“Хазина” фольклор төркөмөнә15.04.2016
Хазина, тиҙәр, хазина...
Ҡалай була икән ул?
Әллә беҙ үҙебеҙ шундай
Хазиналар микән ул?
“Хазина”ның хазинаһы
Беҙҙең арала ғына.
“Хазина” тигән даныбыҙ
Гөрләп тарала ғына.
Бер-беребеҙгә хәҙер беҙ
Көндән-көн ҡәҙерлерәк.
Ошонан да ҡәҙерлерәк
Булалыр бәхет һирәк.
Көн буйына, төн буйына
Беҙ уйнарға әҙербеҙ.
Әллә ни шәп булмаһаҡ та,
Әртистәр бит хәҙер беҙ.
Мандолина сыңлатабыҙ,
Һыҙҙыртабыҙ гармунда.
Ҡумыҙ, ҡурай, скрипка –
Бөтәһе лә бар бында.
Ҡайҙа ғына йөрөмәйбеҙ,
Ниҙәргә тарымайбыҙ.
Тыңлаусылар ғына булһын –
Йырларға арымайбыҙ.
Эй, Уралым,
изге төйәгем
Сылтыр-сылтыр аға
Иҙәш һыуы,
Һандуғастар моңло көй һуҙа.
Шулдыр минең
тыуған төйәккәйем,
Һағынамын уны мин шуға.
Ғүмер буйы ситтә йөрөһәм дә,
Онотмамын изге исемеңде.
Урау юлдар үтеп,
түкмәй-сәсмәй
Килтерермен һөйөү хисемде.
Бер ҡайҙа юҡ һиндәй
йәмле ожмах
Сәхрәләргә сығып йәйләргә.
Тауҙарыңды
аҡ тирмәләр итеп,
Талдарыңа атым бәйләргә.
Өҙөлөп-өҙөлөп күпме
һағындым мин
Ҡурай моңон, кәкүк тауышын.
Эй, Уралым, изге төйәгем
һин –
Һин бит минең
яҡты яҙмышым!
Байгилде көйө
Ошо көйҙө ишетһәм дә,
Күңелкәйем һөйөнә.
Әллә бейеп алаһы инде
Байгилденең көйөнә?
Мин яратам өйөрөлөп,
Сөйөрөлөп бейергә.
Ҡанатланып осоп төшәм,
Аяҡтар теймәй ергә.
Их, йәшәһәң ине шулай
Гел генә йырлап-бейеп.
Был донъялар үтеп киткәс
Үкендермәһен, тиеп.
Килде беҙгә замананың
Гөрләтеп йәшәр сағы.
Рәхәтләнеп бейер өсөн
Башҡа ни кәрәк тағы?
Бейейем әле, бейейем,
Был бәхет теймәҫ гел дә.
Татып йәшәйем донъяның
Рәхәтлеген, тип, мин дә.
Бына шулай елкендереп,
Ер һелкетеп баҫабыҙ.
Донъя мәшәҡәте бөтмәҫ,
Уйнап күңел асабыҙ.
Ишетһәм дә ошо көйҙө,
Күңелкәйем һөйөнә.
Бейеге килеп тора шул
Байгилденең көйөнә.