Һәр замандың үҙ йыры бар14.03.2012
Марат КӘРИМОВ
Һәр замандың үҙ йыры бар,
Шул йыр менән иҫтә ҡала.
Ә шулай ҙа йырланмайса
Күпмелере эстә ҡала.
Моңлорағы эстә ҡала —
Һуҡмай килер сәғәттәре.
Етер бер саҡ, етер, тиһең,
Уларҙың да нәүбәттәре.
Ғүмеремдә төрлө йыр бар,
Аңлар уҡып ҡарағандар.
Ҡалғандарға эйәрҙем дә
Ҡаҡтым-һуҡтым барабандар.
Инде бик һаҡ ауыҙ асам,
Алып муза һорнайын мин.
Тамаҡ йыртып ҡысҡырмайым,
Күңелдәген йырлайым мин.