Тағы ла “Себенле” тураһында13.05.2016
“Башҡортостан”дың быйылғы 19 апрель һанында Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Юлай Тойғонов, беҙҙең “Себенлеме, Суби-Меңме?” тигән мәҡәләгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашып, үҙ ауылының тарихы тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтереп үткәйне. Быныһы бик хуп, әлбиттә. Әммә авторҙың: “Рәшит әфәнде әйтеүенсә, Ейәнсура районындағы яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа… Был фекер менән бер нисек тә килешә алмайым”, – тип раҫлауы беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы, сөнки беҙҙең мәҡәләлә “Яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа” тип әйтелмәгән дәбаһа, унда Чебенка тигән йылға атамалары тураһында һүҙ бара.

Бына, уҡып ҡарағыҙ, нимә тип яҙылған ул мәҡәләлә:
“Ейәнсура районындағы Яңы Себенле (урыҫса – Новые Чебеньки) ауылының исеме ундағы Себенле (Чебенка) йылғаһының атамаһынан алынған тип фараз ителә – ошо урында “Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге”нә һылтанма яһала). Әйткәндәй, тарихи документтарҙа шул уҡ төбәктә йәнә Нижняя Чебенка, Средняя Чебенка тигән гидронимдар ҙа осрай. Түбәнге һәм урта тигәндәре булғас, уның Үрге тигәне лә булғандыр…
Урыҫса Чебенка (Чебенька) тигән был гидронимдар үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе менән, әлбиттә, “суби” этнонимына барып тоташа. Тимәк, суби ырыуы башҡорт­тарының бер өлөшө ҡасандыр Ырымбур яғында ла төйәкләнгән булған. Ундағы Суби > Субинка > Чубинка > Чебенка буйында ултырған ауыл да Чебеньки (Себенле) булып киткән”.
Күренеүенсә, Яңы Себенле ауылының исеме бер ҙә “суби” этнонимынан түгел, ә Чебенка гидронимынан, йәғни йылға атамаһынан алынған. Был бер булһа, икенсенән, мәҡәлә авторының Рәшит Искәндәровтың “Верхние и Нижние Чебеньки” китабынан килтергән цитатаһы ла ошо уҡ фаразды ҡеүәтләп тора. Йәғни Р. Искәндәров әйткәнсә: “Название хутору могло быть дано от степной речушки Чебенька, протекающей по территории сел Украинка и Григорьевка и впадающей в реку Сакмара, на правом берегу против будущего хутора Нижние Чебеньки”. Ә бына цитатаны артабан дауам итһәк, тағы ла мөһимерәк мәғлүмәткә тап булабыҙ. Сенаттың 1745 йылдың 8 авгусында Ҡазан татары Хая­линға ер биреү тураһындағы Указында Түбәнге Чебенька йылғаһы тураһында ошондай һүҙ бар икән дә баһа: “Учитывая, что по левой стороне реки Сакмара отсутствуют удобные места для устройства мельниц и сооружений, разрешается производить посев на правой стороне реки Сакмара, по реке Нижняя Чебенька…”
Тимәк, Нижняя Чебенька тигән гидроним 1745 йылда уҡ әле тарихи документҡа теркәп ҡалдырылған. Шул фактты иҫәпкә алһаҡ, Сәйет Хаялиндың “себенле урын” тигән һүҙҙәре тураһындағы легенда уйҙырма ғына булып сыға түгелме һуң? Халыҡ ижады фантазияһы емеше булараҡ, ул, бәлки, ҡыҙыҡлылыр. Әммә топонимика тигән фән өлкәһендә эшләүселәр өсөн бындай уйҙырма аргумент була алмай. Ә, ғөмүмән, йылға атамалары, ғәҙәттә, бик боронғо иҫәпләнә, сөнки улар әүәл-әүәлдән ерҙә ориентир функцияһын үтәгән.
Башҡорттар сал быуаттар төпкөлөнән аҫаба халыҡ булараҡ үҙ иленә үҙе хужа булып йәшәгән, үҙе биләгән территорияла бер генә билдәле тәбиғи объектҡа ла исем ҡушмайынса ҡалдырмаған. Миҫал өсөн, бынан 1 мең 100 йыл элек, 921-922 йылдарҙа уҡ әле, ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәд ибн-Фаҙлан башҡорт далалары аша үткәндә исемһеҙ бер генә йылғаға ла тап булмаған. Уның юлъяҙмаларында хәҙерге Яйыҡ, Ырғыҙ, Һамар, Кинәле һымаҡ гидронимдарҙың телгә алыныуы шул турала һөйләй.
Башҡортостан Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң башҡорт иленә күсеп килгән бүтән халыҡтар, шул иҫәптән урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаштар ҙа ер биләмәләре менән бергә ер-һыу атамаларын да үҙләштергән һәм электән формалашҡан географик номенклатура системаһы бик тотороҡло һаҡланған. Ғөмүмән, беҙҙең бик күп йылға, күл исемдәренең “йәше” йөҙәр генә түгел, меңәр йылдар менән иҫәпләнә. Әгәр алмашына икән, айырым бер ауыл тирәһендәге йылға-күлдәрҙең атамалары, йәғни микрогидронимдар ғына алмашынған. Ә бер генә түгел, ике-өс йылға атамаһы булып йөрөгән Чебенка йәки Чебеньканы бер ҙә микрогидроним тип әйтеп булмай.
Чебенка (Чебенька) гидронимының килеп сығышы мәсьәләһенә ҡабат туҡталып тормайым. Әммә өҫтәп шуны ғына әйтмәксемен: уның “суби”, “суби-мең” этнонимы менән бәйле булыуы тураһындағы версияла мин бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем. Ейәнсура яҡтары суби-меңдәр йәшәгән Дим буйынан бер ситтәрәк, тиерһегеҙ, бәлки. Ләкин ҡасандыр Көньяҡ Урал – Урта Азия тарафтарын бер итеп йөрөгән меңлеләр өсөн был йыраҡ ара түгел дә ул.
Беҙ тәҡдим иткән этимология берҙән-бер һәм иң дөрөҫө тип әйтергә йыйынмайым. Киләсәктәге тикшеренеүҙәр нимә күрһәтер – уныһы инде икенсе мәсьәлә.



Вернуться назад