Өфө – “Евразия йөрәге”29.04.2016
Өфө – “Евразия йөрәге” 25 – 29 майҙа баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Ошо биш көн эсендә Өфө амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы шаһит ҡылырға мөмкин.

Мәҫәлән, “Симфоник төн”, “Кино төнө”, “Этнотөн” кеүек байрамдар, “Донъя халыҡтарының мираҫы” исемле халыҡ-ара конференция, “Урал моңо” төрки йәштәр фестиваленең гала-концерты программаға ингән. Йәнә, башҡорт ҡурайының данын күтәреп, “UFA-Kuraifest” тип аталған моң байрамы ла тамашасыға ҡолас йәйәсәк. Музыкаль форумға килгән ҡурайсыларҙың сығыштарын тамашасы 27 майҙа күрер. 28 май иһә Башҡорт милли кейеме көнөнә бағышланасаҡ. Был сара барышында тамашасылар үҙҙәре үк “Башҡортса кейен” флешмобында, башҡорт милли кейемен белеүселәр араһында уҙғарылған уйын-викторинала, “Мин – башҡорт кейемендә” селфи-шоуында ҡатнаша ала. Тағы ла төрлө күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин.


Вернуться назад