Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторолоуға 175 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған "Социомәҙәни киңлектә милли китапханаларҙың тотҡан роле һәм урыны" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла, Рәсәйҙән тыш, Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Төркиәнән дә бик күп вәкилдәр ҡатнашты.
Китапхана директоры Азат Ибраһимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыу залдары тейешле талаптарға тулыһынса яуап бирә, шулай уҡ бинаны заманса итеп үҙгәртеүгә иғтибар кәмемәй.
Евразияның Яҙыусылар союзы рәйесе, "Йәш ҡәләмдәр" журналының (Анкара ҡалаһында нәшер ителә) баш мөхәррире Яҡуп Делиомероғлу Башҡортостанда быға тиклем дә булған, килгән һайын ул Өфөнө үҙенсә аса. Ҡунаҡ һөйләүенсә, Анкара ҡалаһындағы китапхана беҙҙекенә ҡарағанда күпкә йәш, фонд ярайһы бай ғына. "Беҙҙә хеҙмәткәрҙәр дәүләттең яҡлауын үҙҙәрендә тоя. Мәҫәлән, эш хаҡы юғары, бынан тыш, белгестәр өсөн торлаҡ алыу киҫкен мәсьәлә түгел", – тине Ҡаҙағстан милли академия китапханаһының китапханаларҙы үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Каиркен Нуралинова.
Оптимизация тураһында ла һүҙ барҙы. Баҡтиһәң, китапханаларҙың ябылыуы тотош илебеҙҙе ялмап алған. Уның ҡарауы, күптән түгел Сибай ҡалаһында яңы китапхана асылды, быны ишетеп күптәр хайран ҡалды. "Киләсәктә Интернет ҡағыҙ баҫманы юҡҡа сығармаҫмы?" Ошо хаҡта конференцияла ҡатнашыусыларҙың фекерен белдек. Берәүҙәр, ысынлап та хәүеф янай, тиһә, икенселәр, борсолорға һис кенә лә урын юҡ, тигән ҡарашта.
Фойела китапханаға арналған стенд янында халыҡ күп ине, нәшриәттәр иһә китап менән сауҙа итте, түрҙәге ыҡсым тирмә байрам рухын тыуҙырҙы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Министрлыҡтың Почет грамотаһын тапшырҙы.
Илдар АҠЪЮЛОВ