Мәскәү продюсеры ҡәнәғәт04.05.2016
Мәскәү продюсеры  ҡәнәғәт Мәскәүҙең “Аҡ арыҫлан” (“Белый лев”) кинокомпанияһы продюсеры, Станислав Говорухиндың ярҙамсыһы, Никита Михалковтың киноакадемияһындағы төбәктәр менән эшләү буйынса координатор, Йәш кинематографистар союзы ағзаһы Олеся Дейнега Өфөлә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараны Катрина Душанбаеваның студияһы менән Башҡортостан Кинематографистар союзы ойошторҙо.

Олеся Өфөләге йәш кинематографистар менән осрашты, продюсер эшенең нескәлектәре хаҡында һөйләне, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған ҡыҫҡа метражлы фильм фестивалдәре, аҡсалата приз отоу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа ҡыҫҡа метражлы проекттарға аҡса табыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Продюсер сценарий авторҙары менән һөйләште, эште яҡшыртыу йәһәтенән кәңәш тә бирҙе.
Катрина Душанбаева әйтеүенсә, Олеся Өфөнән һәм уның халҡынан бик ҡәнәғәт ҡалған. Йәштәр менән хеҙмәттәшлек итергә, сценарий яҙыу, фестивалдә уларҙы күрһәтеү йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙер, ти. Ул шулай уҡ Башҡортостанды Рәсәйҙә кино өлкәһендә иң алға киткән республика тип атаған. Продюсер төбәккә тағы ла августа килергә ниәтләй.


Вернуться назад