Халыҡсан моң арбаны27.04.2016
Халыҡсан моң арбаны Бына, исмаһам, халыҡсан моң байрамы, халыҡсан тамаша, тип ҡайттыҡ Бибисара Азаматова менән Рәил Өмөтбаевтың концертынан. Зал тулы тамашасы булыуы ла уларҙың ижадын яратҡандарҙың, үҙ иткәндәрҙең күп икәнлеген күрһәтте. Кеше концертҡа йөрөмәй, тиҙәр... Моңдаш, рухташ ижадсыларға нишләп йөрөмәһен инде!

Икеһе ике йәш мөҙҙәтенән булһа ла, Бибисара ханым да, Рәил дә – бер тулҡында. Бер һулыштан, тулы гармония менән сығыш яһауҙары кешене битараф ҡалдырмай. Йәш артистар сығышы ла яңғыраны. Бигерәк тә Мостай Кәрим исемен­дәге мәктәп уҡыусыларының бейеү ансамбле сағыу биҙәк өҫтәп ебәрҙе, һөйөндөрҙө.
“Мөхәббәткә кәртә юҡ” тип аталды концерт. Эйе, йыр-моңға һөйөү, артистарҙың тамашасыһын яратып сығыш яһауы, ә тамашасының уларға мөхәббәте кәртәләр белмәй. Күңелдәге ҡатмарлы йоҙаҡтарҙы ла моңға булған һөйөү асҡысы асып инә, йән рәхәте бүләк итә бит!
Кешенең таланты бар икән, бер килеп күренә ул. Ҡарғаны консерватория бөтөртөп йырсы итеп булмағандай, һандуғас та консерватория бөтмәгәндән генә моңонан яҙмай. Моң йә бар, йә юҡ. Һәр нотаһын еренә еткереп йырлап та күңелдең бер генә күҙәнәген дә ҡабыҙып ебәрмәй, эләктермәй икән, ниндәй йырсы һуң ул!
Бибисара Азаматова – йәш сағында, республика сәхнәләрен дер һелкетер саҡтарында, ҡайҙа­лыр йөрөп ҡалһа ла, инде олпат йәшкә еткәс сәхнә күгендә ҡапыл ғына пәйҙә булған йондоҙ ул. Йырҙары шул тиклем халыҡсан аһәң менән һуғарылған, көйгә бик һайлансыҡ та үҙе. Хәйер, башҡа кеше йырлаһа, уныҡы кеүек айырым бер моң менән һуғарылып, күңел түренә барып та етә алмаҫ ине улар.
“Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” тигән төркөмдә уның йырын ҡуйыуға әллә күпме лайк йыйылып китә. “Их, Бибисара апай, йәш сағыңда ҡайҙа йөрөнөң, әле тыңлап туйып булмай”, – тип яҙалар йыш ҡына.
Ир-егет башҡарыусының тауышы “бешеп етеүе” лә кәрәк икән. Шунда ул бар балҡышында килеп сыға. Абдулла Солтанов ағайҙың олоғайған һайын моңо асыла барыуы – быға үҙе бер дәлил.
Рәил унан йыр башҡарыу нескәлектәренә өйрәнәлер, тип уйлайым. Ошо концертта ул ҡәҙимге йырҙары менән рәттән һиҫкәнеп китерлек итеп берәүһен башҡарҙы – уның үҫер мөмкинлеге бар икәнен аңланым шунда. Уңыштар уға.




Вернуться назад