Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА: “Күңелемдең мөлдөр тулған мәле...”13.03.2012
* * *
Ер-һыуҙарҙы ташлап китеүҙәре
Ай ауыр шул, дуѕтар, кемгә лә.
Ҡояш, ана, алтын күпер итеп,
Һуңғы нурын һуҙған күлдәргә.
Әллә Айҙың Зөһрә ҡыҙы өсөн
Күпер ҡойған алтын нурҙарҙан?
Әллә Айҙың үҙе юҡта ғына
Зөһрә ҡыҙҙы булған урларға...
* * *
Урман итәгендә аҡлан,
Тирә-яҡ тик аҡтан, аҡтан.
Зарыҡтырып яуған ҡарҙар
Юрған булып ерҙе япҡан.
Ә аҡландың тап ситендә
Йылы йәйҙе хәтерләтеп,
Парлы күбә ҡалҡып тора,
Килеп алғандарын көтөп.
Береһе уның кәләш булыр, —
Аҡтан ғына күлдәккәйе.
Икенсеһе — кейәү егет,
Ҡырын һалған түбәтәйен.
Аҡ ҡырға йәшел йәм өҫтәп,
Еләк еѕтәре таратып,
Тиҙҙән ҡуҙғалыр пар кәбән
Ауыл яғына ҡаратып.
* * *
Күңел әйҙәй әллә ҡайҙарға,
Менәйемме бейек тауҙарға.
Яҡынайып йондоҙ-айҙарға,
Сисәр инем иң-иң серемде...
Бәлки, улар аңлар күңелде,
Күтәралмам йөрәк йөгөмдө...
Яҙҙар еткән һайын
Гөрләүектәр йырын тыңлар өсөн
Ҡайтам әле, ҡайтам ауылға.
Ҡалаларҙа ҡары күп булһа ла,
Көйһөҙ генә ирей, тын ғына.
Ауылымда һауаһы ла бүтән,
Елдәренән килә тал еѕе,
Ҡыр ҡаҙының илһамлы моңдарын
Бынан башҡа ҡайҙа тыңлайһың?..
Ауылдарҙа сыйырсыҡ буранын
Көтөп ала һәр кем ҡыуанып,
Ә ҡалала уның ни икәнен
Аңламай, ахыры, был халыҡ.
Ҡаҙҙар тиҙҙән бәпкәгә ултырыр...
(Ниңә киттем икән ҡалаға?!)
Рәхәтләнеп әсәй менән хәҙер
Һалам түшәр инем ояға.
Ҡайтам әле ауылыма тиеп,
Был йәнемде ниҙер ҡамсылай?!
Инде мине нисәнсе яҙ унда
Йоҙаҡ элгән ишек ҡаршылай.
* * *
Тыуған яҡтарыма ҡайтһам,
Елдәренә битем ҡуям, —
Таң елендә әсәйемдең
Ҡулдарының йылыһын тоям.
* * *
— Ҡалаларҙа ниндәй хәбәрҙәр бар, —
Әсәй һорай ҡайтҡас ауылға.
— Гәзиттәрҙә инде яңылыҡ, — тим, —
Унда хәбәр дөрөѕ яҙыла.
— Гел матурлап ҡына яҙаһығыҙ,
Ышаныуы ҡыйын шул, балам...
Һауаларҙа йөр(ө)тә хыял һине,
Ергә төшөргә лә бик таман.
Рәнйетәбеҙ
Кесерткәндә һәм әремдә — күпме дауа...
Тик уларҙы кеше күберәк урап уҙа.
Ни барыһы бер минутлыҡ хуш еѕ өсөн
Муйыл-сирень сәскәһенә ҡулын һуҙа.
Рәнйеп ҡала ботарланған ағас, ҡыуаҡ.
Ә кесерткән, киреһенсә, үткән бергә:
“Мине өҙ, тип ялына һымаҡ,
дауалармын”.
Әрһеҙ әрем үҙе тула үпкәләргә.
Ләкин кеше урап уҙа, гөлгә ҡыҙа...
Уйлап тормай ҡылығының алдын-артын.
Яратмаған — әрһеҙ әрем кеүек уға,
Тик аңламай рәнйетеүен яратҡанын.
Халыҡ әйткән: яратҡанын ала үлем...
Шул һүҙ менән ярабыҙҙы дауалайбыҙ.
Үҙ ҡулыбыҙ менән шулай йәрәхәтләп,
Яҡындарҙы юғалтҡанды аңламайбыҙ.
Болоттар яҙмышы
Көнө лә нәҡ күңелемә оҡшаш —
Баш осонда ҡара болот тотош...
Уй ҡанатын ғына ҡаҡһын яңылыш,
Диңгеҙ булып ағыр һымаҡ һағыш.
Күңел бойоҡлоғон һиҙгән кеүек,
Ямғыры ла тора һаман һибеп.
Ямғыр булып яуыр йәштәремде
Шул тамсылар араһына йәшерәйемме?
Елбәҙәк ел генә һаҡһыҙ тейһен,
Селпәрәмә килер кеүек хисем.
Күңелемдең мөлдөр тулған мәле,
Болоттарҙы һин, ел, болғатма әле!
Тулған күңел ауыр инде, ауыр...
Килгән болот яумай китмәҫ — яуыр,
Дауам итер юлы, ағышы.
Болоттарҙың шундай яҙмышы.
Тик эйәртмәѕ минең һағышты.