“Рухиәттән айырылмаһын яҡташтарым!”11.05.2016
Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛ:
– Тыуған районым Мәсет­леләге тулы булмаған һәр ун мәктәпкә берәр “Башҡортос­тан” гәзите яҙҙырырға йыйынам. Әйҙә, йәш дуҫтарыбыҙ республикалағы яңылыҡтар, сәйәси-мәҙәни хәлдәр, төбәге­беҙҙәге ауылдар яҙмышы, хеҙмәтсән халыҡ тормошо менән даими танышып барһын!
Ә ун йыллыҡ һәр мәктәпкә берәр “Ағиҙел” журналы яҙҙырам. Уҡыусылар башҡорт әҙәбиәтендәге, мәҙәниәтендәге, сәнғәтендәге бар яңылыҡтар менән хәбәрҙар булһын, республикабыҙ тормошо эсендә ҡайнап, илһөйәр, телһөйәр булып үҫһен. Беҙҙең киләсәк бит улар! Рухиәттән айырылмаһын яҡташтарым!


Вернуться назад