Йәйғор балҡышы30.11.2011
Йәйғор балҡышыКитапҡа аннотация, ғәҙәттә, нәшриәт исеменән бирелә, Рафаэль Аҙнағолов иһә уны үҙе яҙған. “Һәр шағирҙың, яҙыусының, драматургтың әҫәрҙәре — үҙе бер серле донъя. Мин уны ҡояшлы көндә ҡалҡҡан йәйғорға оҡшатам. Ана шул йәйғорҙоң нурҙарын һанай-һанай тилмерәм, һоҡланам, ғорурланам. Йәйғорҙоң һәр нуры, үҙенсәлекле моң булып, күңелемде балҡыта, һағышландыра, уйҙарға һала. Шул нурҙың илаһи көсөн уҡыусыларға ла еткергем килде”, — тиелә унда. Һүҙем Башҡорт дәүләт университеты профессоры, педагогия фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Йәйғор төҫтәре” тигән йыйынтығы тураһында.
Автор ҡәләмдәштәренең шәхесенә ҡарап тормайынса, фәҡәт уларҙың ижадына, үҙе күҙ алдына килтергәнсә, анализ биргән. Шуға күрә китапта арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ менән бер рәттән әҙәбиәт донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусылар тураһындағы ижади портреттарҙың да урын алыуы тәбиғи.
Мәҡәләләр бүлектәргә айырымланмаған, жанрҙар йәһәтенән ҡарағанда шиғриәт менән проза ла, драматургия менән әҙәбиәт ғилеме лә сағылыш тапҡан.
Р. Аҙнағолов Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарынан Әхиәр Хәким, Ноғман Мусин, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев, Әнғәм Атнабаевтарҙың ижадына байҡау яһаған. Автор хаҡлы рәүештә баһалауынса, Р. Бикбаев донъяға ил күҙе аша ҡараһа, ил аҡылы менән фекер йөрөтһә; Ә. Атнабаевтың ҡайһы ғына әҫәрен уҡыһаң да, зиһенде байытыусы халыҡсан һүрәтләү сараларына, сағыштырыуҙарға юлығаһың, һоҡланаһың; А. Игебаевты йәнтөйәкте нурлаусы шағир тип атай; Ә. Хәким — ҙур яҙыусы, ғалим, әҙәбиәт белеме ғилемен яңы бейеклектәргә күтәреүсе, әҙәби тәнҡитсе, журналист; Н. Мусин — проза жанрын байытыуҙа, артабан үҫтереүҙә, тематикаһын төрләндереүҙә күп көс, ялҡынлы ижад ҡөҙрәтен һалған яҙыусы.
Әҙиптәребеҙ араһында бер нисә жанрҙа эшләүселәр ҙә бар. Шағирә Тамара Ғәниева, прозаиктар Таңсулпан Ғарипова, Мөкәрәмә Садиҡованы уҡыусылар драматург булараҡ та белә, Барый Ноғоманов шағир ғына түгел, прозаик та булып танылған. (Бында һүҙ китапҡа индерелгән әҙиптәр хаҡында ғына бара).
Т. Ғарипова художестволы һүҙ сәнғәтен үҫтереүҙә өс йүнәлештә эшләй. “Әҙәбиәттә Таңсулпан — хикәйәсе, Таңсулпан — драматург, Таңсулпан — романсы кеүек йондоҙҙар бар”, — тип яҙа Р. Аҙнағолов. Автор әҙибәнең хикәйәләрен анализлау менән генә сикләнмәй, “башҡорт халҡының яҙмыш даръяһы, ғазап менән хәсрәт араһындағы йәшәйеш эпопеяһы” — “Бөйрәкәй” романы, сәхнәләрҙең күрке булырҙай әҫәр — “Ғилмияза” драмаһы тураһында үҙ һүҙен әйтә.
Ҡәләмдәштәренең ҡайһы берҙәренә теләктәрен дә еткергән автор. Әйткәндәй, Тамара Ғәниева ижадына арналған “Шиғриәте — ҡыҙыу янған усаҡ” тигән мәҡәләһендә түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ: “Мәңге асылмаҫтай ҡапҡа төптәрендә тороп, дыуамаллыҡ менән сәбәләнмәһәңсе. Һин — ысын халыҡ шағирәһе, имгәнгән өмөттәрҙе терелтеүсе, тайған рухты ултыртыусы. Һиндәге күркәм телмәр халҡыңдың күңеленә көс-ғәйрәт бирә, уның әҙәбиәтен, мәҙәниәтен заман талаптары кимәленә күтәреп, тотоп тора”.
“Һомайҙан дарман алып” мәҡәләһендә автор Розалия Солтангәрәева менән бәхәскә ингән: “Сәсәниәнең ҡобайырҙарын, шиғри һүҙ, ялҡынлы телмәр булараҡ, камиллыҡтың өлгөһө тип әйтергә иртәрәктер әле, моғайын. Урыны-урыны менән строфикаһы ла, ритмикаһы ла, хатта рифмаһы ла ҡобайырға хас ҡалыпты боҙа һымаҡ”.
Ғөмүмән, йыйынтыҡта ҡырҡҡа яҡын әҙип хаҡында ижади портрет урын алған.
Р. Аҙнағолов үҙен тәнҡитсе тип һанамай. Китап сығарыуының маҡсаты шунда (әйткәндәй, был ғалимдың икенсе китабы, 2007 йылдағыһы “Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө” тип атала): ижад юлын үҙ итеп, үҫешергә ынтылып, ҡеүәтләү көткәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Танылған әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәренә яҙылған баһаламалары нигеҙендә лә уларҙы ижади үрҙәргә әйҙәү, йәштәр өсөн тәжрибә майҙаны ойоштороу идеяһы ята. Ул бөгөнгө әҙәби мөхиттең йәш быуыны тип аталырҙайҙары хаҡында ла онотмай. “Шәп әҫәрҙәр йәш саҡта тыуа” мәҡәләһенән күренеүенсә, Рита Фәтҡуллина, Земфира Әбүшахманова, Айгиз Юлдашбаев, Айгөл Ишемғужина, Алмас Шаммасов һәм башҡаларҙың шиғырҙары уның күңеленә хуш килгән. Йәшләй генә ғүмере өҙөлгән Флүзә Әхмәҙиеваның һәр шиғыры уны уйландыра:
Ай йәшәр ҙә инем күбәләктәй
Уйнап-көлөп сыбар сәхрәлә —
Тик барыбер ғәм уятыр ине
Зиһенемдә баллы сәскә лә.
(“Әхирәттәргә”).
Автор 1973 йылда уҡ Рәми Ғарипов фатиха биргән йыйынтыҡтың 2005 йылда ғына донъя күреүенә үкенес тә белдерә.
Йыйынтыҡты ентекләп уҡып сыҡҡан кеше шуныһына ла иғтибар итер: һүҙлектәрҙә осрамаған, әммә әҙәби телдең лексикаһына индереп ебәрерҙәй байтаҡ һүҙ һәм һүҙбәйләнешкә юлыҡҡан ғалим. Аҡмулла шиғриәтенән: күкләм — яҙ мәғәнәһендә, ыжғыр ҡыҫмаҡ — ҡышҡы селлә һыуығы; Закир Зиннәтуллиндың “Ватан һәм Ил тураһында белек. Героик поэма”һынан: белек — хикәйәт, иртәк (жанр), батма — лотос (сәскә), күрен — ғәскәр туҡталған урын, лагерь, туҡалаҡ — кәҫле өй һ.б.
— Ҡәләмдәштәрҙең әҫәрҙәрен үҙем өсөн генә уҡымайым, уҡытыусылар өсөн күңелемә һеңдерә барам. Теге йәки был яҙыусының ижадын мәктәп шарттарында дәрестә нисек өйрәнергә икәнен дә методик планда төшөндөрә барам.
Был хаҡта педагогия фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың трибунанан да әйткәне, яҙып сыҡҡаны ла бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рафаэль Ғәйнетдин улының “Йәйғор төҫтәре” китабына ара-тирә күҙ һалһа, улар балаларҙы телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә тос уңышҡа өлгәшер ине, моғайын.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.


Вернуться назад