Яҙылмаған шиғыр яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ10.05.2016
Шиғыр, ғөмүмән, сәнғәт әҫәре – юҡты бар итеү ул, ләкин шул “юҡ” һине уратып алған – ул ерҙә, күктә, елдә, ағастарҙа, кешеләрҙә, хайуандарҙа, йәшәү тәжрибәһендә, биографияла һәм башҡаларҙа. Уның осо-ҡырыйы юҡ, ә тик таба белергә, шуларҙы бар итә белергә генә кәрәк.
Назар Нәжми.

***
Яҙылмаған шиғыр, ахыры,
Яҙғандан ҡыҙыҡлыраҡ.
Рәми Ғарипов.
***
Һәр фәндә шиғыр менән китап тулы,
Ҡараһаҡ, эйәләре ниндәй оло!
Аҡмулла.
***
Фән дә, шиғыр кеүек, хисле булһын,
Шиғыр теүәл булһын, фән һымаҡ.
Ғилемдар Рамазанов.
***
Ә нимә ул шиғыр? Рухты тотор
Аҡыл бит ул, моң ул, һынланыш.
Барыһынан бергә ярала ул,
Барыһынан элек ул – яҙмыш.
Хәсән Назар.
***
Шиғырҙарым, һеҙҙе табам
Йоҡоһоҙ төндәремдә.
Һеҙҙең дә күңел борсоуҙыр,
Тынғы белмәйҙер бер ҙә...
Ғәйнан Әмири.
***
Шиғыр бит ул – асылмаған йондоҙ,
Табылмаған алтын бөртөгө.
Мөхөтдин Тажи.
***
Яҙылған шиғырҙарҙың
күбеһе – хыял,
Хыялдарҙың бар булыуы бик
ихтимал.
Мәжит Ғафури.
***
Шиғыр – һүҙҙән ҡойолған һәйкәл.
Вафа Әхмәҙиев.
***
Шиғыр барлыҡҡа килгәндән бирле поэзия донъяға ниҙер әйтергә, кешене нимәгәлер өйрәтергә, ке­шелә ниҙер тәрбиәләргә тырышҡан, донъяны танып-белеп, уны үҙгәр­тергә булышҡан.
Рәми Ғарипов.
***
Шиғыр булһа, булһын ынйы һымаҡ,
Янһын әйҙә дошман йөрәге.
Улай булмай икән – маташма ла,
Һуҡыр бер тин уның кәрәге.
Рәшит Назаров.
***
Энә менән ҡойо ҡаҙыуҙан да
Ауыр икән шиғыр тыуҙырыу.
Мөхөтдин Тажи.
***
Һәр нәмәлә шиғыр ята,
Әгәр күрә, тоя белһәң,
Тойғаныңды йөрәгеңдә
Шиғыр итеп ҡоя белһәң.
Назар Нәжми.
***
Ғәжәп булһа ла, хаҡ: ҡайһы саҡта ҡалын-ҡалын китаптар ҙа аңлатып бирә алмаған нәмәне һиңә бәләкәй генә бер шиғыр әйтеп бирә. Уны һин күпме уҡыһаң да, уҡып бөтөрә алмайһың. Шиғыр шунан тыуалыр ҙа инде...
Рәми Ғарипов.
***
Һыуынаһың аһ итерлек,
Һоҡланырлыҡ шиғырҙан да –
Уйға һалмаһа.
Ғәбиҙулла.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.



Вернуться назад