакасия, Ҡаҙағстан, Таулы-Алтай тарафтарынан килгән бәйгеселәр араһында Башҡорт дәүләт университеты командаһы еңеү яуланы. Олимпиадала Башҡортостандан шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары ҡатнашты.
Республиканың данын яула­ған еңеүсе ҡыҙҙар – Башҡорт фило­логияһы һәм журналистика фа­куль­те­тының II һәм III курс студенттары Гүзәлиә Әлимғужина, Наҙгөл Билалова, Ғәлиә Ғиләжетдинова, Илиза Имашева, Айзилә Мусина, Ләйсән Шакирова. Олимпиадаға улар фи­ло­логия фәндәре кандидаты, доцент Рәмилә Йәнмырҙина етәк­се­ле­гендә бара.
Халыҡ-ара статус алған был сара быйыл 10-сы тапҡыр үткәрелә. Унда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы даими сығыш яһай, был йүнәлештә Алтайҙың һәм Башҡор­тостандың белем усаҡтары араһында хеҙмәт­тәшлек тураһында киле­шеү төҙөл­гән.
Бер ай дауамында барған етди әҙерлек һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Ҡыҙҙар алыҫ юлға сығыр алдынан төрки телдәрҙең фольклоры, әҙәбиәте буйынса белемдәрен нығыта, Баш­ҡор­тостан, Өфө, БДУ тураһында сағыу презентация эшләй. Һуң­ғыһын олимпиада сик­тәрендә уҙға­рылған Төрки тел­дәр фестива­лендә тамашасы иғтиба­ры­на тәҡдим итә­ләр. Унда “Башҡор­тостан” йырын башҡарып, “Урал батыр” эпосын алты телдә яттан һөйләйҙәр. Ә Гү­зәлиә Әлимғужина “Ҡурай”, “Күгәр­сен” бейеүҙәрен башҡара.
– Таулы-Алтайға сәйәхәтебеҙ күңелдә онотол­маҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыр­ҙы. Уҡыу йылын ошолай уңышлы тамамлауыбыҙ өсөн бик шатбыҙ, уҡытыусылар­ыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Олимпиада ике этаптан торҙо. Беренсеһендә төрки телдәренең сағыштырмаса-тарихи грамматикаһы, классифи­кацияһы, төҙө­лөшө, Орхон-Йәнәсәй яҙмалары буйынса һорау­ҙарға яуап бирҙек, рун яҙмаларын тәржемә иттек. Икенсе этапта төрки халыҡтарының әҙәби­әтенә, фольклорына ҡағы­лыш­лы белемебеҙ тикшерелде. Һорауҙар араһында билдәле төркиәтсенең йә ғалимдың исеме килеп сыҡһа, уның тормошо, ижады, хеҙмәттәре тураһында тулы мәғлүмәт тә бирергә тейеш инек. Был эштәр иң ауырҙарҙан булһа ла, командабыҙ күп мәрәй йыйҙы, – ти Айзилә Мусина.
Бәйгеселәр араһында Ләйсән Шакирова исемле һылыу ҙа бар. Ул I курстан башлап “Ахмаҡлыҡ” концепты буйынса ғилми эшмәкәрлек алып бара. Етәксеһе филология фәндәре кандидаты, доцент, кафедра мөдире Рәмилә Хөснөтдинова ярҙамында мәғлүмәттәр йыя. Олимпиада барышында үткәрелгән конференцияла ҡатнашыу Ләйсәнгә тәжрибә, ғилем туплау өсөн ҙур мөмкинлек булған.
Сығыштарынан һуң БДУ командаһы барлыҡ тамашасыларҙы, ҡунаҡ­тарҙы Башҡор­тостандан алып барған милли ризыҡтарыбыҙ сәк-сәк, ҡыҙыл эремсек, бал, ҡорот менән һыйлаған.
Фестивалдән һуң хужалар барлыҡ ҡунаҡтар өсөн Чемаль районына ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторған. Студенттар әйтеүенсә, Алтайҙың хозур тәбиғәте бер кемде лә битараф ҡалдырмаған. Ҡала буйлап сәйәхәт иткәндә ҡыҙҙар төрлө музейҙарҙы, шулай уҡ Алтай һылыубикәһе Укоктың ҡәберен күргән.
– Командабыҙҙағы бер ҡыҙ ҙа белем, тәбиғи һәләттәр буйынса һынатманы. Фестивал­дә өс башҡорт командаһы булды, барыһы ла лайыҡлы, юғары кимәлдә сығыш яһаны. Башҡалар алдында халҡыбыҙҙы данлап ҡайттыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша етәк­селәре Рәмилә Йәнмырҙина. – Ошондай мөмкинлек биргәне өсөн ректорыбыҙ физика-математика фәндәре докторы, профессор Николай Морозкинға, уның уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары биология фәндәре докторы, профессор Юлай Янбаевҡа, факультетыбыҙ деканы филология фәндәре докторы, профессор Риф Әхмәҙиевкә һәм барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.






Вернуться назад