Әллә шиғыр,
әллә аҙан...Ишетелә алыҫтарҙан
Әллә шиғыр, әллә аҙан.
Саҡырғандай була тауы
Ниндәйҙер фарыз намаҙға.
Килмәйҙер ҙә ул мәсеттән –
Яңғырай бит көн дә ялһыҙ.
Төндәрҙә лә ишетелә,
Йоҡоларҙан ятһам яҙып.
Хатта, уйҙар һүлпәнләнеп,
Ойоп киткән саҡта аҙға,
Уята ла шул уҡ тауыш
Саҡыра тағы намаҙға.
Намаҙ уҡыу, ҡанға үтеп,
Һеңмәгән бер ғәҙәт булып.
Уның изге эш икәнен
Белмәй үҫте минең быуын.
Беләм, йолҡоп йоҡоларҙан
Килмәй тауыш әллә ҡайҙан:
Килә бит ул тик Алланан –
Булһын шиғыр, булһын аҙан.
ЙондоҙҙарЙондоҙҙарға ҡарап юлдар
Эҙләгән саҡтар үтте:
Бар юлдар ҙа билдәләнгән –
Байҡамай күҙҙәр күкте.
Элек тәүлек, йыл ваҡытын
Күрһәттеләр йондоҙҙар.
Хәҙер күкте бушҡа ғына
Сыбарлай төндә улар.
Яҡтыһы саҡ килеп етә,
Юҡ тамсы ла йылыһы.
Уларға ҡарап йөрөһәң,
Тайып та йығылырһың.
Ә шулай ҙа күңелдәрҙе
Улар һәр саҡ йылыта.
Йомоҡ күңел булмағандар
Йондоҙҙар юлын тота.
Уларҙа илһам уяна,
Уйҙары балҡыта нур.
Күңелдәре йомоҡтарға
Ана тора светофор!
Еңәсәк!Бөгөн ялған булып сыҡты
Беҙ кисә дөрөҫ тигән.
Дөрөҫлөкмө еңгән, әллә
Ялғанмы уны еңгән?
Ялған менән дөрөҫлөктөң
Даулашыуы мәңгелек.
Нимә дөрөҫ, нимә ялған –
Тиҙ генә булмай белеп.
Алышты ла, биреште лә
Күп күрһәтер киләсәк.
Барыбер ялған еңелер,
Ә дөрөҫлөк еңәсәк!
Һис булмаһа, бирешмәйсә
Еңәсәк, еңеләсәк,
Еңеләсәк, еңәсәк!..
***
Һыҙырылмай һис тә мөмкин түгел
Тормош тигән ауыр юлдарҙа.
Текә үрле, урау-урау улар –
Ни эшләмәк, тыуғас Уралда?
Әммә яҙмыш күпме һыҙырһа ла,
Бирешмәйсә әле сыҙармын:
Шифалы ер-һыуын, саф һауаһын
Яраларға урай Уралым.
***
Ҡыбырламай бер үлән дә.
Йоҡоло бар әйләнә.
Тынды ҡыҫҡан ауыр томра
Үтмәҫ, көн елләмәһә.
Ямғыр күҙе төшкәне юҡ,
Сарсаған, кипкән дала.
Йөҙә болот, ымһындырып –
Яумаҫ, йәшен атмаһа.
Күкрәгемдә ауырлыҡ бар,
Тулғанмы күңел әллә?
Бушамаҫ ул һинһеҙ, йәрем,
Бушап күк күкрәһә лә.
Таңдай һарғайырҠайынға таң еле ҡағылғайны.
Килтерҙеме әллә ул ҡайғы?
Берсә сыңлап,
берсә сеңләп, ҡайын
Таң менән бер тигеҙ һарғайҙы.
Күкрәгемә таң елдәре үтте,
Килтергәне ниҙер – белмәнем.
Күңелемдең һарғайырын уйлап,
Бер сыңланым, берсә сеңләнем.
Ә ҡайында алтын нурҙар ғына!
Миңә лә бит илтмәҫ ел ҡайғы:
Күкрәгемә үткән саҡта ла ул
Күңелем тик таңдай һарғайыр.
***
Ағастан бер япраҡ өҙөлгәндә
Тетрәнеүен уның кем белә? –
Аҙаҡтан бит йән дә ана шулай
Ғүмер ағасынан өҙөлә.
Тетрәнеүҙәр өсөн сәбәптәрҙең
Юҡ бәләкәй йә ҙур булғаны:
Күҙҙе бер йәш ҡаплай –
Ҡаплағандай,
Туфан ҡубып, бөтә донъяны.
Диңгеҙ
Мин шишмәләй инем
сабый саҡта –
Сылтыр-сылтыр аҡты көндәрем.
Күктәр аяҙ, һыуҙар таҙа ине,
Гөл-сәскәле ине үҙәнем.
Мин йылғалай инем
йәшлегемдә –
Юлдарым гел булды бормалы.
Күңелемдә хистәр ярһып ташты,
Тар ярҙарға уйҙар һыйманы.
Һыуҙар түгел,
ғүмер аҡты шулай.
Ашҡынғандыр ниңә – билдәһеҙ.
Сылтыраған,
ташҡан ул саҡтарым
Ҡайтмаҫ инде: хәҙер мин –
диңгеҙ.
ТиңдәшлекДалам! Инде һинең менән
Тиңдәрҙәй серләшербеҙ –
Сал булғанға ғына түгел,
Берҙәй хәҙер сәсебеҙ.
Бүтәнсә лә тиңдәшлек бар.
Аңларһыңмы мине һин? –
Һин бит әле бирешмәгән,
Күкрәгең киң, еллеһең.
Миндә лә бар ине элек
Көслө йөрәк, киң күкрәк –
Офоҡтарҙы ҡосто күңел,
Хистәрем торҙо күкрәп.
Хәҙер ялбыр ҡылғаныңдың
Төбөнә генә һыям.
Һиңә тиңдәш тип әйтергә
Ни йөрәк етеп ҡыям?
Яңылышмайым, далам! Һиңә
Тиң тағы шул яҡтан мин:
Уйлаһам, үткән ғүмерем
Елдәреңә һинең тиң.
***
Ҡолаҡҡа ят хәбәрҙәрҙе
Нисек итеп аңларға?
Шиғырҙар беҙҙең заманда
Үтмәй, тиҙәр, баҙарҙа.
Имеш, күпме һанаһаң да,
Күрһәтә шуны хисап:
Артыуҙан шиғыр күләме
Күтәрелмәй иҡтисад.
Шиғырҙарҙы тауарҙарға
Мөмкинме ни тиңләргә? –
Баҙарҙарҙа үтмәһә лә,
Үтерҙәр күңелдәргә.
Шиғырҙар тауар түгел,
Күңелдәр баҙар түгел.
* * *
Ҡоро йәйҙә тыуған ерҙең өҫтө
Ямғыр күрмәй сарсап кипһә лә,
Күкрәгенән сыҡҡан
йылғыр һыуҙар
Алыҫтарға ағып китәләр.
Ташыр хәлгә еткәндә лә хатта
Йән тигәнем минең – бер тамсы.
Ғүмер һыуҙай ағып киткәндә лә,
Тыуған ергә тамып ҡалһасы!
Ҡара болот ҡына...Аҡ болоттай бейек була алмам,
Ҡуйырһам да болот шикелле:
Ҡуйылығым ҡаралыҡҡа етеп,
Ергә тарта ауыр күңелем.
Ергә лә бит кәрәк болоттарҙың
Яҡынлығы ҡара сүрәттә:
Аҡ болоттар
йәшен йәшнәтмәй ул,
Аҡ болоттар күкте күкрәтмәй.
Улар ерҙе һуғара ла алмай.
Ҡара болот ҡына түгелеп,
Аунап илай ерҙең күкрәгендә –
Йомшаҡ була уның күңеле.
Туп тибәбеҙӘйтерһең дә, туп тибәбеҙ
Донъяларға һыймайса:
Биргеләйбеҙ Ер шарына
Тегеләй ҙә, былай ҙа.
Еңмәк булып кемдәрҙелер,
Тибәбеҙ уны ҡайҙа?
Үҙебеҙҙең ҡапҡаға бит,
Үҙебеҙҙең ҡапҡаға!