Ҡустыға эш эҙләйбеҙ!13.05.2016
Ҡустыға  эш эҙләйбеҙ! Ҡустыға эш эҙләп арманһыҙ булдыҡ бит, әй. Ҡайһыһына тиһе­геҙме? Ана, теге Яланлы ауылы бар бит әле, шунда йәшәгән һеңлемдең улы инде. Эйе, эйе, уҡытыусылыҡҡа уҡығаны! Тәүҙә ата-әсәһенең духтыр иткеһе бик килгәйне лә, балың етмәй, тип кире борҙолар.
– Ярай, уҡытыусы бул, – тине әсәһе. – Исмаһам, таҙа ерҙә эшләрһең. Беҙҙең кеүек һыйыр тиҙәгенә ҡатып йөрөмәҫһең.
– Шулай, шулай, – тип йөпләне атаһы. – Тәтәй кеүек кейенеп, йылы урында эшләрһең.
Әммә, ҡәһәрең, унда ла теге эстипендия түләнә торғанына алманылар. Шуға ла, биш йыл буйы улын уҡытам тип атай-инәһе ҡаҡ һөйәккә ҡалды. Уҡыуына түләргә кәрәк, ашамайынса ла тороп булмай. Профессор тигәндәре лә әҙәм балаһы, һыу эсеп кенә йәшәмәйҙәр, уларҙың да ауыл итен, балын, бәрәңгеһен тәмләгеһе килә. Эш хаҡтары, имеш, асҡа үлмәҫлек кенә икән. Ярай, Аллаға тапшырып, ҡусты ҡулына диплом алғас, ҡыуаныстарының сиге булманы. Хәҙер, исмаһам, үҙе табыр, үҙе ашар! Аҡсаһын умырып алыр...
Уҡыу йылы башланды. Ҡустыбыҙҙы күмәкләп мәктәпкә оҙаттыҡ. Үҙем ялтлап торған кәстүм алып кейҙерҙем, еңгәһе депутаттарҙыҡынан да кәм түгел портфель бүләк итте. Кемдеке – шуныҡы! Бахыр булып йөрөмәһен! Үҙебеҙ эстән генә ғорурланабыҙ. Ҡайҙа-ҡайҙа, төпкөл ауылда түгел, баш ҡаланың иң шәп гимназия­һында белем бирәсәк ул. Рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп уҡытыр. Рәсем, физкультура, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы өсөн әллә нимә кәрәкме? Ауылдағы кеүек мәктәп ябыла тип озлайһы ла түгел. Аҡса арты менән килер.
Ҡустыбыҙҙы эштән дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ.
– Шунан нисек, оҡшанымы? – Тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Мин башҡаса унда бармайым, – тине ҡусты, күҙ йәштәрен еңе менән һөртөп.
– Нисек инде улай?
– Ныҡ яуаплы эш. Мәҫәлән, хеҙмәт дәресен алайыҡ. Ул һиңә физика дәресе генә түгел. Зыр әйләнеп торған техника менән эш итәһең. Шунда берәй иҫәре яңылыш ҡына бармағың киҫеп ебәрһә, бөттө баш, төрмәгә тығып ҡуясаҡтар.
Ҡустыбыҙҙы йәлләнек.
– Ярай, әтеү физкультура дәресенән генә уҡытырһың, – тибеҙ. – Шунан арыуы юҡ. Ана, беҙ уҡығанда ҡышын да, йәйен дә гелән туп типтек. Уҡытыусы үҙе сығып тә әйләнмәй торғайны.
– Эһе, – тип баш һелкте ҡустыбыҙ. – Мин дә шулай уйлағайным. Берәйһе турниктан осоп төшөп ҡайһылыр ерен һындырһа, кәм ғәйепле була? Әлбиттә, мин! Уҡытыусы нимә эшләгән, нимә ҡараған? Шунан тағы суд юлын тапа. Юҡ инде, теләһә кем балаһына белем бирәм тип, күрәләтә башымды төрмәлә серетәһем юҡ!
Ҡустыбыҙ ныҡ әйтте. Шуға ла мәктәпкә бар тип башҡаса серәшеп торманыҡ. Бер уйлаһаң, дөрөҫтө һөйләй бит! Ярай әле үҙендә күрәҙәлек һәләте бар икән. Бәләһенән баш-аяҡ!
Хәҙер ҡустым көнө-төнө компьютерҙан эш эҙләй. Бер көн урамдан атҡа атланғандай ҡыуанып ҡайтты. Ауыҙы ҡолағына еткән. Ишектән инер-инмәҫтән һөрән һалды:
– Ағай, ағай, эш таптым, эш!
– Ниндәй? – Минең дә ҡыуанысым сикһеҙ. Нисек инде шуға шатланмайһың!
– Төҙөлөшкә крансылар кәрәк, ти.
– Урамда ауылдаш ҡыҙҙы күрҙем, ул шунда эшләй икән. Аҡсаһы яман шәп, ти. Эше лә ауыр түгел, кран эсендә рычагтарҙы тегеләй-былай борғолап ҡына тик ултыраһың икән. Әллә өс ай ғына уҡырға, тиме.
Минең дә эс йылынды. Шәп эш. Ә хаҡы һуң! Бер юлы минең өс ай буйы тир түккәнде аласаҡ. Шулай итеп, ҡустым крансыға уҡый башланы. Дәртләнеп ҡайта былай. Ҡайта ла ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерә.
– Аҡсаһы шәп, аҡсаһы! Йә, айына 50 мең ал әле. Кемгә тәтей әле ундай аҡса?! Бына, ағай, һин иртән китәһең, кис ҡайтаһың. Көнө буйы рәхмәт хаҡына һепереләһең. Атам тиһәләр ҙә ундай аҡсаға мин йөрөмәҫ инем. Әйҙә, лутсы эшеңде ташла ла минең менән. Аҡсаны һуйып алырһың. Былай йөрөһәң, һаман шул кәлтерәп бөткән машинаңдан ҡотола алмаясаҡһың. Алла бирһә, иң тәүҙә яҡшы машина алам, унан кывартир...
– Юҡ, ҡусты, ошо йәшкә еткәс, башҡа ергә китеп булмаҫ.
– Эй, ағай, – ҡустым ҡулын һелтәй. – Һин ниңә шулай мәмәй ул? Аҡсанан да баш тартыр кеше булыр икән. – Үҙе йәнә ат кеүек тештәрен ыржайтып көлә. – Шул өс бөртөк аҡсаға нисек өс бала үҫтерҙең икән? Аптырайым!
Әммә бер көн ул йәмрәйеп ҡайтты. Сәбәбен һорашҡас:
– Уй, ағай, бигерәк ҡурҡыныс эш икән! Бөгөн кран башына менергә ҡушҡайнылар, яртыһына ла етә алманым, ҡотом осто. Кран һауала бынаулайтып бәүелеп-бәүелеп ултыра, – тип ҡулын һелтәй-һелтәй һөйләй башланы. – Ауып-фәлән китһә, имен ерең ҡалмаҫ! Былтыр бит берәү йығылып төшөп үлгән, ти. Тәүбә, тәүбә! Юҡ аҡса юҡ, унда эшләмәйем. – Хискә бирелгән ҡусты еңе менән күҙ йәштәрен һөртөп алды.
Уны йәнә йәлләп ҡуйҙыҡ. Ысынлап та, бәләһенән баш-аяҡ. Ярай әле мәлендә шуны аңлап ҡалған. Шул да булдымы һөнәр! Биш йыл буйы шуның өсөн уҡығанмы! Ана, килешһә, икеле тоҡсайҙарына килешһен!
Йәнә көнө-төнө компьютерҙан эш эҙләгән ҡусты бер мәл ултырған еренән, усын-усҡа шапылдатып, һикереп торҙо:
– Таптым, таптым. Бына полицияға саҡыралар, эш хаҡы яман шәп икән.
Ул беҙҙең ҡыуаныу! Мәҫәлән, мин үҙем әле һаман шунда бармауыма үкенәм! Иҫәр! Ниңә, юл буйында таяҡ болғап торорға ғына эшкинер инем әле. Ана, беҙҙең ауылда өсөнсө класта өс йыл ултырған Насип көтөүсе булып йөрөгән еренән тотто ла милицияға китте. Үҙен кисә генә күрҙем, шәп машина алып ебәргән, фатирым икәү, ти. Йәнә бер йылдан пенсияға сығам, ти.
Ул милицияға эшкә урынлашыу бигерәк оҙаҡ икән. Энәһенән-ебенә тиклем әллә нимәһен текемләп-текемләп һорайҙар, ти. Йөрөгән ҡыҙың бармы, шундай-шундай хәл булһа, нимә эшләр инең... Әллә бармайым да ҡуяйыммы икән, тип шыңҡып йөрөй торғас, ҡустыбыҙ тәки урынлашып бөттө. Иртәгә эш башлайым тигәндә, кис телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап ултыр­ғанда ғәжәп хәл булды. Ҡайҙалыр хулигандарҙың бер милиционерҙы туҡмауын күргән ҡустыбыҙ ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Юҡ, мин ундай эшкә бармайым, – тип ҡырт киҫмәһенме! – Ана, берәүҙе харап иткәндәр. Кешене яҡлайым тип, әлүк баштан үлеп ятаһым юҡ.
...Хәҙер ҡустыбыҙ ҡаланан бер ҡосаҡ гәзит алып ҡайта ла эш эҙләй. Кисә бер магазинға йөк ташыусы булып урын­лашырға уйлағайны ла ниәтенән кире ҡайтты.
– Ҡуй, хужалар үҙҙәре урлар-урлар ҙа растратаһын миңә йөкмәтер. Башыма бәлә алмайым, – тине.
Бына шулай, йәмәғәт! Ҡустыға зыҡ ҡубып эш эшләйбеҙ. Бәлки, һеҙҙең арала тегендә-бында берәй йәтеш кенә эш барлығын белеүселәр барҙыр. Еңел булһын, аҡсаһы мул түләнһен. Ул-был булһа, мотлаҡ һыҙғырығыҙ, йәме. Әле генә әсәһе лә шылтыратты.
– Әжере әбизәтелне булыр. Бура кеүек башмағыбыҙ бар, әллә нисә феләк йүкә балы ултыра. Бер-бер кәрәге сыҡһа, ҡулыбыҙ өҙөлөп ҡалмаған. Улыбыҙ уҡығанда профессорҙарға дача һала торғас, тамам оҫтарҙыҡ, үҙем стена ыштыкатурларға өйрәндем, ирем пылутник, тып итеп барырбыҙ ҙа етербеҙ, – тине.





Вернуться назад