“Ауыл адвокаттары”н көтәбеҙ13.05.2016
“Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. “Ауыл адвокаттары” тигән был яҙмамда мин өс тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзеләрен сүпләп, ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр-булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым”, – тигән был әҫәре хаҡында Мостай Кәрим.

Һәр театрҙа ижад миҙгелен ябыр алдынан тамашасыға спектакль тәҡдим итеү йолаһы бар. Республикабыҙҙағы иң боронғо мәҙәниәт ойошмаларының береһе булған Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары был юлы өфөләргә нәҡ үрҙә телгә алынған әҫәр – Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса ҡуйылған “Ерҙәштәр”ҙе алып килә. Тамаша 15 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыласаҡ.
– 2016 йылдың беренсе яртыһы беҙҙең өсөн гастролдәргә бай булды. Быйыл ғына Өфө сәхнәләрендә өсөнсө тапҡыр сығыш яһайбыҙ: 25-26 февралдә – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 16 мартта Өфө “Нур” татар дәүләт театрында булғайныҡ. Республиканың баш ҡалаһы буйлап гастроль – беҙҙең өсөн ҙур һынау. Шуға ла тамашасыға иң уңышлы спектаклдәребеҙҙе алып киләбеҙ, – тине матбуғат конференцияһында Салауат театрының баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов.
“Ерҙәштәр” спектакленең ҡуйыусы режиссеры – Мәскәүҙәге ике театрҙа (“Икенсе театр”, “Практика”) эшләгән Стәрлетамаҡ егете Антон Федоров.




Вернуться назад