Ә тормош дауам итә!17.05.2016
Ә тормош дауам итә! М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙе беренсе тапҡыр ҡарамайым. Әммә был юлы артистар һәм тамашасылар үҙенә бер башҡа ине. Халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостафа ҡыҙы 1-се республика психиатрия дауаханаһына осрашыуға саҡырғас һәм әҙәби геройҙар сәхнәгә сыға тигәс, дөрөҫөн әйткәндә, күҙ алдына килтерә алманым ул сығышты. Илдәге хәлдәр, донъя кимәлендәге үҙгәрештәрҙе күрә алмау һөҙөмтәһендә ошо дауаханаға килеп эләгеүселәр күбәйеүен яҡшы белгәнгәме, сирлеләр араһында Мостай ағайҙың Әбүбәкеренең күңелдәштәре лә барлығын тойомлағанғамы, ниндәйҙер көтөлмәгән күренеш вәғәҙә итә кеүек ине был күрешеү.


Баш табип Ринат Вәлинуров беҙҙе бындағы тормош, үҙенсәлекле дауалау системаһы, медицина учреждениеһының һәр яҡлап алдынғылар рәтендә булыуы хаҡында һөйләй. Улар күбәләк һынландырылған статуэткаға лайыҡ булған. Әлбиттә: “Ни өсөн күбәләк?”– тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Баҡтиһәң, психиатрияла ул бәндәнең йәне, кешелеклелек, мәрхәмәтлек символы икән.
Төрлө саралар үткәреү ҙә бында ғәҙәти күренеш һанала. Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ауырыуҙар менән бергә 70 төп алмағас ултыртҡандар. Улары бөрөләрен көнгә асып, ел-дауылға биреш­мәҫбеҙ тигәндәй, матур ғына булып үҫеп килә.
Тамашаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Сценарий авторы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтов ваҡиғаларҙы бер фекергә туплау өсөн йыйнаҡ сюжет линияһы булдырған. Әммә шул ярты сәғәттән саҡ ҡына һуҙылған спектакль барышында һуғыштың ҡәһәрле мәлдәре лә, балалар тойғолары ла, дуҫлыҡ ҡәҙере лә, туғанлыҡ хистәре лә сағылды. Йәмил (Азамат Дәүләтшин) менән Оксананың (Виктория Плотникова) үҙ-ара мөнәсәбәтен күҙәткән саҡтарҙа үҙенән-үҙе күҙгә йәш эркелә. Көнбикә әсәй (Гүзәл Хөснөтдинова), Өләсәй (Фәриҙә Искәндәрова), Мансур бабай (Андрей Еврокатов), Марат (Денис Миронов), Фәрит (Диана Кәримова), Фатима (Гөлшат Мәһәҙиева) образдары хәҙер миңә дауахана хеҙмәткәрҙәре, дауаланыусылар күҙе аша ла таныш. Күләмле текстарҙы ятлап, һәр персонаждың тәғәйенләнешен аңлап уйнаны улар. Йәмилдең атаһы ( Юрий Маслов) менән Оксананың атаһы (Евгений Акимов) ролдәрен ысынлап һуғыш юлдарын үткән тәьҫир ҡалдырып башҡарҙы үҙешмәкәр артистар. Залда ултырған тамашасылар ҙа ошо дауаханала ятҡан балалар икән.
— Атайым һуғышта элемтәсе булған, ҡыҙы булараҡ, мин дә уның юлын дауам итәм. Китап һөйөүселәр, әҙәбиәткә ылығыусылар ғына түгел, һәр төрлө ижадҡа тартылыусылар үҙ-ара бәй­ләнештә булып, аралашып йәшәргә тейеш, – тине Әлфиә Мостафа ҡыҙы һәм дауаханаға төрлө уйынсыҡтар, күп китаптар таратты. Ә ролдәрҙе башҡа­рыусыларға халыҡ шағирының китаптары бүләк ителде.
Саҡырылған ҡунаҡ республика­ның Дәүләт Йыйылышы — Ҡо­ролтай Рәйесе урынбаҫары Йома­бикә Ильясова үҙ сығышында Мостай Кәрим ижадының яҡтылығы, күңелдәргә изгелек орлоҡтары сәсеүе һәм артистарҙың күңел һалып уйнауына һоҡланыуын әйтте.
Минең иһә ҡолаҡ төбөндә халыҡ шағирының киң билдәле әҫәренән юлдар яңғырап тик торҙо: “Берәүҙәр уны төптө алйотҡа һанай, икенселәр “Аллаһ бәндәһе” ти. Әммә рәнйе­тергә, кәмһетергә баҙнат итмәйҙәр. Мин үҙем уға аныҡ ҡына баһа бирә алмайым, тик йыш ҡына хайран ҡалам”. Мин дә хайран ҡалып, ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, кеше­нең үҙе аңлағанса йәшәү рәүешен дауам итеүенә йәнә бер инанып ҡайттым. Һәр кемдең үҙ тормошо, ғүмеренең үҙ биҙәге, үҙ йәме. Шуныһына йәнә бер ҡыуандым: һәр дәүерҙә лә нәфис әҙәбиәт зауығыбыҙ йәме булып ҡалһын!




Вернуться назад