“Ҡара йөҙҙәр”ҙә рәссам эше баһаланды19.04.2016
“Ҡара йөҙҙәр”ҙә  рәссам эше баһаланды Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Рәсәйҙең төп театр премияһы – “Алтын битлек”кә лайыҡ булды.

“Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше” номинацияһында пре­мияны театрҙың баш рәссамы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров алды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов әйтеүенсә, премияны уға Рәсәй сценогра­фы, рәссам, бер нисә тапҡыр “Алтын битлек” лауреаты Сергей Бархин тапшырған.
Әйткәндәй, “Ҡара йөҙҙәр” спектакле “Иң яҡшы бәләкәй фор­малағы спектакль”, “Иң яҡшы режиссер эше” (Айрат Абушахманов), “Иң яҡшы рәссам эше” (Альберт Нестеров), “Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше” (Альберт Нестеров), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева) кеүек номинацияларҙа премияға тәҡдим ителгәйне.


Вернуться назад