Тарих һеңгән ғәзиз тупраҡҡа...17.05.2016
Тарих һеңгән ғәзиз тупраҡҡа... Түбәтәйҙә
ҡош ояһы


Имән өйҙө
һүтәләр бит,
Бүрәнәләр
ыңғыраша.
Үткәндәрҙән
өндәшкәндәй,
Ата-баба быуат аша.

Фасылдарҙа килә, китә,
Уларҙа юҡ, яңылыш хата.
Изге ергә яҙ етәкләп,
Ҡайта ҡоштар, ҡоштар ҡайта.

Донъя фани, оло тылсым,
Серле йомғаҡ ғүмер һүтә.
Үрелеп кенә Аҡ тиҫбене
Таратырға ел тирбәтә.

Моңһоуланған ҡыйғас ай ҙа
Көмөш кенә нурын түгеп,
Йондоҙҙар ҙа һибелгән бит,
Күк йөҙөнә тәсбих кеүек...

Ҡайта ҡоштар, ҡоштар ҡайта,
Оя ҡорор, урман, күлгә...
Ятып тыңла еркәйемде,
Йырын йырлай үҙ телендә.

Имән өйгә ике быуат,
Ҡапҡаһының юҡ келәһе.
Аунап ята – ҡанат ҡаурый,
Түбәтәйҙә ҡош ояһы.


Бер кил әле...


Бер кил әле минең тыуған яҡҡа,
Ҡабат килеүеңде һорамам.
Муйыл еҫе килә урмандарҙан,
Сирень еҫе килә урамдан.

Әгәр килһәң минең тыуған яҡҡа,
Ҡаршы алыр урман-ҡырҙарым.
Ергә ятып, ҡоштар моңон тыңлап,
Оторһоң һин ауыл йырҙарын.

Ҡунаҡсыл яҡ – минең тыуған яғым
Ҡаршы алыр ҡала балаһын.
Тәбиғәтте һөйһәң, һин барыбер
Йәшлегеңдә тороп ҡалаһың.


Көмөш алҡа

Бабаларымдың нигеҙ тупрағында
Асылмаған күпме серҙәр ята.
Гөлдәремде күсереп ултыртҡанда,
Нигеҙенән таптым көмөш алҡа.

Берәүҙәрҙең никах бүләгеме —
Аҡ көмөштән ҡойған селтәр алҡа.
Һөнәрсеһе кем һуң?
Ҡайҙан килгән,
Ҡасан булған икән беҙҙең яҡта?

Ниндәй серҙәр һаҡлай икән әле
Устарымда ятҡан көмөш алҡа?
Һанһыҙ йылдар ауыл ғүмер иткән,
Тарих һеңгән ғәзиз шул тупраҡҡа.


Сиртмәле ҡойо

Ауылымда сиртмәле ҡойо бар,
Һалҡын һыуын туҡтап эсәмен.
Байрам менән ҡотлап, сиртмәһенә
Сиккән һөлгө элдем кисә мин.

Ауылдаштар, яҡташтарым ҡайтҡан
Үткәрергә һабантуйҙарын.
Сабыштарҙа еңгән толпар аттар
Улаҡтарҙан эсәр һыуҙарын.

Ҡайһы бабам, ҡойо бураларын
Бурағанһың икән еректән?
Сиртмәле ҡойо — бисмиллалы
Ауылҡайым элек-электән.


Вернуться назад