Динара ӘХМӘТОВА: “Ҡурай” – халыҡсан ижад майҙаны”13.05.2016
Динара ӘХМӘТОВА:  “Ҡурай” – халыҡсан ижад майҙаны” “Ҡурай” телеканалының барлыҡҡа килеүенә оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, ул халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгәндәр ҙә ҡарай ала. Йырға, моңға сарсаған милләттәштәребеҙ өсөн был канал үҙенә күрә тыуған яҡ, туған тел менән күрешеү майҙанына әйләнде. Сит өлкәләрҙәге бик күп башҡорттарҙан йылы һүҙ ишеткәнем бар “Ҡурай” каналының эшмәкәрлеге хаҡында. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын заманса клиптар аша халыҡҡа еткереүҙәре өсөн рәхмәтле улар. Эфирҙың 80 проценты йырҙарҙан тороуы, бер яҡтан, көйҙән бүктермәйме икән тип уйларға ла нигеҙ биргән кеүек, әммә кемдең туйғаны бар әле башҡорт моңонан?!
Каналдың бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында баш мөхәррире Динара ӘХМӘТОВА менән һөйләшәбеҙ.


– “Ҡурай” телеканалының төп маҡсаты нимә?
– Телеканал яҡташтарыбыҙ, милләттәштәребеҙ телебеҙҙе, моңобоҙҙо онотмаһын, йырҙары­быҙ­ҙы тыңлап, беҙҙең менән хә­бәрҙар булып йәшәһен тигән ниәт­тә 2009 йылдың 11 октябрен­дә асылды. Хәҙер беҙгә – 6 йыл. Ошо ваҡыт арауығында каналы­быҙ үҙгәрә, яңы проекттар эфир­ға сыға.
“Ҡурай” – беренсе башҡорт музыкаль телеканалы. Ул тәүҙә “БСТ+” исеме менән тест режимында эшләй башлағайны. Шул уҡ йылдың декабрендә “Ҡурай” тип үҙгәртелде. Әйткәндәй, был исем “Йәшлек” гәзите аша иғлан ителгән конкурс нигеҙендә халыҡ тәҡдиме менән һайланды. Каналдың төп йүнәлеше – музыка, күңел асыу. Тапшырыу башҡорт телендә алып барыла, INTELSAT 15 юлдашынан тәүлек әйләнәһенә тапшырыла. Калининградтан Көньяҡ Сахалинға тиклемге оло биләмәлә йәшәгән меңдәрсә милләттәшебеҙҙең йорттарына йыр-моң булып килеп инәбеҙ.
Әлбиттә, телеканалдың төп маҡсаты – башҡорт халҡының музыкаль мираҫын пропагандалау, милли-мәҙәни байлыҡтары, ғөрөф-ғәҙәте һәм сәнғәте менән таныштырыу, ватандың музыка баҙары үҫешенә ыңғай тәьҫир итеү.
Йәнә лә каналдың замана һулышын, бөгөнгө йәштәрҙең ижадын сағылдырыуы – тәүшарт. Әйтәйек, теләһә ҡайһы йәш кеше тап ошо “Ҡурай”ҙы тоҡандырып, башҡортса иң шәп клиптарҙы, иң яҡшы башҡарыусыларҙы күреп, музыка сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып китергә тейеш. Халыҡ йырҙарын да бит заманса стилдә еткерергә була. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа, мөмкин­лектәр ҙә бар.
– Ниндәй яңы проекттар менән ҡыуандыр­маҡсыһы­ғыҙ?
– “Ҡотлауҙар” проекты – яҡын­дарын, ҡәҙерле кешеләрен тәбрик­ләргә теләүсе тамаша­сыларыбыҙҙың хаттары буйынса һәм теләге нигеҙендә булды­рылған тапшырыу. Аҙна һайын эфирға сығып тора ул.
2015 йылдағы проекттары­быҙ­ҙың береһе – “Ҡурай ынйы­лары” телевизион йыр кон­курсы. Республикабыҙ халҡын йырларға яратҡан төрлө һөнәр эйәләренең ижады менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Тамашасылар бик яратып ҡабул итте был проектты.
Профессиональ артистарҙан тыш, беләбеҙ бит, ауыл-ҡала­ларҙа вокал буйынса дәрестәр алмаһа ла, иҫ китмәле йырлаған милләттәштәребеҙ йәшәй. Тап ана шул төпкөлдәрҙә ижад итеүсе, үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөүсе һәүәҫкәр артистарҙың теләген тормошҡа ашырыу ниәтендә булдырылғайны “Ха­лыҡ ижады” проекты.
Тамашасыларҙың тәҡдим­дәрен, теләктәрен иҫәпкә алып, үҙ парын эҙләүсе яңғыҙҙарға ярҙам йөҙөнән “Усағыңды ҡабыҙ” проектын булдырҙыҡ. Шулай уҡ йырсы-артистарыбыҙ менән берлектә концерттар үткәреп торабыҙ, уларҙы тура эфирҙа күрһәтәбеҙ.
Танылған артистарға тәбиғәт ҡосағында матур клиптар төшө­рөп, йыл дауамында тамашасылар хөкөмөнә сығарҙыҡ.
Өр-яңы сайт булдырыу маҡса­тында ла эш бара. “Ҡурай” телеканалы шулай уҡ HD форматында эфирға сыға башланы.
Музыкаль сериал төшөрәбеҙ. Матбуғат баҫмаларында донъя күргән иң ҡыҙыҡлы яҙмалар менән таныштырырға ла уйыбыҙ бар. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар күп, шуға күрә улар менән дә хеҙмәттәшлекте нығытырбыҙ киләсәктә.
Директо­рыбыҙ Рәмил Ғәниев каналдың үҫешенә күп көс һала. Яңынан-яңы фекерҙәре, төплө кәңәштәре беҙҙе һәр ваҡыт илһамландыра, дәртләндерә. Ул һәр ижади идеяны күтәреп алырға ғына тора.
– Халыҡ араһында баш­ҡорт­са каналдың теленә ҡағы­лышлы ризаһыҙлыҡҡа нимә тиерһегеҙ?
– Үҙ-ара аралашып, бер-беребеҙҙән өйрәнеп, камилла­шабыҙ ғына.
– Әҙәби әҫәрҙәр тәҡдим итергә уйығыҙ бармы эфирға?
– Беҙ – музыкаль телеканал, әҙәби түгел, шуға күрә программалар араһында бәйләнеш урынлаштырыу, биҙәү өсөн генә шиғри композициялар бирә алабыҙ, ә тотошлайы менән әҙәби тапшырыуҙар эшләгәнебеҙ юҡ. Шиғырҙарҙы музыкаль клиптар кеүек итеп сюжетҡа ҡороп бирҙек, быны тамашасылар ҡыҙыҡлы тип тапты.
– Исемдәре билдәле бул­маған йырсылар ҙа сыға эфир­ға. Был нимә менән бәйле?
– Ана шул баяғы “Ҡурай ынйы­лары” һәм “Халыҡ ижады” проекттары эшләгән осорҙа төшө­рөлдө ул клиптар, шуға күрә үҙебеҙҙең эш һөҙөмтәһе менән халыҡты даими таныштырып бармаһаҡ, иҫенә төшөрөп торма­һаҡ, дөрөҫ булмаҫ ине. Мәҫәлән, матбуғатта ла “Гәзит уҡыусылар ижады” тигән рубрика бар бит. Яҙыу­сылар союзы ағзаларының ижады түгеллеген рубрикаға ҡа­рап белеп була, шуның кеүек, беҙ­ҙең “Халыҡ ижады”нда сығыш яһаған билдәһеҙ йырсыларға тамашасылар бик ҡаты хөкөм сығармаҫ тип уйлайбыҙ. Иң мө­һиме – кеше­ләрҙең ижадҡа ынтылыуы.
Ҡасандыр билдәлеләр ҙә бил­дәһеҙ булған, шулай бит?! Һәр кемгә үҙенең һәләтен асыу өсөн мөмкинлек бирергә кәрәк. Араларында һоҡланғыс талант эйә­лә­ре лә осрап ҡуя. Эйе, ҡайһы бер башҡарыусының эфирға сы­ғыуы кемгәлер ғәжәп тойолоуы ихтимал, әммә ябай халыҡ улар­ҙы ҡабул итә, йырын тыңлай. Ха­лыҡ­сан ижад, халыҡсан баш­ҡарыусылар һәр заманда булған һәм булырға тейеш. Әлбиттә, профессио­налдарҙың сығышы булыуы ла зарур эфирҙа, әммә балансты тоторға кәрәк. Канал үҙе лә башҡорт халҡының борон­ғо музыка ҡоралы исеме менән аталған. Шуға күрә халыҡ ижады­нан баш тартырға хаҡыбыҙ юҡ.
Йәнә лә телебеҙҙе һаҡлау, пропагандалау – беҙҙең мө­ҡәд­дәс бурыс. Йәштәрҙең һөйләше башҡа, башҡорт теленең диалекттары ла күп, шуға күрә халыҡсан каналда тап заман моңо, телебеҙ аша дәүер сағы­лышы ла тойолорға тейеш.
– Бөгөн кемдәр эшләй каналда?
– Директорыбыҙ Рәмил Ғә­ниев, мөхәррир Зилә Дибаева, тапшырыуҙар алып барыусы Эльза Юлдашбаева, эфир инженеры Светлана Мәмбәтова, монтаж инженеры Ләйсән Нуриева, реклама белгесе Гөлфиә Мәмбәтова, PR, контент-менеджер Денис Абрамов – берҙәм коллектив булып ижад итәбеҙ.
– Сериалдарҙы тәржемә итеүгә ҡарата халыҡ араһында төрлө фекерҙәр тыуғайны...
– Эйе, әммә телебеҙҙе пропа­ганда­лауҙы, башҡортса тап­шырыу­ҙарҙы һәм фильмдарҙы эфирға сығарыуҙы дауам итә­сәкбеҙ. Кемгә оҡшамай – ҡара­маҫ, әммә киң билдәле кино­ларҙың туған теленә тәржемә ителеүен теләүселәр аҙ түгел. Тәржемәселәребеҙҙең тауышын яратып ҡабул итеүселәр байтаҡ.
Леонид Гайдайҙың “Ы” опера­цияһы һәм Шуриктың башҡа мажаралары”, “Кавказ тотҡонби­кәһе, йәки Шуриктың яңы мажаралары”, “Сүллектең аҡ ҡояшы”, “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр”, “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра”, “Уңыш джентльмендары” тигән фильмдарын, Роберт Земекистың алты Оскар премияһына лайыҡ булған “Форрест Гамп”ын, Үзбәкстан кинематографы сығарған “Супер киленсәк”тең башҡорт теленә тәржемәһен республика халҡы яратып ҡабул итте. Дубляж режиссеры Зилә Дибаева, тауыш режиссеры Марат Ҡаһиров, ролдәрҙе уҡыусы Хәким Мортазин, Альберт Имаметдинов, Алмас Әмиров, тәржемәсе Рәсүл Сәғитов күп көстәрен һалды. Зилә ханымды хатта “Ҡурай” каналының тауышы тип атаусылар ҙа булды. Хеҙмәттәштә­ребеҙҙән монтаж инженеры Эмиль Латипов, оператор Владимир Эмер, мөхәррир Гөлнә­зирә Аралбаева, алып барыусы Гөлназ Мөхәммәҙиеваларҙың да хеҙмәтен баһалап үтке килә.
Эш дауам итә, беҙ тамаша­сыларҙың фекерен дә тыңларға әҙербеҙ. Бергәләп ижад итәйек каналыбыҙҙың зауығын.

Л. АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад