Раевка ҡасабаһына республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән балалар менән тулы автобустар ағыла. “Ағыла” тип әйтеү арттырыу түгел, егерме дүрт райондан өс йөҙгә яҡын уҡыусы ике көн буйы үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеү өсөн килә бында. “Башҡортостан ынйылары” конкурсы унынсы тапҡыр йыя уларҙы.Балаларҙың сәхнә кәрәк-ярағын күтәреп шаулап-гөрләп мәҙәниәт һарайына инеүҙәренә, шат йөҙҙәренә ҡарағанда, бик ихлас ҡатнашалыр улар был ижади ярышта. Яңылышмағанмын: ул уҡыусыларҙың иң яратҡан конкурстарының береһенә әйләнергә өлгөргән. Баланың һәләтен төрлө яҡтан асыуға, әүҙем йәшәүгә көслө этәргес бирә был сара.
Быйылғы, йәғни 2016 йылдың март аҙағында үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары” конкурсында еңгән коллективтың эшенә күҙ һалып, етәкселәре Сәриә Яруллина менән һөйләшәбеҙ.
— Шул тиклем шатбыҙ – быйыл гран-приға лайыҡ булдыҡ. “Зауыт шишмәһендә ҡалған икән ризығыңа яҙыр һыуың” тигән тема алдыҡ. Был конкурстың шарты буйынса теманы үҙебеҙ һайланыҡ, ә спектаклдең сценарийын уҡыусылар менән бергәләп уйлап сәхнәләштерҙек. Талаптарға ярашлы, барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән эшләнек, ауылдарға сығып күрһәттек. Бынан тыш, әҫәребеҙҙең төп геройы булған Ишмөхәмәт Хәсәнов тураһында мөмкин булғанса күп мәғлүмәт тупланыҡ. Ул Заксенхаузен концлагерында тотҡонлоҡта булып ҡайтҡан. Бер кемгә бер ни һөйләмәгән. Был хәл балаларҙы бик тетрәндерҙе.
Барыһы ла артта ҡалды, әммә ошо көндәрҙән алған тәьҫораттар ғүмер буйы һағынып та, ғорурланып та иҫкә алырлыҡ!
Ошо бәйгелә беҙҙең “Аҡйондоҙ” төркөмө (составы яңырып торһа ла) өсөнсө тапҡыр ҡатнашты. 2011 йылда райондың Пионерҙар йорто тәрбиәләнеүселәре составындағы биш малайыбыҙҙың өсәүһе төрлө номинацияла еңеүсе булып, командабыҙ өсөнсө урын алғайны. 2012 йылда, икенсе урын алып, тағы ла дүрт уҡыусыбыҙ төрлө номинацияла еңде. Күңелебеҙ күтәрелеп, ҡунаҡсыл Әлшәй еренә мең рәхмәт уҡый-уҡый ҡанатланып ҡайтҡайныҡ. Ул саҡтағы уҡыусыларыбыҙҙың бөтәһе лә хәҙерге көндә төрлө уҡыу йорттарында белем ала, егеттәребеҙ ҙә, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа насар ғәҙәттәргә ылыҡмай. Киләсәктә лә яҡшы кешеләр булып, Башҡортостаныбыҙҙың милли интеллигенцияһы сафын тулыландырыр тигән ышаныстамын, сөнки был конкурсҡа осраҡлы кешеләр эләкмәй.
Республика сәхнәһенә сығыр алдынан эҙләнеү-тикшеренеү эшен башҡарҙыҡ. Уға ябай ғына осраҡ этәргес булды: Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы айҡанлы күрше Яуын ауылына концерт алып барғанда программала әсирлектән иҫән ҡайтып, оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан мәрхүмдәр Ғималый ағай Минһажев менән Ғәбиҙулла ағай Хисмәтуллинды: “Яу яландарынан еңеүсе булып ҡайта алмаһалар ҙа, тыныс тормошта фиҙакәр хеҙмәттәре менән халыҡ ихтирамын яуланылар”, — тип иҫкә алдыҡ, сөнки тамашасыларҙың күбеһе уларҙың уҡыусылары ине. 1941 йылғы Фәнирә апай Сәғитова сығып: “Ишмөхәмәт ағай тураһында әйтмәнегеҙ”, — тине. Иҫем китте: Ишмөхәмәт бабай ғүмере буйы ырҙын табағында эшләне, ә беҙ, бала-саға, уңыш йыйған саҡта йыл һайын иген таҙартышырға сығабыҙ. Шаярабыҙ, йәшенмәк уйнайбыҙ. Ул йомшаҡ ҡына итеп өндәшер ине... Кем белһен инде уның Заксенхаузен концлагерынан иҫән ҡайтҡан кеше икәнлеген. Шул уҡ ваҡытта беҙ Вәли Бикташевтың “Беҙ үҙ үлемебеҙҙән көслөрәк” әҫәрен дә, Муса Йәлил, Рәхим Саттар кеүектәрҙең ижадын да яттан белә инек!
Эҙләнеү-тикшеренеү эше барышында үҙ улдарым Сыңғыҙ (ХI класс), Сәлимйән (VI класс) менән Ишмөхәмәт бабайҙың ҡатыны Менәүәрә әбей Хәсәноваға ғына түгел, хатта күрше Ибрай ауылында йәшәгән һеңлеһе Миңлехаят әбейгә лә барып, бик күп мәғлүмәт алып ҡайттыҡ. Өлкән йәштәгеләрҙе күмәкләп барып йонсотоп булмай бит инде. Нескә күңелле улар. Ишмөхәмәт бабайҙың 65 йәшлек улы әллә ни һөйләй ҙә алманы, ә бына һеңлеһе күберәк мәғлүмәт бирҙе: “Аҙна һайын Ҡыйғыға саҡырталар, Зауыт шишмәһе эргәһенән менеп китә. Инәйем менән илап ҡалабыҙ, гел тикшерҙеләр”, — тине. Ишмөхәмәт бабай умарта тотҡан, алты балаға ғүмер биргән. Бөгөн бишәүһе иҫән. 1992 йылда (1925 йылғы ине бабай) вафат булды ул. Шишмәләрҙе, ауыл эргәһендәге тауҙарҙы фотоға төшөрҙөк, исемдәрен, тарихын һораштыҡ. Ер-һыу атамаларына бәйләп һуғыш бөткән көндәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерә алырҙай итеп кәүҙәләндерергә тырыштыҡ. Ундай хәлдәр һәр ауылда ла булғандыр, сөнки сценарийҙы һораған уҡытыусылар күп ине.
Иң ҡыҙығы, әлбиттә, ошо эшебеҙҙә төп лейтмотив булып яңғыраған “Шишмә – йәшәү сығанағы” тигән һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүелер: эсәр һыуың, ейәр ризығың бөтмәһә, әллә ниндәй ерҙәрҙән дә ҡайтаһың, әллә ниндәй ағыуҙарҙан да ҡотолаһың икән. Тик шишмәләр көсө генә тартһын үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын... Күңелебеҙҙә тағы бик күп эҙләнәһе, өйрәнәһе эштәргә теләк уянды. Әле бөгөн хаҡлы ялдағы коллегам илай-илай атаһы хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, уны “пленная” тип йөрөткәс, “һигеҙенсе класта бер кем менән дә һөйләшмәҫ булдым”, ти ул.
Конкурстарҙа төрлө файҙалы, фәһемле темалар тәҡдим ителә. Быйылғыһында ун йыл эсендә өйрәнелгән ете теманан береһен һайлап алыу мөмкинлеге бирелде, әммә уртаҡ девиз менән барҙы. Девизыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Аманат” поэмаһынан алынған:
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ерең, күгең – икең бар.
Ҡыҫҡаһы, проект иҫ китмәле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Бының өсөн Башҡортостандың Мәғариф министрлығына, ойоштороусы Мәрүә Ғилметдиноваға, Әлшәй районы хакимиәтенә, проект авторы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваға конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сикһеҙ рәхмәтле. Ғилми хеҙмәттәргә анализ яһаған тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов, һәр саҡ жюри ағзаһы булған виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар йөкмәткеле сығыштары менән беҙҙе ҡанатландыра.
Конкурста барлығы 58 коллектив ҡатнашты. Улар араһынан 24 сығыш һайлап алынған. Сараның төп маҡсаты бала күңеленә рухи ҡиммәттәр орлоғо сәсеү, йыр-бейеүҙең, музыка ҡоралында уйнауҙың, боронғо киске уйындарҙың, балалар уйындарының тәрбиәүи әһәмиәтен аңлатыу; илгә, милләтеңә ҡарата илһөйәрлек тойғоһо уятыу, боронғо традицияларҙы тергеҙеү, йәшәгән төбәккә, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уҡыусының һәләтенә йүнәлеш биреү, ғилми эшкә йәки ойоштороу эшенә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеү булды.