Һүҙҙе дәлил менән әйт13.05.2016
Ҡулыма ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған 19 битлек баҫма килеп эләккәс, ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Тәүге өлөшө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ, әммә 3-сө биттән барыһы ла аңлашылып тора. Һуңында “Ғәлимйән Баруни” тип авторы күрһәтелгән.
Ғәлимйән Баруни (1857–1921) – Зәйнулла Рәсүлевтең уҡыусыһы, күренекле сәйәсмән, “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһе етәксеһе, “Әд-дин үә әл әҙәб” дини-әхлаҡи гәзитен ойоштороусы. Ул илен, халҡын һөйгән кеше тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған, ислам дине нигеҙҙәренә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйтеп ҡалдырған ҡанундарға таянып әхлаҡ, әҙәп тураһында мәҡәләләр, китаптар баҫтырған. Ошо тарихи шәхестең фәһемле һүҙҙәрен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.


Регина ФАЗЫЛОВА,
Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре.


Һәр кемдең хаҡын таны.
Сереңде һаҡлап тот.
Дуҫ үә юлдашты ҡатылыҡ ваҡытында һына.
Дуҫты файҙа үә зыян менән имтихан ҡыл.
Ахмаҡ үә наҙан халыҡтан ҡас.
Зирәк үә белекле дуҫ һайла.
Тәдбирҙе төҙөк үә белекле кешеләр менән ҡыл.
Һүҙҙе дәлил менән әйт.
Йәшлекте ғәнимәт (трофей) бел.
Йәшлек ваҡытында ике йыһан эшен ҡайғырт.
Юлдаштарҙы үә дуҫтарҙы хөрмәтле тот,
Дуҫҡа үә дошманға ҡашың асыҡ тот.
Ата үә анаңны ғәниәмәт бел.
Истадны атаның яҡшыһы таны.
Хәрәджәтне дахалға үлсәп ҡыл.
Һәр эштә уртаса йөрөүсе бул.
Йомартлыҡты үҙеңә һөнәр ҡыл.
Кеше өйөнә керһәң, күҙеңде үә танауыңды һаҡла.
Кейем үә тәнде пак тот.
Халыҡ менән юлдаш бул.
Балаға ғилем үә әҙәп өйрәт.
Мөмкин булһа, атҡа менеүҙе үә уҡ атыуҙы өйрән.
Аяҡ кейеме кейгәндә башта уңын кей, һалғанда һул аяҡтан һал.
Һәр кемгә эште уның үлсәүе менән ҡыл.
Кис һүҙ әйтһәң, аҡрын үә йомшаҡ итеп әйт, көндөҙ һүҙ һөйләһәң, һәр тарафҡа ҡарғыл.
Аҙ ашауҙы, аҙ йоҡламаҡты, аҙ һөйләмәкте ғәҙәт итеп тот.
Һәр нәмәне үҙең яратмаһаң, башҡаларға ла яратмағыл.
Эштәрҙе тәдбир (билдәле маҡсатта башҡарылған эш, сара) менән ҡылғыл.
* * *

Ҡатындарға үә балаларға сер әйтмә.
Кешеләр изгелегенә күңел ҡуйма.
Яман заттарҙан яҡшылыҡ көтмә.
Һис эштә уйһыҙ булма.
Ҡылмағанды ҡылғанға һанама.
Был көнгө эште иртәгә ташлама.
Үҙеңдән өлкән менән мәзәх (юмор) ҡылма.
Оло кешеләргә оҙон һүҙ һөйләмә.

* * *

Йомошло кешене өмөтһөҙ ҡылма.
Үткән һуғышты иҫкә төшөрмә.
Кеше изгелеген үҙ изгелегең менән ҡатыштырма.
Малыңды дуҫ-дошманға белдермә.
Ҡәрендәштәрҙән ҡәрендәшлекте киҫмә.
Изге кешеләрҙе ғәйбәт ҡылма.
Үҙеңә күңел ҡуйма.
Халыҡ торған булһалар, һин дә муфәҡәт ҡыл.
Ауыҙ үә моронға бармаҡ үткәрмә.
Халыҡ алдында теш соҡомағыҙ.
Ауыҙ үә морон һыуын ҡаты ауаз менән ташлама.
Иҫнәгәндә ауыҙға ҡул ҡуй.
Халыҡ алдында кирелмәгеҙ.
Һүҙҙе уйын ҡатыштырып әйтмә.
Халыҡты халыҡ алдында оялтма.
Күҙ үә ҡаш менән кешене ғәйепләмә.
Әйтелгән һүҙҙе икенсе ҡат иҫләмә.
Көлөрлөк һүҙҙән һаҡлан.
Үҙеңде үә әһелеңде кеше алдында маҡтап һөйләмә.
Үҙеңде ҡатындар кеүек төҙәтмә.
Һис ваҡыт балалар теләгәнсә булма.
Телеңде һаҡла.
Һүҙ әйткәндә ҡул һелкетмә.
Һәр кемдең хөрмәтен һаҡла.
Улыңды яманлыҡ менән зекер итеү файҙа итмәҫ.
Мөмкин ҡәҙәр һуғыш үә дошманлыҡ яһама.
Ҡеүәт һынаусы булма.
Эштәрҙә ашығыслыҡ ҡылма.
Донъя өсөн үҙеңде мәшәҡәткә һалма.
Ҡояш сыҡҡанда йоҡлама.
Кешеләр алдында ашама.
Юлда ололарҙан алда йөрөмә.
Кеше һүҙе араһына кермә.
Теҙгә баш ҡуйма.
Уңға, һулға ҡарама, бәлки күҙеңде ер тарафына тот.
Әгәр көсөң етһә, хайуанға яланғас менмә, атланма.
Изге эштә тырышлыҡ ҡыл.
Ҡунаҡ алдында бер кешегә лә асыуланма.
Ҡунаҡҡа эш ҡушма.
Йүләргә, иҫереккә һүҙ әйтмә.
Эшһеҙ үә абруйһыҙ кешеләр менән мәхәллә баштарында ултырма.
Һәр файҙаға үә зыянға абруйыңды түкмә.
Файҙаһыҙ мәткәбер булма.
Халыҡ хеҙмәтен үҙеңә алма.
Бысаҡһыҙ, йөҙөкһөҙ үә аҡсаһыҙ булма.
Риғәйә ҡыл (уважение, почтение, почтительность) – үҙеңде хур итмәҫ ҡәҙәре.
Түбәнселек менән бул.
Тереклек ҡыл Тәңре Тәғәләгә раҫлыҡ менән.
Үә нәфсегә ҡәһәр менән, халыҡҡа инсаф менән, ололарға хеҙмәт менән, кеселәргә шәфҡәт менән, фәҡирҙәргә йомартлыҡ менән, дуҫтарға нәсихәт менән.



Вернуться назад