Нисә килен менән төштөң, балаҫ?10.05.2016
Нисә килен менән төштөң, балаҫ? Халҡыбыҙҙың элек-электән һаҡланған ҡомартҡыларының әле лә осрауы һөйөндөрә. Йылылыҡ бөрккән бындай ҡул эштәре – милли хазинаның бер өлөшө. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәүсе Гөлнәзирә Йәһүҙинала йөҙ йылдан ашыу тарихлы, ҡулдан һуғылған балаҫ һаҡлана. Ҡомартҡыны уға әсәһе Вәсилә Килдейәрова тапшырған. Буранғол ауылында йәшәүсе инәйгә иһә балаҫты әсәһе Нәфисә биргән. Өләсәһенең өләсәһе Зилкамал был яҡтарға Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән булған...

Бер заман Әбйәлил районының Хәлил ауылы мәктәбенә яңы ысул менән уҡытыуға нигеҙ һалған Хужәхмәт-Йәсәүи килеп төпләнә. Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улысының был ауылында мәҙрәсә асып, халыҡты дини тәғлимәттәр менән бер рәттән донъяуи белемгә лә өйрәтә ул. Үҙенең ҡыҙы Зилкамалды Амангилде ауылының указлы муллаһы Сафуан хәҙрәткә кейәүгә бирә. Ҡорман ауылынан ҡыҙҙы бик мул бирнә менән Әбйәлил тарафтарына оҙаталар.
Силәбе башҡорттарының биҙәге һалынған балаҫ менән һөлгөнө тыуған яғының изге хәтирәһе булараҡ ҡәҙерләп һаҡлаған, күрәһең, Зилкамал. Ул үҙе дини ғилемле, уҡымышлы була. Йылдар үтеү менән бирнәлек балаҫты Хәбибулла улының ҡыҙы Нәфисәгә (ейәнсәренә) тапшыра. Артабан ҡомартҡы быуындан быуынға күсә.
– Был балаҫты Зилкамал өләсә­йемдең төҫө булараҡ ҡәҙерләп һаҡлайым. Тәүҙәрәк музейға тап­шырырға теләк бар ине, әле, шәжәрәнең йәнле шаһиты итеп, үҙемдә ҡалдырырға булдым. Артабан был ҡиммәтле ҡомартҡы ҡыҙҙарыма, ейәнсәрҙәремә лә күсер, – ти Гөлнәзирә Йәһүҙина.






Вернуться назад