Башҡорт рухы – донъя сәхнәһендә18.05.2016
Башҡорт рухы –  донъя сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм “Арғымаҡ” этно-төркөмө быйыл Мексикала уҙғарыласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша.

27 июлдән 17 авгусҡа тиклем төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре йыйыла был илгә. Башҡортостан артистары Закатекас һәм Мехико ҡалаларындағы майҙансыҡтарҙа берлектәге концерттар менән сығыш яһаясаҡ. Рәсәйҙән сараға Пермь крайы коллективы ла юллана.
Бер сәғәтлек программала ғәскәровсылар коллективтың алтын фондындағы тиҫтәгә яҡын башҡорт бейеүен күрһәтәсәк. Артистарыбыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын рәсми асыу тантанаһында ла сығыш яһаясаҡ.
Сараның аҙағында Фольклориада эстафетаһы республикабыҙҙың рәсми делегацияһына тапшырыласаҡ.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль етәксеһе Филүз Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, Мексика өсөн әҙерләнгән концерт программаһы башта Өфө тамашасыһына күрһәтеләсәк. Сара 15-16 июндә ансамблдең концерт залында уҙғарыла.


Вернуться назад