Башҡорт батырына китап бағышланды04.05.2016
Башҡорт батырына китап бағышланды Екатеринбург ҡалаһындағы Игорь Родин нәшриәтендә «Батырҙарҙы батыр тыуҙыра. Харис Йосопов һәм уның дәүере» исемле китап донъя күрҙе. Ул күренекле башҡорт көрәшсеһе, Уралдағы дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалған легендар спортсы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосоповҡа арналған.

Китаптың авторы, Силәбеләге танылған журналист, почетлы хеҙмәт ветераны Мөнирә Хәлимова Харис Йосопов менән яҡындан таныш булған. Баҫманы әҙерләү өсөн уға 10 йылдан ашыу ваҡыт талап ителгән, сөнки архив мәғлүмәттәрен йыйыу тиҙ башҡарыла торған эш түгел. Харис Йосоповтың шәхси архивындағы фотоһүрәттәр менән байытылып, башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә баҫылған китаптың дөйөм тиражы — 1000 дана.
– Яҙып бөткәс, үҙәк урамға сығып, кешеләрҙең Силәбеләге билдәле спортсыларҙы беләме-юҡмы икәнен асыҡларға булдым. Егерме кешенең туғыҙы Йосоповты атаны, — тип һөйләй Мөнирә Хәлимова.
Консультант булараҡ китапты сығарышыуҙа профессор, педагогия фәндәре докторы, Урал дәүләт физик культура универси­тетының көрәш теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире Александр Еганов һәм Силәбе өлкәһенең дзюдо буйынса дәүләт тренеры Александр Миллер ҙа ҡатнашҡан.
Харис Йосопов – дзюдо буйынса етенсе һәм каратэ буйынса бишенсе дан эйәһе, Почет һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Ул Башҡортостандың Салауат районындағы Арҡауыл ауылында тыуған. Күп йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Олимпиада призерҙарын, ике донъя, 14 Европа чемпионын һәм халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, 250-нән ашыу спорт мастерын тәрбиәләгән.


Вернуться назад