Тормош ысынбарлығын сағылдырыуҙың айырым бер формаһы булараҡ, нәфис әҙәбиәт менән публицистика сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрҙе яҡтыртыуҙа идеология көрәшенең һәр саҡ алғы сафында барҙы. Уларҙың юлдары, алымдары, мөмкинлектәре айырым булһа ла, төп маҡсаттары, ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре бар — заманыбыҙҙың тарихын яҙыу. Әгәр был осраҡта нәфис әҙәбиәт факт, күренештәрҙе, образдарҙы типиклаштырыу, уйҙырма, персонаждарҙы берләштереү, лирик сигенеүҙәр, характерҙарҙы дөйөмләштереү алымдарын ҡулланһа, публицистика факттарға, логик уйланыуҙарға, аналогияға, ҡаршы ҡуйыуҙарға, документалистикаға таяна.
“Художник (бында яҙыусы тураһында һүҙ бара) үҙ идеяһын образдар аша бирһә, — тип яҙған Г.В. Плеханов “Сәнғәт һәм ижтимағи тормош” тигән хеҙмәтендә, — публицист үҙ фекерен логик һығымталар ярҙамында иҫбат итә”. Шулай итеп, публицистика факттар һәм логик юл менән уҡыусыны ышандыра, үҙенә ҡарата һәм йыш ҡына, нәфис әҙәбиәт туҡымаларына барып инеп, уға публицистика сифаттарын бирә, әҫәрҙе һығылмалы, уҡымлы, ҡыҙыҡлы итә.
Үкенескә ҡаршы, совет осоронда һәм унан һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилемендә лә, әҙәби тәнҡиттә лә әҙәбиәттең был ҡыйыу һәм үткер төрөнә иғтибар аҙ бирелде һәм әле лә шулай, йә иһә бөтөнләй урап үтелә. Күптәр уны хатта әҙәби төр тип түгел, бәлки әҙәби жанр тип кенә танымаҡсы. Ул саҡта публицистикаға ғына хас документаль повесть, очерк, фельетон, памфлет, мемуар, юлъяҙмалар кеүек жанрҙарҙы ҡайһы төргә индерергә — нәфис әҙәбиәткәме, публицистикағамы? Әлбиттә, публицистикаға, тип әйтмәксемен, сөнки нәфис әҙәбиәттең дә, публицистиканың да тик уларға ғына хас жанрҙары бар. Әммә публицистика, нәфис әҙәбиәттә ҡатып ҡалған проза, шиғриәт, драма кеүек жанрҙар менән түгел, бәлки һәр саҡ хәрәкәтсән, һәр саҡ тынғы белмәҫ жанрҙар менән эш итә. Публицистика, әҙәбиәттең үҙаллы төрө булараҡ, ваҡиғалар алдынан атланы, уларҙың разведчигы булды, сөнки йәмғиәт өсөн иң киҫкен, иң шомло осорҙарҙа тик публицистика ғына үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә, ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтырта, халыҡты, Горькийҙың Данкоһы һымаҡ, алға әйҙәй.
Илебеҙ, Башҡортостан өсөн аяуһыҙ Граждандар һуғышы һәм 20-се йылдар баштарында, мәҫәлән, Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡылыс йөҙө һымаҡ үткер мәҡәләләре, Булат Ишемғоловтың памфлеттары һәм фельетондары, Төхвәт Йәнәбиҙең очерктары, Шәйехзада Бабичтың осҡон сәсрәтеүсе шиғырҙары, Дауыт Юлтыйҙың бер шаршаулы агитпьесалары ана шул публицистика менән нәфис әҙәбиәтте үҙ артынан эйәртте. Ошо йылдарҙа донъя күргән Али Карнайҙың “Далалағы уттар” документаль повесы, “Ишембай”, “Инженер Никольский”, “Фонтан” тигән йыйынтыҡтары очерк жанрына киң юл аса. “Очерк, — тип яҙа ул үҙе, — социализм төҙөүҙә көслө художество ҡоралы. Уның аша беҙ бөгөнгө ҡыҙыу төҙөлөштө, уның геройҙарын — коллектив геройҙы күрһәтергә тейешбеҙ”. Ғәлимов Сәләмдең “Гигант тыуасаҡ ҡырҙарҙа” очеркы ана шул талаптарға яуап бирә лә инде. Унда Өфө моторҙар эшләү заводын төҙөү тураһында һүҙ бара һәм автор уның тәүге ҡаҙығын ҡағыу күренешен, төҙөүселәрҙең — элекке крәҫтиәндәрҙең — ҙур дәрт, һүнмәҫ энтузиазм менән эшләүен ярайһы уҡ тулы яҡтырта алған.
Комсомол шағирының “Республика иртәһе” тигән тулы бер поэмаға торошло шиғырында ла публицистика алымдары киң ҡулланыла.
“Машинист дуҫ, йә һин паровозды
Аҡрынайтыр инең бер аҙға.
Һинең менән барған пассажирҙар
Республикам аша уҙғанда!” —
ти шағир-публицист һәм “ситлектә ҡартайған ыласын ҡоштоң йәшәреүен, яңынан тыуыуын” шиғри юлдарға һалып, тәрән тулҡынланыу менән һөйләп бирә. Бына ҡайҙа ул шиғриәттең бейек нөктәһе, һәм ул бөгөнгө шағирҙарҙың ауылын, тыуған өйөн, әсәһен, йәшлеген, тәүге мөхәббәтен һағыныуы кеүек моңһоу тойғоларға ҡоролоп яҙылған “опус”тарынан алыҫ, бик алыҫ һәм юғары тора.
Йәки бына Баязит Бикбайҙың шул уҡ йылдарҙа ижад ителгән һәм башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән “Ер” поэмаһы: “Башҡортостан тәне ҡара янған меңәрләгән ҡамсы эҙенән” тип образлы юлдар менән башланып киткән был әҫәр ахырына тиклем публицистика менән һуғарылған һәм уны шиғри (поэтик) публицистика тип атарға ла мөмкин, сөнки унда шағир лирик сигенеүҙәргә артыҡ урын бирмәй, халыҡтың ирек, азатлыҡ, тартып алынған ерҙәрен кире ҡайтарыу өсөн быуаттарға һуҙылған ҡанлы көрәшен бөтә киҫкенлеге менән асып бирә.
Ғөмүмән, үткән быуаттың тәүге яртыһындағы шиғриәттә тәрән патриотизм, осҡон сәсеүсе лиризм, үткер публицистик сатҡылар тулып ята.
Бөгөн иһә публицистикаға бөтөнләй икенсе ҡараш. “Публицистика ла булдымы әҙәбиәт?” тип уны “иҫәпкә бар, һанға юҡ” тиеүселәр ҙә табылып тора. Уның тарихын да, жанрҙар системаһын да тикшермәйҙәр, күренекле публицистарҙың ижадтарына ла боролоп ҡарамайҙар, беҙҙең танылған яҙыусыларыбыҙ уның нимә икәнлеген дә белмәй, тиһәм, һис тә яңылышмам кеүек. Уларҙы бөгөн замана проблемалары түгел, бәлки, сал тарих биттәре күберәк ҡыҙыҡһындыра булһа кәрәк. Архивтарҙа ҡаҙыныу, тарих төпкөлөнән яңынан-яңы геройҙар һөйрәп сығарыу бөгөнгө ваҡиғалар, үҙ эргәңдәге кешеләр тураһында яҙыуға ҡарағанда еңелерәк, әлбиттә, сөнки тарихи әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙың дөрөҫлөгө-дөрөҫ түгеллеге, персонаждарҙың ысынбарлыҡта булыуы-булмауы тураһында бер кем дә һорамаясаҡ, шик белдермәйәсәк, ә бөгөнгө хәлдәр тураһында яҙғанда һорауҙар байтаҡ яуасаҡ һәм мин уларҙы, документаль әҫәрҙәр авторы (“Бейек Татр бөркөтө”, “Журналист булып ҡалам”, “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Путь архитектора”, “Әй буйына ҡайтам әле” кеүек повестар, мәҫәлән) булараҡ, үҙ елкәмдә аҙ татыманым. Бында, нәфис әҙәбиәттәгесә, ҡолас ташлап, уйҙырмаларға, һәр төрлө “өс мөйөштәр”гә, лирик сигенеүҙәргә ҙур урын биреп яҙыу мөмкин түгел. Һәр һүҙең үлсәүле булырға, һәр күренеш факттарға нигеҙләнергә тейеш. Әгәр булдыра алмайһың икән, ташла ул һөнәреңде, кешеләрҙе лә, үҙеңде лә алдама.
Әлбиттә, беҙҙең яҙыусылар араһында бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла, документалистика, публицистика менән шөғөлләнеүселәр бар. Мәрхүм Ғәзим Шафиҡов ҡына, мәҫәлән, “халыҡ дошмандары” Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғолов, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәки Вәлиди, Муса Мортазиндарҙың исемдәрен нәжестән таҙартып халыҡҡа ҡайтарып бирҙе. (Г. Шафиков. “И совесть, и жертвы эпохи”. — Уфа. Баш.кн. изд-во, 1991). Мифтахетдин Аҡмулла, Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡов, мәшһүр йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, телсе-диалектолог Таһир Байышев, Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “атаһы” Фәйзи Ғәскәров, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, композитор Заһир Исмәғилев кеүек халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының һүнмәҫ образдарын да ул китап биттәренә төшөрҙө. Тик бына үҙе тураһында ғына яҙыусы табылғаны юҡ.
Хәтергә, ирекһеҙҙән, Мостай Кәримдең һүҙҙәре килеп төшә. “Мине милли интеллигенциябыҙҙың яҙмышы ҡурҡыта, — тип яҙғайны ул 1982 йылда уҡ. — Ул үҙ-үҙеңде анализлау, үҙ-үҙеңде тәнҡитләү хоҡуғынан мәхрүм булды тиерлек. Ул, йәнәһе, мин генә шәп, мин генә тел тейҙермәҫлек, тип һуҡырҙарса күкрәгенә һуға. Ошолай үҙ-үҙеңде генә яратыу тойғоһо милләтте лә, интеллигенцияны ла һәләкәткә килтереүе ихтимал”.
Был һүҙҙәр бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмаған һәм, тәү сиратта, бөгөнгө ҡәләм оҫталарына ҡағыла булһа кәрәк, сөнки мөһим проблемаларҙы күтәреп сығыу урынына, уларҙың тарих биттәрендә соҡоноуҙан, бер-береһен ҡупайтып мәҙхиәләр яҙыуҙан, юбилярҙарҙы маҡтауҙан айнығаны юҡ. Хатта бит, ана, республикала “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция ойошторолоп, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исемен юллап ҡултамғалар йыйыу барһа ла, уны яҡлап берәй яҙыусы сығыш яһанымы? Юҡ! Был хуш күңеллелекте нисек аңларға ла уға ниндәй баһа бирергә?
Ошоларҙан сығып, “бармы ул бөгөнгө яҙыусы публицистикаһы һәм публицистик тәнҡит?” — тигән шомло һорау тыуа.
“Юҡ”, — тиһәң, дөрөҫлөккә тап килмәгән һымаҡ, сөнки аҙмы-күпме публицистика өлкәһендә эшләгән журналистар ҙа бар-барлығын. Улар араһында мин, бөтәһенән элек, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Сәлимйән Бәҙретдинов, Әхмәр Үтәбаев, Рәлис Ураҙғолов, Таһир Ишкинин, Мәхмүт Хужин, Фәрит Фәтҡуллин, Мәүлиҙә Яҡуповаларҙың исемдәрен атар инем. Әммә бына яҙыусы публицистикаһы һәм публицистик тәнҡит юҡ, тип шикләнмәй әйтә алам.
“Башҡорт публицистикаһы бар ул”, — тип тә әйтергә телем әйләнмәй, сөнки бер нисә журналистың ғына публицистикаһы яҙ килтермәй.
Минеңсә, кәмәбеҙ ҡомға килеп терәлмәҫ борон, ана шул көстәрҙе берләштерергә, бер төркөм итеп ойошторорға, йәш көстәрҙе эҙләргә, табырға кәрәк. Быны иһә Яҙыусылар союзы ғына эшләй ала. Мәсьәлә Яҙыусылар союзы идараһы эргәһендә башҡа секциялар менән тиң хоҡуҡлы публицистика секцияһын ойоштороуға ҡайтып ҡала. Үкенескә ҡаршы, беҙ бер съездан икенсеһенә тиклем күпме генә тел сарлаһаҡ та, теге Крылов бабай әйтмешләй, “йөк бөгөн дә урынынан ҡуҙғалмай”.
Әгәр Башҡортостан яҙыусыларының әле асыласаҡ сираттан тыш ХVI съезы был мәсьәләгә кире ҡайтып, уны ыңғай хәл итһә, башҡорт публицистикаһы һәм публицистик тәнҡит әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең лайыҡлы урынын алыр ине.
Ризван ХАЖИЕВ.
Дыуан районы,
Мәсәғүт ауылы.