“Сама кәрәк икәнлеген белдем, самаларым ҡалғас самалы…”03.05.2016
“Сама кәрәк икәнлеген белдем, самаларым ҡалғас самалы…” Шиғриәткә ғашиҡмын

Шағир тигән исем күтәрмәнем,
Тик үҙемде белә-белгәндән
Шиғыр яҙҙым. Үҙем өсөн яҙҙым.
Һирәк яҙҙым. Ярһыу күңелдән

Илай-илай яҙҙым. Йырлай-йырлай,
Гөрләй-гөрләй, йәки дөрләй-дөрләй,
Ерҙе тырнай-тырнай…
Тик шым ғына
Исем өсөн шиғыр яҙманым.

Мин яҙманым шиғыр асыуланып,
Нәфрәтләнеп, рәнйеп донъяға,
Мин яҙманым, әгәр боғаҙымдан
Шиғыр үҙе килеп алмаһа.

Өс тингә торошло фекер менән,
Өс һум һорап, һатыу итмәнем,
Шиғырҙарым донъя күрһәләр ҙә,
Маҡтау-данға өмөт итмәнем.

Таҙа күңел, тыныс намыҫ менән
Үҙ эшемде эшләп йәшәнем.
Шағир тигән исем алмаһам да,
Шиғриәткә ғашиҡ кеше мин.

Килендәр

“Килен кеше була килмешәк”, – тип,
Оло апай миңә ярһып һүҙ әйтте.
Бер һөйләме менән, гүйә, бына
Минең биткә тупраҡ-ер һипте.

Илегеҙҙе һеҙҙең ил иткәнмен,
Ерегеҙҙе һеҙҙең ер иткәнмен,
Ошо ерҙә бөтә уй-эшем.
Ирем менән рәттән хеҙмәт иткәс,
Бөтәгеҙҙе тиңдәй хөрмәт иткәс,
Ниңә булайым мин кәм кеше?!

Килмешәк тип килен рәнйетмәгеҙ,
Ҡыҙ баланың шундай яҙмышы.
Ире ҡайҙа – уның иле шунда,
Шунда тамырҙары, тормошо.

Тыуған ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Дөрләп яна усаҡ-утыбыҙ,
Беҙ булмаһаҡ, улдарығыҙ менән
Ҡорор ине ырыу-ҡотоғоҙ.

Ерегеҙгә тоғро хеҙмәт иттем,
Булыр микән, юҡмы ҡәҙерем,
Бар ғүмерем үткәс ошо ерҙә,
Ошо ерҙә булыр ҡәберем.

Сама

Самаларҙы самаларға кәрәк,
Һәр эштә лә кәрәк самалар,
Изгелектең үҙ самаһы була,
Яһиллыҡҡа тағы сама бар.

Беҙгә аҡыл әллә һуңлап килә,
Белмәйбеҙ шул күп саҡ саманы.
Сама кәрәк икәнлеген белдем,
Самаларым ҡалғас самалы…

…­Самаларҙан сығып ярҙам иттем –
Тейеш кеүек ҡабул иттеләр,
Самаларҙан сығып ҡәҙерләгән
Кешеләрем ташлап киттеләр.

Самаламай хәлдәремде астым —
Бөтә илгә сыҡты серҙәрем;
Янып-ярһып яратҡаным булды —
Аша атлап үтте йән-йәрем.

Көс-хәлемде эштә йәлләмәнем –
Быуыныма төштө арыуым;
Балаларым өсөн йәнем сыға –
Ниҙәр булыр, бөткәс ҡарыуым?

…Изгелектәр ерҙә ятып ҡалмай —
Берәй ҡасан, бәлки, аңларҙар.
Эй самалы ғына был ғүмерҙәр,
Самаларға юҡтыр самалар…

Бәхет

Ап-аҡ түбәләргә ҡараш төбәп,
Ике тамсы һыуға тилмереп
Ятҡаным бар. Үлгән-терелгән бар,
Наркоздарҙан ятҡан илереп…

Үлем менән яңғыҙ тартышҡанда,
Ул боғаҙҙан килеп алғанда,
Бер кем, бер ни ярҙам итмәй икән –
Байлығың да, йәрең, балаң да.

Йәшәүҙәрҙән биҙгән, төңөлгән бар…
(Бер ҡат булһа – әле түҙерлек!)
Үҙемдә көс таптым бар ҡайғымды
Йөрәк төптәренә күмерлек.

Уртты сәйнәп, күҙ йәштәрен йотоп,
Көлгә ҡалғас, ҡабат терелдем.
Өмөт үлмәй. Көрәшергә кәрәк!
Минме еңел генә бирелдем?!

Хоҙай беҙгә биргән ошо ғүмер
Ул үҙе үк – бөйөк мөғжизә:
Башым – фекер итә, телем – һөйләй,
Күҙем – күрә, танау – еҫ һиҙә.

Ни теләйем – шуны ашай алам,
Ҡулым – эшләй, аяҡ – йүгерә.
Йәшәү – үҙе бәхет икәнлеген
Аңлағандар йәшәп өлгөрә.

Ҡәҙерҙәрен белеп һәр бер көндөң,
Рәхмәттәрҙе уҡып Хоҙайға,
Риза булып йәшәү – үҙе бәхет.
Бәхетлебеҙ икән былай ҙа…

­Атайым иҫән булһа…

Эх, атайым әгәр иҫән булһа,
Ошо көндә түрҙә булыр ине,
Күкрәктәре – орден-миҙал менән,
Ә күҙҙәре йәшкә тулыр ине.

Ҙур ихтирам менән оло-кесе
Иҫәнләшер ине башын эйеп,
Йәнәшәлә мин дә булыр инем,
Ғорурлыҡтан башты күккә сөйөп.

Ул яулаған Еңеү өсөн бөгөн
Рәхмәт әйтер инек мул итеп,
Ошо бер көн өсөн түләр инем
Үҙ ғүмерем менән йыл итеп…

Ниндәй байрам бөгөн, белһәң, атай!
Күҙ йәштәрем, әйҙә, түгелһен…
Оло хөрмәт һиңә булыр ине!
Эх, йәл, атай, иҫән түгелһең…





Вернуться назад