Ут14.03.2012
Рауил БИКБАЕВ

(Мәскәүҙә Рерих күргәҙмәһенән)

Күҙҙең яуын алыр был төҫтәрҙә
Зың-зың килде күпме тауыштар!
Был буяуҙар — сәйер.
Тик барыбер
Хыялдарым кеүек таныштар.

Рәхәтлекте ғәмһеҙ исраф итеп,
Үттек бынан йүгереп күберәк.
Тик яңынан үҙ янына тарта
Бер һүрәт.

Кескәй генә. Ситтә генә тора.
Юҡ саялыҡ унда. Юҡ баҙнат.

...Шыйыҡ ҡына томан эсендәге
Имсәк төҫлө тауҙың иң башында
Төймә тиклем генә ут баҙлай.

Шул ут арбай. Кескәй был һүрәттең
Ҡосағына килә инәһең.
Һәм беләһең:
Был ут һүнһә, һин дә һүнәһең.

Ғүмереңдең бер өлөшө булып,
Имсәктауҙа баҙлай был тамсы.
Ирекһеҙҙән шул саҡ шыбырҙайһың:
“Һүнмә, һүнмә, тамсы, гел янсы!”

Тормош һүнә, әгәр томан аша
Шундай арбар утың булмаһа.
Йылынам мин боҙло юлдарҙа ла,
Офоҡтан ул ялҡын болғаһа.

...Сыҡтыҡ, һыҡтай
көҙҙөң көйһөҙ күге.
Аяғыма асфальт сыуала.
Күҙ алдымда төймәләй ут баҙлай
Даламдағы боҙло убала.


Вернуться назад