Илатты “Ҡара икмәк”13.04.2016
Мәғлүм булыуынса, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары “Ҡара икмәк” исемле фильм төшөрә ине. Эш тамамланды. Кино ауылдың мәҙәниәт һарайында күрһәтелде.
...Бәхетле бала саҡтың татлы хыялдарын “һуғыш” тигән ҡурҡыныс һүҙ селпәрәмә килтерә. Аслыҡ, яланғаслыҡ, зар, күҙ йәштәре... Бығаса ундай тормошто күрмәгән малай-ҡыҙҙар ҡапыл өлкәнәйә, етдиләнә. Йәмле бала саҡты, хыялдарҙы һуғыш урлай.
Ошо хистәрҙе үҙебеҙҙең йөрәктән үткәргәндәй булдыҡ. Шул ҡәҙәр килештереп уйнаны Әбделмәмбәт уҡыусылары. Тамашасы тулҡынланды, тетрәнде, күҙ йәшенә мансылды. Атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең ни тиклем ауырлыҡ аша үткәнен, һыныр ваҡытта ла йәшәргә ынтылғанын йәнә бер ҡат тойҙоҡ. Бөйөк Еңеү тап шундай ныҡлыҡ, ихтыяр көсө аша яуланған бит.
Фильмдың һәр быуын вәкилдәре өсөн тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар ҙа, һуғыш осорондағы малай-ҡыҙҙарҙың тойғоларын үҙ йөрәге аша үткәреп, бөгөнгө тормоштоң ни ҡәҙәр матур икәнен төшөнгәндер. Ғөмүмән, йәш быуын өсөн шундай аңлатыу эштәре ифрат мөһим. Күп тапҡыр әйткәнсе, бер ҡат тойҙороу яҡшыраҡ, тимәксемен. Йәштәребеҙ аңлы, аҡыллы, улар менән эшләй белергә генә кәрәк.
“Ҡара икмәк” фильмы Килдеғол, Ҡолғана ауылдарында ла күрһәтелде. Кино йылында халыҡҡа ошондай рухи аҙыҡ татытып, ҙур эш башҡарҙы Әбделмәмбәт мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары.