Театрҙар менән ҡыҙыҡһынһаң…18.05.2016
Башҡортостандың Китап палатаһы фондына Азалия Балғазинаның “Башҡортостан театрҙарының режиссерҙары” тигән китабы инде. Ул 2014 йылда “Арҡайым” нәшриәтендә баҫылған. Жанры – биобиблиографик белешмә.

Китап палатаһының сектор мөдире Сажидә Бишева әйтеүенсә, китапта Башҡортостан театрҙарындағы режиссерҙар тураһындағы бик күп мәҡәләләр тупланған. Ситтән саҡырылған ҡайһы бер Рәсәй һәм сит ил режиссерҙары, театр педагогтары хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. 1919–2014 йылдарҙы үҙ эсенә алған белешмә Башҡортостандың Үҙәк тарих архивында, йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк архивында, театр музейҙарында, шәхси архивтарҙа һаҡланған документтарҙы, матбуғат баҫмаларындағы, Китап палатаһындағы һәм китапханалағы материалдарҙы өйрәнеү нигеҙендә төҙөлгән. Шәхестәр хаҡындағы мәҡәләләрҙе әҙерләгәндә биографик белешмәләр, театрҙарҙа ҡуйылған спектаклдәр, кино һәм телевидениелағы эштәр тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланылған. Республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә, сит ил сәхнәләрендә ҡуйылған спектаклдәр ҙә телгә алына.
Сағыу биҙәлгән китап театр, музыка, әҙәбиәт белгестәренә, тарихсыларға, театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһына ла оҡшар, моғайын.


Вернуться назад