16 мартта Башҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы үтәсәк. Архивымда һаҡланған бер нисә фотоһүрәтте иғтибарығыҙға тәҡдим итергә булдым.
Ярты быуат элек Өфөлә республика күләмендә йәш яҙыусыларҙың кәңәшмәһе булып үткәйне. Мин ул саҡта (телевидениела йәштәр редакцияһы етәксеһе) Министрҙар Советы урынлашҡан бинаға (Пушкин урамы) йүнәлдем. Яҙыусылар союзы шул бинаның дүртенсе ҡатында урынлашҡайны. Шундай ваҡиғаны “зәңгәр экран”дарҙа яҡтыртмай ҡалыу мөмкинме һуң!?
Телевидениеның эшләй башлаған йылдары ғына булғанлыҡтан, кинотаҫмаға ҡытлыҡ кисерелә. Фотограф эҙләргә тура килде, әлбиттә.
Шул кәңәшмәлә ҡатнашҡан йәш яҙыусыларҙың бөтәһе лә һуңынан әҙиптәр булып китте! Рәшит Солтангәрәев төшкән фотоһүрәтте һуңынан үҙенә бирҙем.
— Үҙең ниңә төшмәнең? — тип ғәжәпләнгәйне Рәшит.
— Биләгән вазифаны уҫал ниәттә файҙаланырға партия ҡушмай, дуҫ кеше, — тип яуаплағас, Телеүҙәк алдында рәхәтләнеп көлгәйнек.
Үтте йылдар, үтте ғүмер... Ошо фотоһүрәттәрҙәге күренекле әҙиптәр генә түгел, беҙҙең быуындың да бик күптәре баҡыйлыҡҡа күсте. Үҙемсә: “Ярай әле, бынан илле йыл элек яйын табып, бер төркөм замандаштарҙы фотоға төшөрөп алғанбыҙ”, — тип уйлайым. Тағы ла мөһим күренеш: буласаҡ ҡәләм оҫталарына ниндәй ҙур иғтибар бирелгән. Бының өсөн өлкән быуын әҙиптәренә нисек оло рәхмәтеңде белдермәйһең!
Мансаф ҒИЛӘЖЕВ.