"Билет ал!"13.05.2016
"Билет ал!"Филология факультетының коридорынан үтеп барғанда үкһеп илап торған бер ҡыҙҙы осраттым.
– Ниңә улай бөтөрөнәһең?
– Харап булдым инде былай булғас, күпме тырышлығым юҡҡа сыҡты. Уҡыуҙан ҡыуалар инде...
Йәл булып китте.
– Үҙең ҡайһы яҡтан?
– Иң көньяҡ райондан.
Эйе шул, юл йөрөүҙәрен уйлап ҡараһаң: Сибайға тиклем поезд менән, унан тағы әллә күпме йәйге эҫелә йә ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа... Йәл!
Уйға ҡалдым. Берәй әмәле юҡмы икән?
– Ә имтиханды кемгә бирәһегеҙ?
Ҡыҙ уҡытыусыһының исемен әйтте.
– Әбйәлилдән шикелле, – тине.
Шунда башҡа бер уй килде: уға инеп, яҡташ, тип һөйләшеп ҡараһам инде...
– Бар, магазиндан берәй күстәнәс алып кил. Инеп ҡарайым, – тинем.
Ҡыҙ йәһәт кенә ҡаршылағы магазиндан лимонад алып килде. Етеҙлегенә һоҡланып ҡуйҙым.
Тулҡынланыуымды еңеп, аудиторияға индем, ни булһа ла булыр, нисек тә ярҙам итергә кәрәк.
Ләкин мин уйлағанса килеп сыҡманы...
Уҡытыусы күҙлегенең өҫтөнән баштан-аяҡ һөҙөп ҡараны ла тыңлап та тормайынса:
– Билет ал, – тине ҡырыҫ ҡына.
Билет алып, һуңғы рәткә барып ултырҙым. Уҡытыусы мин биргән зачет­каны иң аҫҡа һалып ҡуйҙы. Алдымда йәнә биш-алты кеше бар.
Баш вата торғас, ике һорауға яуапты үҙемсә бик матур итеп яҙҙым. Өсөнсө һорау – башҡорт телендә тартынҡылар­ҙың яңғырашы. Физик булғас, был турала бер нәмә лә белмәйем.
Сиратым килеп етте, иң һуңғы бул­ғас, иркенләп һөйләшергә фор­сат булды тип ҡыуанып, уҡытыусы янына барып ултыр­ҙым да хәлде аңлатып бирергә уйланым:
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең арала аңлашылмау­санлыҡ...
– Һөйлә, һөйлә, беренсе һорауҙан башла.
Аптырағас, беренсе һорауға яуап бирҙем.
– Яҡшы, – тине ағай бик ҡәнәғәт тауыш менән. – Әле бына көндөҙгө бүлектәгеләр имтихан биргәйне, улар менән сағыштыр­ғанда, һин бик һәйбәт беләһең.
– Ғәфү итегеҙ... – тим, үҙемдең хәлде аңлатырға теләп.
– Һөйлә, һөйлә, икенсе һорауҙы һөй­лә! – тине уҡытыусы, дәртләнә төшөп.
Икенсе һорауға яуап бирҙем дә өсөнсөһөндә тотолмаҫ өсөн шунда уҡ:
– Мин боронғо башҡорт йырҙары менән ҡыҙыҡһынам. Унда башҡорт телендәге тартынҡыларҙың яңғырашы бына нисегерәк, тыңлап ҡарағыҙ әле:
– Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә –
Юлаусынан ҡалған бер күмер... –
тип башлауым булды, ул:
– Туҡта әле, ҡустым, ул бына была­йыраҡ, – тип көр тауыш менән яңғыратып йырлап ебәрҙе.
Онотолоп киттем. Әҙерәк еңел һулап ҡуйҙым.
– Ағай, мин Әбйәлил районынан, яңы­раҡ Өфөләге ҡустығыҙ менән күреш­кәйнем...
– Ярай, “бишле” үк булмаһа ла, ныҡлы “дүртле”, – тип зачеткаға баһа һуҡты ла ҡуйҙы.
Шатлығымдың сиге юҡ.
– Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип сығып тайҙым.
Теге ҡыҙ мине ҡояштай балҡып ҡаршы алды.
– Рәхмәт инде һеҙгә, минең өсөн ике сәғәт буйы ҡайһылай тырыштығыҙ. Ишек ҡыҫыҡ тора ине, барыһын да ишетеп торҙом...
Беренсе ҡаттағы буфетҡа төшөп теге лимонадты астыҡ, ул бик тәмле тойолдо. Ҡыҙ ауырып китеү сәбәпле генә был имтиханға әҙерләнергә ваҡыты етмәй ҡалыуы тураһында һөйләне. Ҡалған имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләп хушлаштыҡ.



Вернуться назад