Ялға туҡтамай “Ялла”13.03.2012
Ялға туҡтамай “Ялла”“Учкудук — три колодца...” Был йырҙың һүҙҙәрен белмәгән кеше юҡтыр. СССР-ҙа киң танылыу яулағайны заманында уны башҡарған ансамбль. Меңәрләгән тамашасыны шәреҡ моңо менән әсир иткән йырсыларҙы әле булһа ла халыҡ үҙ итә, һәр тарафта ла көтөп алалар. Ошо көндәрҙә улар Башҡортостанда ла сығыш яһаны. Кемдәр икәнлеген аңлағанһығыҙҙыр. Әлбиттә, легендар “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле. Уның художество етәксеһе, Үзбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Ҡарағалпаҡстандың, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың һәм Ингуш Республикаһының халыҡ артисы Фәрух ЗАКИРОВ менән әңгәмәбеҙ.
— Фәрух ағай, бындағы концерттарҙан ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ?
— “Ялла” ансамбле Башҡортостанда тәүге тапҡыр сығыш яһамай, сөнки беҙҙең коллектив башҡорт халҡының сәхнә оҫталары менән күптән ижади хеҙмәттәшлек булдырҙы. Быйыл тамашасыға үҙ йырҙарыбыҙҙы йәнә еткерә алыуыбыҙға шатбыҙ. Әйткәндәй, “Салауат күпере — дуҫлыҡ күпере” проекты ҙур әһәмиәткә эйә. Төрки халыҡтарға йыр-моң аша дуҫлашырға, берләшергә мөмкинлек бирә. Шуға ла уның дауамы булһын тип теләр инек. Өфөгә йыйынғанда тулҡынланыуыбыҙҙы белһәгеҙсе! Тамашасылар нисегерәк ҡабул итер, өмөттәрен аҡларбыҙмы тип борсолдоҡ. Шөкөр, халыҡ “Ялла”ға ҡарата һөйөүен юғалтмаған — шуныһы ҡыуаныслы. Ғөмүмән, Башҡортостанға йәнә аяҡ баҫыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Йөрәктән яҡшы хис-тойғолар урғыла.
Ялға туҡтамай “Ялла”— Һеҙ етәкселек иткән ансамбль инде ҡырҡ йылдан ашыу тамашасыларҙы һөйөндөрә. Оҙон ғүмерлелектең сере нимәлә?
— Беҙ ысын күңелдән, ихлас йырлайбыҙ, сөнки был — яратҡан шөғөлөбөҙ. Ижадыбыҙҙы үҙ итеүселәрҙең йылы һүҙҙәренән, дәррәү алҡышлауҙарынан һут алабыҙ. Халыҡтың һөйөүе барҙа, хәлебеҙҙән килгәнсә, йырлаясаҡбыҙ әле.
— Репертуарығыҙ бай, тик ниңәлер нәҡ Үзбәкстан хаҡындағы йырҙар киң танылыу яулай. “Өсҡоҙоҡ” (“Учкудук”), “Шахрисабз” һәм башҡалар...
— Рәхмәт. Был хаҡта үҙебеҙ ҙә уйланғаныбыҙ бар. Автор булараҡ шуны әйтер инем: беренсенән, күңелемде һалып ижад итәм. Шуғалыр ҙа ул әҫәрҙәрҙе әле лә тыңлайҙар. Икенсенән, үҙ халҡымдың, тыуған илемдең патриотымын. Ваҡыт уҙыу менән ошо тормош принцибым һис үҙгәрмәне. Заманында сит илдә йәшәргә күп саҡырҙылар. Әммә Үзбәкстанымдан китеү тигән уй башыма ла килмәне.
— “Ялла”ға күп ерҙәрҙе күрергә тура килгәндер...
— Ысынлап та, Австралияла, Арктикала һәм Антарктидала ғына булманыҡ әле... (көлә).
— Ил етәкселәренән бүләк алғанһығыҙ икән...
— Дәүләттең беренсе кешеләренең иғтибарын тойоу — оло мәртәбә. Беҙгә нимәлер тапшырғанда, тәү сиратта үзбәк халҡына, иленә хөрмәт һәм ихтирам тип ҡабул иттек. Һикһәненсе йылдарҙа Афғанстанда сығыш яһағайныҡ. Шәреҡ ҡанундары тыйһа ла, залда балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Ул минең тыуған көнгә тура килде. Тамаша ваҡытында Афғанстандың Президенты Нәжибулла ҡотлап, “Sеiкo” фирмаһының затлы ҡул сәғәтен бүләк итте. Ҡәҙерләп кенә йөрөттөм уны. Аҙаҡ улым бер аҙға тағып торорға тип һораны. Һаҡлай күр, иҫтәлекле бүләк — юғалтма, тип киҫәтеп ҡуйҙым. Бер көн ул күңелһеҙләнеп ҡайтты ла яңылыш асфальтҡа төшөрөп ватыуы хаҡында әйтте. Нәҡ ошо көндә Нәжибулланы язалап үлтергәндәр.
— Бынан бер нисә йыл элек Үзбәкстандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарҙығыҙ. Сәхнәлә сығыш яһау еңелерәкме, әллә дәүләт органында етәкселек итеүме?
— Президентыбыҙ шул хәтлем яуаплы бурысты йөкмәткәс, ҡаршылашып торманым. Ни тиһәң дә, ансамблгә етәкселек итеү тәжрибәм бар. Тик миңә шулай тойолған ғына икән. Үҙемде әллә ниндәй түрә итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Төрлә тарафтарҙа йөрөп, халҡыма күберәк файҙа килтерермен тинем дә министрлыҡтан киттем. Ул минең эшем түгел. Ысынлап та, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе танытабыҙ бит.
— “Өсҡоҙоҡ” йыры нисек тыуҙы?
— Ҡараҡом сүллегендә гастролдә йөрөйбөҙ. Әллә ни ҙур булмаған Өсҡоҙоҡ ҡалаһында туҡтаныҡ. Ундағы матурлыҡҡа һоҡланып, билдәле шағир Юрий Энтин (“Антошка”, “Бремен музыканттары” йыры авторы) шиғыр яҙған. Шунда уҡ миңә көй һалырға тәҡдим итте. Ҡырҡ минут эсендә йыр әҙер булды. Кисен үк клубта йырланыҡ. Өсҡоҙоҡ — бәләкәй генә ҡала, уны төрмәләгеләр төҙөгән. Унда әле лә уран сығаралар. Концерттан һуң күптәр килеп рәхмәт әйтте. Араларында төрмәлә ултырып сыҡҡан кешеләр ҙә аҙ булманы.
— Билдәлелек бәләләрҙән ҡотҡарған саҡтарҙы хәтерләйһегеҙме?
— Эйе. Ундай осраҡтар күп. Бер заман Мәскәүҙә төнгө сәғәт икелә магазинға барып, яратҡан сәйемде һатып алырға булдым. Сауҙа үҙәгенә еткәс, оҙатып йөрөүселәр, һаҡсылар инеп китте, ә мин ишек төбөндә тәмәке тартып ҡалдым. Һуң бит — әҙәм заты юҡ . Кинәт ҡайҙандыр ҡурҡыныс йөҙлө ир килеп сыҡты ла, дуҫыбыҙ төрмәгә эләкте, уны ҡотҡарыр өсөн аҡса кәрәк, ти. Йомошон үтәргә ашыҡманым. Унан тағы ла икәү ҡамап алды. Йә аҡса, йә ғүмер... Әгәр шул саҡ дүртенсеһе күренмәһә, билләһи, харап итерҙәр ине. Уныһы “башлыҡ”тары икән. “О-о-о, кемде күрәм! “Үҙебеҙҙең Өсҡоҙоҡ” таһа!” — тип ихлас йылмайып ебәрҙе. Шул арала магазиндан оҙатып йөрөүселәр сыҡты һәм тегеләрҙе ҡыуырға тотондо. “Һеҙ нимә эшләйһегеҙ, ул беҙҙең ағайыбыҙ. Хәҙер ресторанға алып барабыҙ”, — тип ебәрмәһендәрме аҡса таптырыусылар!
Тағы ла бер хәл-ваҡиға иҫкә төштө. Ташкентта баҙарҙа йөрөгәндә, кемдер портмонемды урлаған. Ә унда аҡса менән документтар ғына түгел, кәрәкле кешеләрҙең телефондары, мөһим ҡағыҙҙар ҙа бар ине. Арыу ғына ваҡыт үткәс, берәү шылтыратып, күрешергә теләген белдерҙе. Сәбәбен дә аңлатты. Килешеү буйынса ҡала ситендә осраштыҡ. Баҡһаң, портмонемды урлаған ир икән. Был гонаһым өсөн ғәфү итегеҙ, әле булһа ла үкенәм, ти. “Урланған әйберҙең хужаһы һеҙ икәнен белгәс, эй, оялдым”, — тип аҡлана башланы. Һуңынан Өсҡоҙоҡ ҡалаһында төрмәлә ултырғаны тураһында һөйләне. “Өсҡоҙоҡ” йырын башҡарып, тимер рәшәткә артындағылар араһында абруй яулаған. Шулай итеп, уғрының үҙенән рәхмәт һүҙе ишеттем.
— Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
— Ерҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын. Халыҡтар дуҫлығы көсәйһен. Дәүләт-ара мөнәсәбәттәр нығынһын. Беҙҙең өсөн иң мөһиме шул. Иҫән-һау булайыҡ.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
әңгәмәләште.


Вернуться назад