Шағир әйтмешләй, тәбиғәттең уяу бер мәле. Еңел машина нурға тулған түбәле, ҡаялары күккә ашҡан Урал тауҙары аша Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында ятҡан Учалы яҡтарына елдерә. Ара-тирә юлдашым Гөлдәр Моратоваға күҙ һалам: йөҙө уйсан, зәңгәрһыу күҙҙәрен зәңгәр офоҡҡа текәгән. Уның, Гөлдәр Сабит ҡыҙының, 65 йәшлек юбилейы айҡанлы үтәсәк кисәгә китеп барабыҙ. (Ошо урында башта “ҡайтып” тигән һүҙ яҙылғайны, һыҙып, тиҙ генә “китеп”кә төҙәттем: ни генә әйтһәң дә, уның да, минең дә Учалынан киткәнгә егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән). Әйтергә кәрәк, юл өҙәрем, соҡор-саҡырлы. Әммә зиһен юлға түгел, үткән менән бөгөн араһына һуҙылған ваҡыт ғали йәнәптәренә төбәлгән.Ҡыҙыҡ, ләкин нилектәндер үҙенең тыуған йә эшләгән-йәшәгән, тамыр ебәргән, ҡурпы ҡурпылатҡан еренән айырылып сығып китергә мәжбүр булған әҙәмдәрҙең яҙмышын мин хас та теге йомро-йомро йомғағын эҙләп киткән әкиәт героиняһы яҙмышына оҡшатам: тәҡдир бит ундайҙарҙы ҡаты һынау алдына ҡуя. Һин йә иңеңә һандыҡ тулы хазина йөкмәп, йә һандыҡ тулы йылан-саян менән ҡайтаһың. Ҡайтҡас йәнә һынау тотаһың. Яҡташтарың менән осрашыу – ул һәр саҡ оло имтихан.
Әле Гөлдәр Сабит ҡыҙын шул уйҙар борсой: кемдәр килер, ни әйтерҙәр, күңелен тағы ла елкенеберәк, йәшәрлек итеп күтәрерме, әллә һүрелтерме был осрашыу.
Хәйер, китер алдынан Учалы музыка училищеһының башҡорт фольклоры бүлеген етәкләп, алдына тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып эшләп йөрөгән еренән мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп эшкә саҡырғастары, үҙенең кумиры, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Нурат Вәйес ҡыҙы Дауытоваға “ни эшләргә?” тигән һорауҙы биргәс, аҡыллы етәксе ханым уға: “Беҙ һине, Гөлдәр, Учалыла ултырыр өсөн үҫтермәнек!” тигәйне. Тимәк, уның китеүенә фатихаһын бирҙе. Эйе, ул ил инәһенең, тимәк, яҡташтарының ризалығы менән сығып китте. Ул саҡта беҙгә, үҙе менән бергә эшләгәндәргә, айырылышыуы еңел булмағайны. Миңә шул осорҙа уны оҙатып ҡалырға тура килһә, бөгөн, ике тиҫтә йыл ваҡыт үткәндән һуң, яҡташтары менән күрешеүен күрергә насип иткән икән Хоҙай. Гөлдәр Сабит ҡыҙының болоҡһоуы миңә лә күсә: мин дә Учалы халҡы менән шул саҡлы ғүмер осрашмағанмын.
* * *
Билдәләнгән ваҡытта Учалы филармонияһы залы (элекке Мәҙәниәт һарайы. – Авт.) халыҡ менән шығырым тулды. Урынһыҙ ҡалғандары ла сығып китмәне. Бынан алдағы ике көндә Роберт Юлъяҡшиндың концерты булыуы һәм бихисап тамашасы йыйыуы хаҡында хәбәрҙар булғанлыҡтан, борсолоу шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Оҙаҡламай был байрамдың сәбәпсеһе үҙе лә күренде: баянда уйнап, “Ҡарт Урал”ды йырлап Гөлдәр Моратова килеп сыҡты. Был – улар белгән, Яйыҡ буйында бәпкә көткән, гармун һатып алыр өсөн йәй колхоз быҙауҙарын ҡараған, Учалы музыка мәктәбенә Илтабан ауылынан йөрөп белем алыр өсөн ун биш йәшендә каникул ваҡыттарында һауынсы булып эшләгән, тырышып-тырмашып Өфө музыка училищеһына уҡырға инеп, уны тамамлағас, Учалы ауылында асылған тәүге музыка мәктәбенең уҡытыусыһы сифатында хеҙмәт юлын башлап, тиҙҙән район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһына күтәрелгән һәм был төбәктәге хеҙмәт юлын Учалы музыка училищеһының фольклор бүлеге етәксеһе булараҡ тамамлаған, йәғни Өфөгә эшкә саҡырылған яҡташтары.
Тәүге ҡотлау һүҙен, хужа булараҡ, Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләткирәев алды. Ул Гөлдәр Сабит ҡыҙына райондың саҡырыуын кире ҡаҡмағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. “Мин, – тине ул, – быны Гөлдәр Моратованың тыуған яғын яҡын күреү билдәһе булараҡ ҡабул иттем. Учалы районынан арҙаҡлы кешеләр байтаҡ сыҡҡан. Әммә һеҙ, Гөлдәр Сабит ҡыҙы, мәҙәниәт өлкәһендә тыуған яғығыҙ өсөн бик күп эш башҡарған кеше”.
Әлбиттә, ҡотлау һүҙҙәре Учалылағы ижади төркөмдәр, ансамблдәр сығышы менән үрелеп барҙы. Улар Гөлдәр Сабит ҡыҙының ваҡытында хәстәрлек күреүе, уның башланғысы менән барлыҡҡа килгән, шуға күрә үткәндәрҙе хәтергә алырға, барларға һәм һығымта яһарға мөмкинлек бирҙе. Байрамдар бында, билдәле, “Ләйсән” бейеү ансамблеһеҙ үтмәй. Гөлдәр Сабит ҡыҙы эшләгән саҡта барлыҡҡа килеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сит ил сәхнәләрен йәмләндергән фольклор бүлеге студенттарынан төҙөлгән “Ҡойон”, Учалы филармонияһының “Уралтау” ансамблдәре сығыштары байрамға бер яҡтан матур биҙәк булһа, икенсе яҡтан, төбәктә традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә һаҡсыл, ижади ҡараш йәшәүен күрһәтте.
Учалы – йырсылар төбәге. Мәшһүр Абдулла Солтанов үҙе генә ни тора! Гөлдәр Моратова менән аҙ юлдар үтмәгән был илаһи моң эйәһе. Әле ул да килгән байрамға. Халыҡ 87 йәшлек йыраусы башҡарыуында “Томан”ды тыңлаһа, 5 йәшлек Айназ Хаджиев балаларса самимилығы менән күңелде күтәрҙе. Юбилярҙың баш ҡаланан килгән дуҫтарының йыр-моңо ла сараға йәм өҫтәне.
Сәхнәнән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Моратованың тормош юлы тураһында ла тулы мәғлүмәт бирҙеләр. Уның республика мәҙәниәт министры урынбаҫары, шул уҡ ваҡытта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының генераль директоры булып эшләгән дәүерҙәре, шул саҡта, театрыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртып, Мәскәүҙәге Щепкин исемендәге театр институтына студенттар ебәреп уҡытыуҙы ойоштороуы хаҡында ла һөйләнеләр. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, республиканың Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһында тап уға хас эшлеклелек, егәрлелек һәм дәрт менән янып йәшәүен билдәләнеләр. Гөлдәр Сабит ҡыҙы башлыса тамаша залында булды. “Халыҡ араһынан сыҡтым, халыҡ менән йәшәнем һәм халыҡ менән ҡалам”, – тине ул. Кешеләргә лә был күренеш оҡшаны: киләләр, ҡосаҡлайҙар, илайҙар, гөлләмәләр бирәләр… Ҡыҫҡаһы, күңелдәрен бушаттылар, күңел һандығы тулы хазина менән ҡайтҡан ҡыҙҙары өсөн шатланыуҙарын һәм ғорурланыуҙарын күрһәттеләр.
Бер гәзит битендә генә оло тормош юлы үткән, халҡының, яҡындарының, туған-ырыуының, балаларының, ейәндәренең һөйөүен яулаған Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова хаҡында әллә ни күп һөйләп булмай. Яңыраҡ “Мин ҡалдырған эҙ” тип аталған очерк тамамланым. Ул “Ватандаш” журналында донъя күрәсәк, Алла бирһә. Бына унда Гөлдәр Моратова, уны тәрбиәләгән мөхит, характерын формалаштырған сәбәптәр хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тырыштым.
Гөлдәр – күп яҡлы шәхес. Күңелендәге өйөрмәләрҙе һөйләргә гармун телдәре генә етмәҫтәй булһа, ул йә һүрәт төшөрә, йә шиғыр юлдарына мөрәжәғәт итә:
Ҡайтып киләм илдәремә
Табыр өсөн йәндәремә
Бала саҡтың сапҡан атын.
Ялан буйлап еткермәйсә
Күккә осҡан Аҡбуҙатын!
Ауыр саҡта бул ҡанатым,
Бала сағым – Аҡбуҙатым! Эйе, хыял артынан барғандар, күңелендә аҡ Аҡбуҙат йөрөткәндәр бер ҡасан да алға барыуҙан туҡтамай, арымай, яҙмыш кәртәләренә һөрөнмәй, сөнки улар бейегерәк оса. Сәпкә тейҙерер өсөн өҫкәрәк тоҫҡар кәрәк бит – улар шул хәҡиҡәтте, серҙе белә.