Игеҙәктәр, ғәҙәттә, бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған тип беләбеҙ. Шулай ҙа буй-һыны, ҡиәфәттәре генә түгел, хатта холоҡ-фиғеле менән дә айырылып торған игеҙәктәр осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Хәйбулла районында тыуып үҫкән Гөлиә менән Зилиә Мәмбәтоваларҙы бала сағынан уҡ ата-әсәһе генә түгел, ауылдаштары ла бер ҡыйынлыҡһыҙ айыра. Гөлиәнең буйға оҙонораҡ, ә Зилиәнең, киреһенсә, тәпәшерәк булыуы ярҙамға килә уларға. Әммә ҡыҙҙар үҙҙәренең игеҙәк икәнлеген билдәләп, бер төрлөнән кейенергә ярата.
Игеҙәктәргә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр йыш ҡына була. Белем алған ваҡытта бер-береһе өсөн имтихан тапшырған мәлдәре лә юҡ түгел. Әммә былар, бәхеткә күрәме, үкенескәме, Гөлиә менән Зилиәне урап үтә.
– Ҡыҙҙарҙың кемеһе кем икәнен белеп торабыҙ, холоҡтары ла төрлөсә, – ти был йәһәттән уларҙың остаздары, игеҙәктәр белем алған БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары.
Холоҡ-фиғелдәренә килгәндә, ҡыҙҙарҙың кемеһе үткерерәк, кемеһе оялсаныраҡ икәнлеге, әйҙә, сер булып ҡалһын. Иң мөһиме – Зилиә лә, Гөлиә лә эскерһеҙ һәм изге күңелле, улар кешене бер ҡасан да йылы һүҙҙәренән, ярҙамдарынан мәхрүм итмәй. Икеһе лә гүзәллеккә һәм сафлыҡҡа ғашиҡ. Ошо йәһәттән, ысынлап та, һыу тамсыларылай оҡшаш был һылыуҙар.