Ауыл урамынан гармун үтә20.04.2016
Ауыл урамынан гармун үтә Ҡасандыр туйҙар, киске уйындар, һалдат оҙатыу саралары гармунһыҙ үтмәгән. Хатта һөйөү хистәре лә күректәр аша белдерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо илаһи моң тарих төпкөлөндә аҙашып ҡалды кеүек. Ауаздары бик һирәк ишетелә.
Ауылдарға моң ҡайтһын өсөн күп эшләй район ха­кимиәтенең мәҙәниәт бүлеге. Ошо көндәрҙә Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Ниязғолов иҫтәлегенә бағышлап ойошторолған “Гармун моңо” конкурсы ла тамашасының күңелен елкендереп, өлкәндәрҙе йәш сағына алып ҡайтҡандыр. Көнө буйы барҙы байрам. Һайлап алыу турында 26 ауылдан 75 самаһы гармунсы ҡатнашты. Бәйгенең шартына ярашлы, һәр кем бер йыр һәм бейеү көйө уйнап күрһәтергә тейеш ине. Иң оҫта гармунсылар кис гала-концертта ҡатнашыу бәхетенә өлгәште.
Сағыу тамаша район үҙәген моңға күмде: бер оста талғын ғына вальс көйө ишетелә, икенсе яҡта кемдер йырлай, ҡайҙалыр – дәртле бейеү. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында иһә килгән һәр тамашасыны тыпыр-тыпыр әхритә баҫтыралар икән.
Байрам башланды. Береһенән-береһе уҙҙырған оҫталарҙың ҡулында гармун, әйтерһең дә, йәнләнеп китте. Моңланды, уйланды, рухланды, шашты, шаяр­тып алды, һөйөү утында янды, берсә һыҙланды... Эйе, үҙ ауылының оҫтаһы булған, һәр байрамдың, туй-мәжлестең күркенә әүерелгән гармунсылар йыйылған шул!
Бөрйәненә ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташтары­быҙҙың – Әлфиә Юлсуринаның, Иҙел Нурғә­линдең, Лира, Урал һәм Вадим Ниязғоловтарҙың – сығыштары тамашаны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Бүләкләү тантанаһында ла мәҙәниәт йорто дәррәү алҡыштарҙан гөрләп торҙо. Төрлө номинация еңеү­селәре араһында башланғыс класс уҡыусыларынан алып 75 йәшкә тиклемгеләр бар ине. Яңғыҙ баш­ҡа­рыу­сы балалар һәм өлкәндәр, дуэттар, триолар, ан­самблдәр – һәр төркөмдә айырым урындар билдә­ләнеп, еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гран-при эйәһе иһә – Яңы Мөсәт ауылынан Гүзәл Һырлыбаева! Район тамашасыларының һөйөүен күп­тән яулаған оҫта гармунсы һәм йырсы ул. Тулҡын­ланыуын йәшерә алмаған яҡташыбыҙ күҙ йәшенә мансылды, күңелендәге яҡты хәтирәләре менән ур­таҡ­лашты. “Иҙел Ниязғолов бөтөн яҡтан килгән иҫ китмәле шәп аккомпаниатор, һәләтле ир-уҙаман ине. Уның менән байтаҡ гастролдә бергә сығыш яһар­ға тура килде”, – тип иҫтәлектәрен яңыртты Гүзәл Һырлыбаева һәм Иҙел Ниязғоловҡа арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Еңеүсегә төп бүләкте район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы. Етәксе байрамда ҡат­нашҡан һәр бәйгесегә ҙур рәхмәт әйтте, ошондай гар­мунсыларыбыҙ барҙа халыҡ моңоноң мәңге йәшәйәсәгенә ышаныс белдерҙе.




Вернуться назад