Күрмәгәнде күрһәттеләр!20.04.2016
Урамдар араһында ярыш үткәрергә кәрәк тигән тәҡдим яһағайны Яңы Усмандың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыл башында. Һәр ваҡыттағыса, ауыл халҡы башланғысты дәррәү күтәреп алды. “Күрмәгәнде күрһәтер инде был ауылдаштар!” – тигәйне мәрәкәсел клуб мөдире Шәфҡәт Мәжитов бәйгене асыу тантанаһында. Ысынлап та, шулай булды.


Һәр урамға сығыш яһау өсөн бер кис билдәләнгәйне. Шуға ла аҙнаға яҡын шау-гөр килеп торҙо ауылыбыҙ. Мәҙә­ниәт йорто төрлө быуын вәкилдәренән шығырым тулы булды. Кино йылына бәйле һәр урам халҡы иң тәүҙә үҙенең тарихы, кешеләре тураһында 15-20 минутлыҡ видеоролик төшөрөп күрһә­тергә тейеш ине. Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, тулҡынландырғыс булды бәйгенең был өлөшө. Мәҫәлән, “ауылдың нигеҙ ташы” тип аталырға хаҡлы Муса Мортазин урамы халҡы тамашасыларҙы быуаттар төпкөлөнә сәйәхәткә алып сыҡты кеүек. Сығыш ветеран-уҡытыусы Вәзимә Мәжитованың оҙаҡ йылдар туплаған бай тарихи мәғлүмәтенә нигеҙләнгәйне. Был урамда ғүмер иткән өлкәндәр, хеҙмәт ветерандары видеоролик аша ауылдаштарына йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен еткерҙе, ата-бабаларына, һуғыш мәленә, совет осорона бәйле хәтирәләргә бирелде, бөгөнгө тормоштоң ни ҡәҙәр матур булыуына йәнә бер ҡат инандырҙы.
Генерал Шайморатов урамы ла – иң боронғоларҙың береһе. Эшһөйәр халҡы менән данлы ул. “Почет Билдәһе” ордены кавалерҙары Сажиҙә Әбдрәшитова һәм Фәйзулла Ҡолһарин да ғүмер буйы ошо урамда йәшәгәйне. Боронғо йолаға ярашлы, урам халҡы һаман да баш күтәрмәй эшләй, татыулыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек менән алдыра. “Кеше тормошто үҙе төҙөй. Матур йәшәргә, маҡсаттарыңа өлгәшергә теләйһең икән – эшлә!” – тап шундай идея һалынғайны был урам халҡы төшөргән видеоролик йөкмәткеһенә.
Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында нигеҙ һалынып, хәҙер инде иң төҙөк һәм ҙурҙарҙың береһенә әүерелгән Зәки Вәлиди урамы халҡы, боронғо йоланы күрһәтеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, боронғолар тәрбиәһенең ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлегенә йәнә бер ҡат инандырҙы. Ысынлап та, ата-бабабыҙ күрһәткән өлгө, һалған юл буйынса барыу кәрәклегенә йылдан-йыл нығыраҡ төшөнә барабыҙ бит. Боронғолар әҙерҙе көтөп ултырғанмы? Юҡ. Уңышһыҙ­лыҡтарҙа кемделер ғәйепләгәнме? Юҡ. Зарланғанмы? Юҡ. Улар үҙ көсөнә таянып, тыуған еренең, изге тупрағының, тәбиғәттең ҡәҙерен белеп йәшәгән. Һәр кем зауығына, мөмкинлегенә ярашлы кәсеп менән шөғөлләнеп, ғаиләһен ҡараған. Аллаға шөкөр, шулай йәшәү кәрәклеген йылдан-йыл нығыраҡ төшөнә бара ауылдаштарым.
Т. Кусимов урамы иһә – иң йәше. Шуға ла дәрт-дарманы ташып тора уның халҡының! Фантазияға ла бай үҙҙәре. Был юлы “Иван Грозный – Кусимов урамында ҡунаҡта” тигән ҡыҫҡа фильм төшөрөп, халыҡты шаҡ ҡатырҙы йәш­тәребеҙ. Рәсәйҙең тарихи шәхесе хаҡындағы киноға таянып төшөрөлгәйне видеоролик. Дәү кәүҙәле, һынамсыл ҡарашлы, тура һәм йор һүҙле “Иван Грозный” етеҙ аҙымдар менән урамды ҡыҙырып йөрөй. Йәштәрҙең йорт-ҡураһын ҡарай, бөгөнгө көнкүреш шарттарын үҙ заманындағы менән сағыш­тырып, мауыҡтырғыс әңгәмә ҡора, шелтәләп ала, ҡыҙыу бәхәскә инә, кәңәш бирә, мәрәкәләй... Ролдәрҙе шул ҡәҙәр килештереп, ихлас күңелдән башҡарҙы йәштәребеҙ.
Видеороликтан һуң концерт күрһәтеү ҡаралғайны. Йыр-бейеүгә маһир хал­ҡыбыҙ был йәһәттән дә һынатманы. Йәштәр дәртле сығыштары менән һоҡ­ландырһа, өлкәндәр күңел төпкөлөндәге моңдарҙы ишеттереп кинәндерҙе, һағышландырып та алды. Онотола барған гармун тауышын да рәхәтләнеп, ләззәтләнеп тыңланы ауылдаштар. Сәхнәгә ғүмерендә беренсе тапҡыр сыҡҡандар ҙа булды байрамда. Кон­церттарҙа күберәк уҡытыусыларҙы, хаҡлы ялдағыларҙы, йорт хужабикәләрен күреп өйрәнгән инек. Әлеге ярышта иһә эшҡыуарҙарҙың, фермерҙарҙың, меха­низаторҙарҙың, урмансыларҙың гармунда өҙҙөрөп уйнағанын, ҡолас ташлап бейегәнен күреп, күҙҙәргә йәш тулды. Бына ҡайҙа ул һәләт, тәбиғәттән бирелгән моң!
Ғөмүмән, сығыштарҙы айырып әйтеү мөмкин түгел, һәр кем урамы, ауылы өсөн ихлас күңелдән ярышты. Ойоштороусылар – Фирҙәүес Ишморатова, Фәнил Мәжитов, Наилә Моталова һәм башҡалар – айырыуса ҙур хөрмәткә лайыҡ.
– Әйҙәгеҙ, йәй үҙебеҙҙең һабантуйҙы ла ошолай дәррәү үткәреп ташлайыҡ! – тип тәҡдим итте байрам һуңында дәрте ташып торған клуб мөдире Шәфҡәт Мәжитов. – Фарман, бойороҡ көтөп ултырыу хас түгел дә беҙгә. Булдырабыҙ бит, ауылдаштар?!




Вернуться назад