Фольклориада: нимә ул? Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?18.05.2016
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә? Күңел инженерҙары йәшәй Урал төбәгендә. Былай тип әйтеүҙең сәбәбе лә бар. Башҡорттар йырлай ҙа бейей тигән фекер белдерәләр, республикабыҙҙа фольклорға, халыҡ ижадына бәйле сараларҙың йыш ойошторолоуына ҡарап. Әммә тап ҡурай, өзләү кеүек милли моң сығанаҡтарын, Салауат йыйыны, Балаҫ, Һандыҡ, Шәл, Кейеҙ байрамдарын, милли кейемдәр, уҡсылар мәктәбен, этнотөркөмдәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйып, халыҡ ижадын һәр төрлө жанрҙа пропагандалағаны өсөн лайыҡ булманымы икән бындай иғтибарға, хөрмәткә Республика халыҡ ижады үҙәге, тип уйландым, 2020 йылда донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәгебеҙҙе ишеткәс. Балаларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, сәсәндәр мәктәбе тергеҙелеүе, “Байыҡ” телевизион бейеү фестивале, ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында милли асылыбыҙҙы мөмкин тиклем тулы яҡтырта алыуыбыҙ – быларҙың барыһы ла рухиәтебеҙ мәнфәғәтендә эшләнә.
Ә инде төбәктә йөҙҙән ашыу милләт йәшәп, уларҙың һәр береһе үҙенең асылын һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкәнен дә иҫкә төшөрһәк, Башҡортостандың рухи мәртәбәһе тағы ла нығыраҡ асыла. Сыуаш, мари халыҡтарының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тап беҙгә килеп өйрәнә милли фольклор буйынса шөғөлләнгән ғалимдар. Хәйер, был хаҡта оҙон-оҙаҡ бәйән итергә була. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас ИШБИРҘИН менән донъяуи сара хаҡында әңгәмә ҡороуыбыҙ “фольклориада”ны тулыраҡ асырға ярҙам итер, моғайын.



Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Байрас Вәли улы, фольклориада үткә­реү өсөн тап Башҡортостан һай­ланыуы нимәгә бәйле? Рәсәйҙә милли республикалар күп, әммә нәҡ Урал төбәгенә үҙенең асылын сағылдырыу мөмкинлеге йылмайған, тип әйтә алабыҙмы?
– “Ни өсөн Башҡортостан?” тигән һо­рауға яуап бирер алдынан был мәсьәләгә бер аҙ икенсе яҡтан ҡарарға кәрәк. Беренсенән, беҙҙең илдә былтыр ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары үтте. Беҙҙең ил тигәндә, донъя кимәлендәге был сараның тап Башҡортостан ерендә, Өфөлә, үтеүе хаҡында бөгөн Ер шарының һәр төбәгендәге халыҡ хәбәрҙар, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Киң ҡоласлы сәйәси йыйындың юғары кимәлдә ойошторолоуы, уҙыуы менән республикабыҙ лайыҡлы ғорурлана ала. Был хаҡта һәр төрлө матбуғат сараларында ла яҙылды: ил башлыҡтары Башҡортостанда үткән са­раның бар яҡлап әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Саммиттар барышында төбәк үҙен­сәлекле сәнғәт һәм мәҙәниәт коллективтары менән танылды, матди база ла ҡәнәғәтләндерҙе. Тимәк, Өфө артабан да мәртәбәле саралар үткәреү майҙаны булырға тейеш ине. Фольклориада тура­һындағы мәғлүмәт етәкселектә хуплау тапты. Тиҙ арала Бөтә донъя фольклориада – халыҡ ижады фестивален республи­кабыҙҙа уҙғарыу ниәте менән Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона мөрәжәғәт әҙерләнде. Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто иһә Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советына (CIOFF) Башҡортостан Республикаһында халыҡ ижады үҫеше, донъяуи саралар ойоштороу тәжрибәһе, кимәле, ошо халыҡ-ара совет ярҙамында “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестиваленең уңышлы үтеүе тураһында тәфсирләп хат яҙҙы.
– Тимәк, башҡаларға уйланырға ваҡыт ҡалмаған һәм “Башҡортос­танмы, Алтаймы, Саха-Яҡутмы йәки башҡа төбәкме?” тигән һайлау алдында тормаған ойоштороусылар, ә фольклор сараларын тергеҙеү, уҙға­рыу буйынса ҙур тәжрибәһе булған республикабыҙ менән алдан уҡ танышҡан?
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Эйе, тап шулай. CIOFF бөтә донъяла традицион халыҡ ижады фестивалдәрен көйләү, ойоштороу, координациялау, берҙәм тәртипкә һалыу менән шөғөлләнә. Донъяның һәр ҡитғаһында үткәрелгән мәҙәни, халыҡ сәнғәте саралары инә ул ойошма ҡарамағына. Үҙенә күрә Олимпия комитеты һымағыраҡ ойошма. Халыҡ-ара совет ҡарамағында Рәсәйҙә алты фестиваль үтә, алда әйткәнемсә, “Берҙәмлек” тә шулар иҫәбенә инә. Был саралар исемлеге – үҙе үк сифат кимәле күрһәткесе.
Ә Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто – CIOFF-тың беҙҙең илдәге вәкиле. Тәҡдим ителгәндән һуң, былтыр октябрҙә Перу Республикаһында уҙасаҡ Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советының генераль ассамблеяһына саҡырыу алдыҡ. Тап ошо сарала беҙ Башҡортостан менән таныштырып, исем туйы эшләргә, ыңғай имидж тыуҙырырға бурыслы инек. Перула 62 ил вәкилдәре дөйөм мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышты һәм шул арала 2020 йылда үтәсәк фольклориаданың урынын да билдәләргә тейеш ине. Беҙгә бүленгән ваҡытта рес­публикабыҙ, уның мәҙәниәте, сәнғәте менән таныштырҙыҡ, үҙебеҙҙең мөмкин­лектәр хаҡында һөйләнек, теләгебеҙҙе белдерҙек. Ассамблея ағзалары алдында был һорау тауыш биреүгә ҡуйылды, һәм улар берҙәм рәүештә 2020 йылда фольклориада Башҡортостанда үтһен тигән теләк белдерҙе.
– Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы фольк­лориадаһының быға тиклем ҡайһы илдәрҙә үткәрелгәне бар? Аңла­уымса, дүрт йылға бер ойошторола был сара.
– Эйе, фольклориада дүрт йылға бер үтә. Быға тиклем ул Корея, Венгрия, Голландия, Япония илдәрендә ойошторолған. Һәр йыйынға илленән алып етмешкә тиклем дәүләт саҡырыла. Быйыл, мәҫәлән, Мексикала 72 ил ҡатнашасаҡ. Һәр илде бер генә коллектив күрһәтә ала.
– Быйыл Мексикала Рәсәйҙе, тимәк, Башҡортостан күрһәтә?
– Юҡ, беҙ генә түгел. Рәсәйҙән ике коллектив бара быйыл. Пермь крайының йәштәр бейеү ансамбле лә ил исеменән сығыш яһай. Ә Башҡортостан, 2020 йылда фольклориаданы ҡабул итеүсе булараҡ, махсус ҡунаҡ рәүешендә саҡырылды. Был сарала республика исеменән сығыш яһау өсөн Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен һайланыҡ.
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле профессиональ төркөм дә инде...
– Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы фекерен­сә, фольклориада – ул бөтә донъяла булған халыҡ мәҙәниәте. Уға тел дә, бейеү ҙә, музыка сәнғәте лә, музыка ҡоралдары ла, шулай уҡ профессиональ сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижады ла инә. Халыҡ мәҙәниәте улар өсөн – фольклор. Тимәк, әгәр берәйһе халҡының милли костюмын кейеп йырлаһа йә бейеһә, халҡының ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтһә, хатта профессиональ кимәлдә бейеһә лә – быларҙың барыһы ла фольклор. Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советының идеяһы буйынса “фольклориада” тигән һүҙгә бик ҙур һәм киң мәғәнә һалынған. Фольклор тигәндә беҙ был һүҙҙең ниндәй тәрән фекерле, күп яҡлы, тармаҡлы икәнен дә күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ.
– Тимәк, халыҡты ҡайһы өлкәлә булһа ла асҡан сәнғәт төрө фольклор булып сыға. Дөрөҫ аңланыммы?
– Эйе, тап шулай. Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советының ҡарашы шулай. Беҙ ҙә уларҙың фекерен уртаҡлашабыҙ. Хәрби йолалар, кейенеү мәҙәниәте, тарихҡа бәйле байрамдар, аралашыу этикеты – барыһы ла халыҡтың асылын сағылдырыуы ихтимал.
– Беҙҙә үтәсәк сарала ҡатнашыу­сы­лар Башҡортостандан ғына була­мы, әллә Рәсәйҙең башҡа тө­бәк­тәренән дә вәкилдәр саҡырыламы? Күрше билә­мә­ләрҙә йәшәгән, милли үҙенсәлеген һаҡлаған милләттәштәребеҙ ҙә буламы?
– Башҡортостанға шулай уҡ төрлө ил вәкилдәре киләсәк. Беҙҙең республикала 20 мең коллектив, уларҙың бөтәһе лә ҡатнаша алмай, әлбиттә. Мотлаҡ һайлап алыу турҙары буласаҡ. Шунан фолькло­риаданың бер үҙенсәлеге бар. Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы был сараға мөмкин тиклем күп төрлө коллективтарҙы, үҙен­сәлекле сығыштарҙы йыйырға тырыша. Беҙҙә, моғайын, йәмғеһе 100-ҙән ашыу төркөм йыйылыр, тип уйлайбыҙ. Уларҙың барыһы ла Башҡортостандың төрлө төбәгендә, ҡалаһында, район үҙәгендә сығыш яһаясаҡ. Ойоштороу комитеты график төҙөп, маршрут эшләп, килгән ҡунаҡтарҙы төркөмдәргә бүләсәк һәм ике аҙна эсендә бөтә муниципаль берәмектәр бер үк ваҡытта фольклориада ҡатна­шыусыларын ҡабул итәсәк.
– Ниндәй халыҡ ижады төрҙәре менән танышасаҡ килгән ҡунаҡтар?
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Башҡортостан күп жанрлы халыҡ ижады менән дан тота. Йыр, бейеү башҡарыу, музыка ҡоралдарында уйнау булһынмы, кейеҙ баҫыу, ҡурай әҙерләү, ҡайып сигеүҙе, балаҫ һуғыуҙы алайыҡмы – ошо юҫыҡта бирелеп эшләгән белгестәр, оҫталарыбыҙ бар. Көтөп алынған оло мәҙәниәт фестивален һәр төбәктең ҡабатланмаҫ мираҫы менән яҡындан таныштырыу мөмкинселеге бирәсәк беҙгә. Сөнки, алда әйткәнемсә, байрам бит урындарҙа барасаҡ.
Ҡатнашыусыларҙан тыш, был байрамға туристарҙы йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола. Тимәк, улар ҙа Башҡортостандың тәбиғәте, мәҙәниәте, тарихы менән танышып ҡайтырға тейеш. Аллаға шөкөр, Башҡортостанда халыҡ ижады үҫешкән, коллективтар ҙа етәрлек, кәсептәр ҙә үҙенсәлекле. Һәр район фольклориадаға ҙур концерт программаһы әҙерләргә тейеш. Һабантуйҙар беҙҙә нисек үтә, был байрамда ана шулай рух күтәренкелеге, милли уйындар, аш-һыу, кәсепселәр, халыҡ сәнғәте вәкилдәре сығышы, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу булыр тип күҙ алды­быҙға килтерәбеҙ. Маҡсаттарыбыҙ әлегә ошолайыраҡ, Башҡортостан, уның халҡы, башҡорт милләте менән мөмкин тиклем нығыраҡ танышып, уларҙы үҙ итеп, яратып ҡайтырға тейеш килгән ҡунаҡтар.
– Гала-концерт та булалыр, моға­йын?
– Беренсе һәм һуңғы көндәрҙә байрамды асыу һәм ябыу тантаналары үтәсәк. Өфө ҡалаһында саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла сығыш яһарға тейеш тигән уйыбыҙ бар әлегә. Мексикала сара үткәс, байраҡ-штандарт беҙгә тапшырыласаҡ.
Унда сара уҙғандан һуң, беҙ ойошто­роусыларҙы көҙөн үҙебеҙгә саҡырып, үҙебеҙҙәге шарттар менән танышты­раһыбыҙ бар. Ана шунан һуң ғына, кәрәкле документтарға ҡул ҡуйылғас, был сарала Фольклор һәм традицион сәнғәт фести­валдәре халыҡ-ара советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады үҙәге етәкселегендә беҙҙең маҡсаттар билдәләнәсәк. Беҙ әлегә үҙебеҙҙең идеялар, теләктәр, маҡсаттар хаҡында ғына һөйләй алабыҙ бөгөн.
– Һабантуй һымаҡ үткәс, ябай халыҡ та был сарала ҡатнаша ала, тимәк?
– Тәү сиратта халыҡ-ара фестивалдәр халыҡ өсөн ойошторола. Шуға күрә урындағы халыҡ байрамдың уртаһында йөрөйәсәк.
– Мексикала әҙерлек нисек бара?
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Быйыл февралдә беҙ унда барып ҡайттыҡ. Мексикала августа үҙҙәрендә үтәсәк сара хаҡында ҡабул итеүсе ил һәм Фольклор һәм традицион сәнғәт фести­валдәре халыҡ-ара советы вәкилдәре ҡатнашлығында етди, ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Бында Рәсәй Федерацияһынан тәжрибә уртаҡлашыр өсөн беҙ ике кеше барғайныҡ. Ниндәй эштәр атҡарылған, ниндәй проблемалар бар, әҙерлек кимәле тураһында барҙы фекер алышыуҙар.
Мексика сараға бик әүҙем әҙерләнә. Әлеге мәлдә йәшәү, туҡланыу, сығыш яһау урындары билдәле. Ҡайһы штатта ниндәй коллектив сығыш яһаясағы тураһында график та эшләнгән. Быйыл июль аҙағында – август башында Мексика фольклориаданы ҡабул итәсәк. Закатекас ҡалаһы урамдары буйлап халыҡ милли кейемдәрҙә үтәсәк. Шунда уҡ һәр бер майҙансыҡта донъя коллективтары сығыш яһаясаҡ, кәсептәр күрһәтеләсәк. Шунан бер аҙнанан һуң бөтә коллективтар Мексиканың ун ете штатына тараласаҡ. Фольклориаданың икенсе этабы шунан төбәктәрҙә дауам итәсәк. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡалар менән бергә ике аҙна дауамында үҙенең сығыштары аша республикабыҙ халыҡтары бейеүҙәре менән танышты­расаҡ. Ә инде 14 августа бөтә коллективтар Мехико ҡалаһына йыйылып, ҙур тамаша ойоштороласаҡ.
Әлеге мәлдә Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө лә унда үтәсәк сараға әҙерләнә. Уларҙың сығышын халыҡ ярата, сит илдә лә йылы ҡабул итерҙәр, тип ышанабыҙ.
Ижади төркөмдән тыш, республиканан рәсми делегация ла был сарала ҡатнашып, фольклориада менән танышасаҡ, штандартты ҡабул итәсәк һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуясаҡ.
– Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы вәкилдәре араһында кемдәр бар? Ил башлыҡтары, мәҙәниәт министрҙары юҡмы?
– Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы – йәмәғәт ойошмаһы.
– Бөтә донъяла глобалләшеү процесы бара. Был хаҡта Интернет, матбуғат баҫмалары, радио-телевидение саң ҡаға. Милли үҙенсәлектәрҙең юғала барыуы хаҡында һөйләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре халыҡ-ара советы, донъя халыҡтарын йыйып, фольклориада ойоштора. Был нимә ул?
– Был ер йөҙөндә йәшәгән һәр мил­ләттең үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡларға, үҫтерергә хоҡуғы бар тигән һүҙ. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында фольклориада ойошторолоуы бик ҙур ваҡиға буласаҡ. Халыҡ-ара хәл-торошҡа иғтибар итһәк, тотороҡлолоҡ етмәй, донъялар тыныс түгел, әммә быға ҡарамаҫтан Фольклор һәм традицион сәнғәт фести­валдәре халыҡ-ара советы етәкселәре һәм ошо ойошмаға ҡараған башҡа ил вәкилдәре Башҡортостан өсөн тауыш бирҙе. Ассамблеяның етәкселәре әйте­үенсә, улар сәйәсәттән ситтә тора. Улар тик донъя халыҡтары ижады, сәнғәте, мәҙәниәте менән шөғөлләнә, уларҙы үҫтереү, пропагандалау өсөн төрлө саралар ойоштора. Башҡортостан өсөн тауыш биреп, донъяның мәҙәни йәмәғәтселеге тап халыҡ ижады менән шөғөлләнеүен иҫбатланы.
Фольклориада: нимә ул?  Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?– Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт – ул бит үҙе ҙур сәйәсәт!
– Эйе, халыҡ сәнғәте, үҙ-ара мәҙәни күперҙәрҙә осрашыу һәм аралашыу – ул үҙе юғары, миһырбанлы, рухи сәйәсәт. Фольклор һәм традицион сәнғәт фести­валдәре халыҡ-ара советының маҡсаты бик изге, был сараның беҙҙең халыҡ өсөн файҙаһы булыр тип өмөт итәм. Ассамблея ойошторған 300-ҙән ашыу фестивалдә Рәсәйҙең бик күп коллективтары ҡатнаш­ҡаны бар, улар аша донъя йәмәғәтселеге беҙҙең илдең фольклоры, халыҡ ижады кимәленең юғарылығын таный. Шуға күрә 2020 йылда Башҡортостан үҙенең халыҡ таланттары менән барыһын да таң ҡалдырыр тигән өмөттәмен.
– Мәҙәниәттәр өсөн тылмас кәрәк­мәй, тиҙәр. Шулай ҙа тәржемәселәр йәлеп итеү ҙә ҡаралғанмы?
– Әлбиттә. Унһыҙ булмай. Халыҡ-ара саралар үткәреүҙең үҙ талаптары бар. Нисәмә ил ҡатнаша, шунсама телдән тәржемәсе лә буласаҡ. Һәр дәүләт вәкилен беҙ үҙебеҙ тылмас менән тәьмин итергә бурыслы. Фольклориадаға ирекмәндәр ҙә йәлеп ителәсәк. Хәүефһеҙлек, һаулыҡ һаҡлау яғынан да беҙ уларҙы тәьмин итергә тейешбеҙ.
Дөйөмләштереп әйткәндә, ҡабатланмаҫ фольклориаданы ҡабул итеү өсөн республикала бик етди һәм оҙайлы эш башланды ла инде. Ул урындарҙағы сығыш яһау майҙандарын төҙөүҙән алып ҡу­наҡтар иҫтәлеккә алып ҡайтырлыҡ брендлы сувенирҙар етештереүҙе лә үҙ эсенә ала.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад