Закуан Әхмәтов: “Кешеләрсә мөнәсәбәткә ни етә!”15.04.2016
Закуан Әхмәтов: “Кешеләрсә мөнәсәбәткә  ни етә!” Закуан ағай хаҡында тәүге тапҡыр 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында ишеттем. Спортсы, көслө рухлы ағай хаҡында һөйләйҙәр ине, әммә ул бынан байтаҡ йылдар элек белем алып сыҡҡас, үҙен уҡыған осорҙа күрергә насип булманы. Уның низағтарҙа милли мәсьәләләргә ҡағылышлы бәхәстәрҙе лә егеттәрсә хәл иткәне тураһында ла миҫал килтерҙеләр. “Йәшлек” гәзитендә эшләгәндәге тәүге командировкаларымдың береһе Әлшәй районына булды. Шунда таныштым яҡташым, миһырбанлы йөрәкле, ҡайһы бер хакимиәт эшмәкәрҙәренә хас булмағанса һиҙгер күңелле шәхес, бына инде нисәмә йыл Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Закуан Зөфәр улы Әхмәтов менән. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек, тиҙәр. Һәр эште еренә еткереп атҡарған, яҡташтарының ғына түгел, мөрәжәғәт иткән һәр кемдең үтенесен тәрән аңлап, хәленә инергә тырышҡан етәксе менән әңгәмә ҡорам тигәнемә лә ике тиҫтә йыл үтеп китә яҙған. Ул арала ниндәй генә һынауҙар үтмәне Закуан Зөфәр улының башынан! Әммә ул һаман элеккесә – егеттәрсә дәрт, күңел зирәклеге менән ҡаршылай тыуыр көндәрен. Нисәмә йыл ниәт итеп йөрөткән әңгәмәбеҙҙә дәүер, замандаштар, шәхси кисерештәр хаҡында һөйләшәбеҙ.

— Бала сағығыҙҙан баш­лайыҡ һөйләшеүҙе, Закуан ағай!
— Ауылдағы мәктәптән һуң Раевкала уҡыным, шунан аттестат алып сыҡтым. Атай-инәйем – ябай колхозсылар. Инәйем ғүмер буйына сөгөлдөр үҫтерҙе, быҙау ҡараны. Атайым да колхозда эшләне.
Сөгөлдөр баҫыуында көс түгеү беҙгә лә эләкте: утайһың да, йыяһың да, ҡул менән эшкәртәһең дә. Шуға күрә мин шәкәр ашамайым бит (йылмая), бүккәнмен унан.
Бала саҡтан офицер булырға хыялландым. Ибраһим Абдул­линдың “Тиле йәшлек” әҫәре буйынса спектаклде яратып ҡара­ғанғалыр инде. Ҡырҙағы уҡыуҙан шығырҙап торған итек кейеп, берәй мәрйәне ҡултыҡлап ҡайтып керәһең, имеш.
— Ә ниңә мәрйә?
— Һуң ситтә үҙебеҙҙең ҡыҙҙар ул ваҡытта булдымы ни инде. Әҫәрҙә шулай яҙылған, был минең ниәт түгел. Донецк юғары хәрби-политехник училищеһына уҡырға барҙым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ҡыҙығып китеп уҡый башларға торғанда, күңелдә әллә ниндәй үҙгәрештәр башланды ла ҡуйҙы. Күмер еҫе, ҡаланың мөхите тәьҫир иттеме — уҡырға барманым. Әммә беҙҙең кластан хәрби кеше булып киткәндәр булды, полковник дә­рәжәһенә етеп, бөгөн дә хеҙмәтен дауам итәләр. Тик минең юлым башҡа булған, күрәһең.
Ҡайттым да Башҡорт дәүләт университетына килдем. Бинаға ҡаршы география факультетының ятағында ултырам. Беҙҙең уҡы­тыусыбыҙ – Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова була торғайны Ул әҙә­биәткә, телгә һөйөү тәрбиә­лә­гән­дер, тим. Уйланып ултырҙым-ултырҙым да урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә документ­тарым­ды тапшырҙым. Имтихан­дарҙы уңышлы биреп, уҡырға инеп тә киттем. Ишле ғаиләлә үҫкәс, баш бала булғас, туғанда­рыма ла үрнәк күрһәтергә тейеш инем.
— Күп балалы Әхмәтовтар ғаиләһен һүрәтләгеҙ әле.
— Беҙҙең атай – Зөфәр Ғәли­әхмәт улы, ябай механизатор булды. Донъяны инәйем – Зөһрә Арғынбай ҡыҙы көттө. Ул һәр ер­ҙә тәртип яратты, беҙҙе лә шуға өйрәтте. Баш бала булғас, инәйемдең уң ҡулы инем. Димдән һыу ташып мал эсерергә, тиҙәкте йыйып түгергә, утын әҙерләргә лә кәрәк. Етмәһә, беҙҙең яҡта урман да бит өҫкә ишелеп килмәй, шуға кү­рә ауыл ерендә донъя көтөү ялҡауҙар эше түгел ул, тип әйтә алам.
Атай ҡарт етәксе ине бит инде колхозда, бик тырыш кеше булды ул. Алға китеп шуны ла әйтәйем: Мәрфуға нәнәйем үҙенә күрә халыҡ табибы ла булғандыр, тим. Беҙгә килеп ха­лыҡ унан дауа ала торғайны. Ул быуын ултыртты, төшөр­ҙө, үҙе белгәнсә кешеләргә ярҙам итте. Ауылдың фельдшеры хатта әрләй торғайны уны. Әммә нәнәйем барыбер килгән кешеләргә ярҙам итте, үҙе белгәне менән файҙа килтерергә тырышты.
Туғандарға эште бүлеп бирә торғайным. Улар әле лә шуларҙы иҫләп, көлөшөп ала. Иң өлкән һеңлем Гөлнәзирә ашарға беше­рергә оҫта, туғандарының тамағын ул ҡайғырта. Зәбир энекәшем бит инде унан һуң тыуған. Ул: “Иң ауыр эште миңә бирерһең!” – ти торғайны. Нишләтәһең инде, малай кешегә мал ҡарау, тиреҫ сығарыу кеүек эштәр тейә инде. Гөлзәминә йорт ихатаһын ҡарай, йыйыштыра. Әйткәндәй, унда ла һәр кемгә үҙ майҙаны бүленгән. Хатта шул уҡ сөгөлдөр баҫыуында ла һәммәбеҙҙең утай торған ыҙаны бар ине: шулай уҡ бүлеп бирәм һәм аҙаҡ тикшереп сығам. Таһинур ҙа йорт-ҡура тирәһендә тәртип урынлаштыра. Ә бына Миңзәләгә минән эш бик эләкмәне — иң кесеһе булараҡ, ул мин ситкә сығып киткәс тыуҙы.
Китап уҡырға яраттым. Ҡалын-ҡалын романдарҙан төндәр буйына айырыла алмай ята тор­ғайным. Туғандарымды ла әҙә­биәткә ылыҡтырҙым тип уйлайым, өйҙә өлкән бала артынан эйәрә ул бәләкәстәре. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла һынат­маным, яҡшылар рәтендә булдым. Кино ҡарарға ярата инек. Биш тингә ҡыҙыҡлы, мауыҡтыр­ғыс фильмдарҙы балалар ғына түгел, ул осорҙа өлкәндәр ҙә яратты.
Урмансылар ағас үҫентеләрен тәрбиәләргә саҡыра бит инде, тәғәйен ыҙанды утап сыҡһаң, биш тин аҡса бирә. Баяғы кино хаҡы.
Бесән эшләү – үҙе бер хәстәр, тигәндәй. Булғанын хужалыҡҡа сабып бөтөрәләр ҙә, халыҡҡа ни, ҡатып бөткәс, тал, ағаслыҡ араһында, ҡултыҡтарҙа ҡалғаны ғына тейә. Әммә был хәл мине эшкә өйрәтте, бесән сабыуҙың рәтен һеңдерҙе.
Кәләш Ейәнсура яғынан ине бит инде. Кейәү булып барғас, ҡайным Һиҙиәт Ҡыуатовтың бесән сабырға барырға йыйыныуын күрҙем. Мине лә алып бар әле, тим. Белмәйем, нишләрһең икән унда, ти был. Был эш рәтен белмәҫ тип уйлағандыр инде. Әммә яландан йөрөп ҡайтҡас, һынау үткәс, тип әйтәйек инде, маҡтау һүҙен ишеттем: “Ул бесән саба белә”. Һәм шуның менән бөттө, ул ошо һүҙе менән миңә мөнәсәбәтен дә, эшемде ҡабул итеүен дә күрһәтте. Һөнәр белеү бер ҡасан да ҡамасауламай ул. Ана шул хеҙмәт тәрбиәһе, атай-инәй янында алған һабаҡтар беҙҙе кеше итте лә инде. Бына шул инде беҙҙең бала саҡ картинаһы.
— Һеҙҙең хаҡта “йәш саҡтан сая рухлы” тигән фекер нимәнән яралды икән?
— Булғандыр инде, йәшлек бит ул. Алдашҡанды, юҡты бар итеп һөйләгәнде яратмайым, шуға күрә ҡайһы берҙә мәсьәләне урынында хәл итергә лә тура килгеләне. Беләк көсө лә кәрәк инде егеттәргә. Спорт менән ныҡлы шөғөлләндем. Саңғы, көрәш кеүек төрҙәренән уҡып бөткәс тә айырылманым. Спорт мастерлығына кандидатмын.
Нәҫелебеҙҙә белемлеләр, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшлә­гәндәр күп булған, завод директорҙары ла бар, золом ҡор­бандары ла юҡ түгел. Ҡарта­тайым Сәлим Сәлимов судья булып эшләгән, ғәҙел кеше ине, тиҙәр, бәлки, шуға ла золом уны ла урап үтмәгәндер. Шуныһын да әйтә алам: туғандарымдың барыһы ла ҙур кәүҙәле. Нәҫелдән килгән бер ҡеүәт бар инде. Уныһы өсөн атай-инәйҙәргә рәхмәт!
2011 йылда Ҡаҙағстандың Чимкент ҡалаһына барып ҡайт­тым. Унда золом ҡорбаны булып, ситкә һөрөлгән бабайҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән осраштым. Был көндәрҙе тулҡын­ланмай һөйләй ҙә алмайым... 90 йәшлек бабайымдар, һуғышта ҡатнашып ҡайтып, шунда йәшәп ята. Һәр саҡ нәҫел ебен барлап, туған­дарға иҫән саҡта ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү яғындамын. Улар шул тиклем өҙөлөп саҡырҙы, бармау мөмкин түгел ине. Юлға сығыр алдынан Тимерхан Шәрипов бабайымдан һорайым: “Нимә алып киләйем?” Ул уҡымышлы кеше, заманында ҡурғаш заводы директоры булып эшләгән, донъяһы етеш, балалары ла белем алған, яҡшы вазифалар биләй. Быларҙы нимә өсөн һөйләй тиһеңме? Хәҙер аңларһың. Бабайым Баш­ҡортос­тандан бер ниндәй ҡиммәт, затлы нәмә һораманы, ә иң ҡәҙерле, үҙе өсөн баһалап бөткөһөҙ әйберҙәрҙе алып килеүҙе үтенде. Ҡайын миндек менән мәтрүшкә бәйләме ине улар...
— Тетрәндергес хәл! Мине лә илатаһың хәҙер, Закуан ағай...
— Ана шундай туғандарым йәшәй Чимкентта, балалары шулай уҡ завод етәксеһе, алыҫ йөҙөүҙәге капитан, Ҡаҙағстан телевидениеһында эшләгәндәре лә бар. Тыуған ерҙең ҡәҙере шунда беленә лә инде ул.
Шул тиклем көткәндәр! 30 йыл тирәһе күрешмәгән бабайымды юллап барып еттек Чимкентҡа. Поездан төштөк тә атлап китеп барабыҙ, беҙҙе эҙләгән кеше лә юҡ һымаҡ. Ҡатынға: “Танымай­ҙарҙыр, кем көтһөн инде бында килеп”, – тигән булам. Бер төркөм күмәк кеше тора, уларға иғтибар итмәйбеҙ. Күптән илаған юҡ ине... Бына хәтирәләр күңелде нишлә­тә... Шул бер көтөү кеше беҙҙе ҡаршыларға килгән икән. Тыуған ерҙе һағыныу, ерһеп йәшәү бына нимә була ул! Ошо һауаны һулап, ошо һыуҙы эсеп үҫкәнгә генә беҙ тоймайбыҙ ул тыуған ил ҡәҙерен. Ситкә киткәндәр бик һағынып, зарығып йәшәй.
Ә бабайым тағы ла халыҡ йырҙары, милли көйҙәр яҙҙырылған кассеталар, дисктар һораны. Улар ҙа бит уның өсөн — тыуған яҡ төҫө, моңо. Илай-илай тыңланы ул йырҙарҙы. Илдәге хәл-торош, кешеләрҙең яҙмышын нисек кенә емермәһен, күңелдәрендәге милли тойғоно, тыуған яҡ биҙәген юйып ташлай алмай икән. Хәҙер үҙем йырлап, йыр сығарып тик ултырам, тине Тимерхан бабайым ҡайтып киткәндә. Был туғандарым минең инәйемдең бер туғандарының балалары була инде.
— Шундай нескә күңелле Закуан ағай ғүмер буйы етәкселек эшен башҡара. Чиновник кешегә ҡамасауламаймы был сифаттар? Шул уҡ ваҡытта һеҙ тура һүҙле лә булып ҡала белгәнһегеҙ...
— Ни ҡылаһың инде, Аллаһ Тәғәлә шулай итеп яралтҡас. Ғөмүмән, беҙ уҡығанда төркөмөбөҙ, һабаҡташтарыбыҙ шулай фекерле, көслө рухлы булды. Бер-беребеҙгә шуға терәк тә булғанбыҙҙыр, тим. Зәйтүнә Ханова, Луиза Фархшатова, Фәнил Күзбәков, Гөлфиә Янбаева, Риф Ғәбитовтар бөгөн дә халыҡҡа әйтәһе һүҙен әйтеп килә, минеңсә. Мин төҙөлөш отрядтарында йөрөп, көрәш менән етди шөғөлләнеп киттем. Салауат Килдин менән дә бер осорҙа уҡыныҡ, ул бик оҫта көрәшсе егет булды.
Саңғыла йөрөй торғайныҡ, бөтә Рәсәйҙе урап сыҡтым бит инде. Ярыштарҙың күпселеге шәмбе көн ойошторола. Башҡа­лар байрам итһә, дискотекаға йө­рөһә, мин спорт менән ныҡ ма­уығып киттем, хатта бүтән нәмәгә ваҡыт ҡалмай торғайны. Фәнил менән бер бүлмәлә йәшә­нек. Ул, әрменән ҡайтҡан егет була­раҡ, кәңәштәр ҙә бирә торғайны, шулай уҡ спортҡа ылыҡты.
Республика етәкселегенең матбуғат хеҙмәтендә, “Башинформ”да яуаплы вазифаларҙа эшләгән Алик Шакиров менән дуҫлаштыҡ, шулай уҡ уртаҡ һөйләшер һүҙҙәр була торғайны. Университетта уҡығанда комсомол ойошмаһы секретары булып киттем, Марат Вәкилов, Сергей Лаврентьев менән бергә төрлө йәмәғәт эштәрендә, йәштәрҙе ойоштороуҙа әүҙем шөғөлләндек.
Шулай бер мәл Германияға бараһы йәштәрҙең исемлеген әҙерләйбеҙ. Берәү үтмәгәйне, партия ойошмаһы секретары, ғалим Мөхтәр Әхтәмов: “Закуан, үҙең ойоштороп йөрөйһөң, ниңә сит илгә лә сығып китмәйһең?”– тигәс, тәүәккәлләп, 3-сө курстан һуң Германияға киттем.
Һәр һабаҡташымды, аралаш­ҡан кешене айырым исемләп иҫкә алыуым юҡҡа түгел — беҙ бер-беребеҙгә терәк булып, рухы­быҙҙы күтәреп үҫтек. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит көслөләр янына көслөләр туплана тип. Шуның кеүек, беҙҙең төркөмдөң ҡеүәте берҙәмлектә ине ул.
— Тәүге эш урынығыҙ мәктәп булған...
— Университетты тамамлағас, районға ҡайтып, төбәк гәзите редакцияһына эшкә урынлашырға ултырам. Шул саҡ бер таныш ағай килеп сыҡты ла: “Нишләп ултыраһың бында?” – ти. Хәлде һөйләп бирҙем. Был оҙаҡ уйлап торманы: “Бынау хәтлем кәүҙәң менән кеше эшен яҙып йөрөгәнсе, һин үҙең шуларҙы ойоштороп ҡа­ра, егет булһаң!” – тип әйтеп һалмаһынмы! Сәмләнеп киттем. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһенә кереп, мәктәпкә уҡытырға ебәреүҙәрен һораным. Ә улар тоттолар ҙа Әлшәй райо­нының төпкөл ауылы Балғажыға мәктәп директоры итеп ебәрҙе­ләр. Ғүмерҙә лә был эшкә ынтыл­ғаным булманы, әммә ана шул һөйләшеү бөтә яҙмышымды хәл итте тиергә лә мөмкин. Унда ла ауыл егеттәре менән “танышырға” тура килде, әммә мәктәп директоры икәнемде иң тәүҙә эшем менән күрһәтергә тейеш инем.
— Ә кәләш алыуға килгәндә?
— Ҡыҙҙар йәш саҡта күп була торғайны, әммә төҙөлөш отрядында йөрөгәс, минең ундай етди мөнәсәбәттәргә ваҡыт та ҡалмай ине. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылыма ҡайтҡанда ла клубтан берәйһен оҙата барһам, үҙебеҙҙең өй яғына табан юлда йәшәгәнен генә ҡарай торғайным. Юл ыңғайы булһын тип. Күрәһең, күңелгә үткән ҡа­раш, йөрәкте яулаған хис бул­мағандыр инде. Ә инде Бал­ғажыға барғас, бер-ике ҡыҙҙы оҙатҡайным, мине өйөндә йәшәткән әбей: “Сығып йөрөмә, улым, улай уҡ һәр итәк артынан саба торған балаһыңдыр тип уйламағайным!” – тимәһенме! Саҡ йығылып китмәнем. Элек бит шулай ине: бер-ике ҡыҙҙы оҙатһаң, һине сәскәнән сәскәгә ҡунып йөрөгән күбәләк холоҡло егет тип баһалайҙар. Ул гүзәл заттың ҡулынан да тотмауың ихтимал бит инде. Заманалар башҡа ине шул. Һәр ерҙә тәртип, әҙәп булды, халыҡ та ипле ине.
Ә ҡатыным Долорес менән беҙ бергә уҡыныҡ. Филология факультетында ҡыҙҙар араһында йөрөп тә, университетты бөткәнсе өйләнмәнем. Таралыштыҡ. Мин үҙемдең тыуған яҡта директор булып эшләп йөрөйөм, алда әйткәнемсә. Шунан бер мәл көҙөн, ноябрь айында, Өфөгә бер айлыҡ курсҡа уҡырға ебәрҙеләр. Өйләнергә кәрәк бит инде. Хәрби йыйындан ҡайтҡас та, Долоресты барып күрергә кәрәк тигән уй йөрөй ине башта. Үҙем һаман бер ни ҙә хәл итмәй йөрөйөм. Ә күңелдә ниндәйҙер тойғо, йылы мөнәсәбәт бар.
Өфөгә килгәс, уның янына ла барып ҡайтырға булдым. Ҡыш бит инде. Юлды өйрәттеләр: башта самолет менән Ырымбурға осаһың, шунан Ҡыуандыҡҡа тиклем поезда бараһың, тағы ла автобусҡа ултырып киләһең, аҙаҡ инде ҡалған 25-30 саҡрым юлды йәйәү үтәһең... Тәүәккәлләнем. Киттем Ейәнсураға. Долорес үҙҙәренең ауылынан ситтә Яңыбайҙа уҡытып йөрөй бит инде. Хатлашып тора инек былай. Элек ни шул хат аша бара ине бит аралашыу, дуҫлашыу.
Автобустан төшөп ҡалғанда, артабан ошо ат юлынан бараһың, тинеләр. Киттем йәйәүләп. Декабрҙә ҡараңғы тиҙ төшә бит инде. Төнгө өстәргә барып еттем.
— Бүре-фәлән осраһа тип ҡурҡытманымы?
— Ул турала уйлаған да юҡ, хисләнеп хат алышҡан ҡыҙ янына китеп барам инде. Ауылға барып кергәндә бер ерҙә лә ут юҡ тиһәм, клуб балҡып күренде. Шунда киттем. “Уҡытыусы ҡыҙҙар ҡайҙа йәшәй?” — тип һорашып, шул йорт­ҡа киттем. Ауылда күңелле саҡтар, йәштәр ниндәйҙер репетицияла ултыра ине. Эҙләп таптым Долорес әхирәте менән йәшәгән йортто. Ҡар баҫып бөткән бер бәләкәй генә өй. Туҡыл­датһам, асмайҙар. “Кем ул унда?” – тип һораны Долорес. “Мин!”– тиһәм, аптырап китте. Алдан хәбәр итмәй килгәс, бик ғәжәп­ләнде улар. Сәй ҡуйып ебәрҙеләр. Әммә Долорес менән аралашып та булманы тиерлек. Бергә йәшәгән ҡыҙы яҡын да ебәрмәй. Ятҡас та йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм, хужабикә әбей сәй ҡайнатҡан, ҡыҙҙар мәктәпкә киткән. Сығып ҡарҙарын көрәнем, утындарын ярҙым да, мәктәпкә барып, Әхмәтшин фамилиялы директор ағай менән һөйләшеп ултырҙым. Ул минең хәлде аңланы, хатта ат белешеп, ултыртып ебәрҙе.
Долорес менән үҙебеҙсә аңлашып, һөйләшеп ҡайтып киттем инде. Май айында инде һо­ратырға барҙыҡ. Хаттар өҙөлмәне арала. Шулай итеп өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Быға тиклем йорт һала башлағайным. Бергәләп эште теүәлләнек. Тыуған ауылымда ауыл Советы рәйесе булып та эшләнем. Тормоштоң төрлө һынауҙарын бергә кисерҙек.
Малды күп аҫраныҡ. Директор булып эшләгәндә үк етешәр-һигеҙәр баш һыйыр, күп һарыҡ тоттоҡ. Бер гектарҙан ашыу ерҙә бәрәңге, йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә торғайныҡ. Өсәр машина бәрәңге тапшыра инек көҙөн. Атай-инәй миҫалында эшләп үҫкәс, үҙем ҡорған ғаиләлә лә ҡул ҡаушырып ултырған кеше булманы.
Ҡаҙ аҫрап донъя көткән саҡтар ҙа булды. Мең дә ике йөҙ бәпкә алып үҫтерҙек. Уларҙы урынлаштырыр урынды ла үҙем хәстәрләнем: ташландыҡ лагерҙы рәткә килтереп, бер ниндәй юғалтыуһыҙ үҫтерҙек ҡош-ҡортто. Инәй ҡарсыҡ та аптырап китте. “Кеше егерме бәпкәне ҡарай алмай, ә һин меңдән ашыуҙы тотмаҡсы булаһыңмы?” — тине. Көҙөн йыл йомғаҡтары буйынса мине еңеүсе тип таптылар районда, төҫлө телевизор бүләк иттеләр. Йәш ғаилә, йәш белгестәр өсөн был ҙур шатлыҡ булды.
Еңгәң бик егәрле, эшсән ине. Кеше эштә яна, тиҙәр бит. Уның менән дә шул хәл булғандыр, тим. Алты йыл рәттән республика конкурстарына еңеүселәр әҙерләне, шуға күрә элекке мәғариф бүлеге мөдире уға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен юлланы. Сирләйем, тиһә, бар, мәктәбеңә барып ҡайт, шунда тереләһең ул һин, тип шаярта торғайным, сөнки мөкиббән китеп эшен яратты. Ысынлап та, мәктәпкә барып ҡайтһа, кәйефе күтәрелә, донъяһын, сирен онота ине. Йәшләй китте, үкенес инде, 57 генә йәш ине. Ни хәл итәһең...
— Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙа­рының уңғанлығы хаҡында беренсе тапҡыр яҙмайым, бына һеҙ ҙә ошо хаҡта әйтеп тораһығыҙ!
— Эйе, улар эшсән. Долорес республикала билдәле уҡытыусы ине. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен дә лайыҡлы рәүештә алды. Ике малай үҫтерҙек, юристар улар хәҙер. Үҙ эштәре менән шөғөлләнәләр. Артур ҙа, Илһам да башҡорт ҡыҙҙарына өйләнде. Икешәр балалары бар. Кәләш алыр алдынан ныҡ итеп әйттем: “Кемгә өйләнгәнегеҙҙе белегеҙ!” Йәш саҡта әллә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһең, әммә улар ерҙән айырылырға тейеш түгел. Әйткәндәй, бер киленемдең әсәһе лә – Ейәнсуранан. Яҙмыш, күрәһең.
Өйләнмәй йөрөй инем, йылдан ашып китте. Ҡайным да өгөтләй башланы. Төрлө кешене димләп ҡаранылар, әммә өҙөп кенә хәл итә торған ғәмәл түгел бит инде. Бер көн Сәлимйән ағай Ғүмәров ике туған балдыҙымды димләне. Ул баш ҡаланы, бындағы эшен ҡалдырып, минең янға Раевкаға ҡайтты. Балаларға сит кеше түгел, “апай” тип торалар.
— Кешеләр менән эшләүҙең үҙенсәлеге нимәлә?
— Кеше менән кешесә эшләргә кәрәк. Эш барышында төрлө хәлдәр була. Бер мәл Сибай артистары килде, ә сығыш яһар көн таба алмайҙар график буйынса. Теләһә ниндәй исемһеҙ, бер йыр менән сәхнәгә күтәрелгән “солянка”ға һүҙ әйтә алмай торалар. Шунда тоттом да сибайҙарҙың сығышын айлыҡ репертуарға алыштырҙым. Быны шәхси мәнфәғәтемдән сығып йәки үҙемә уңайлы булған өсөн эшләмәйем, ә тамашасыларҙың Сибай артис­тарын яратҡанын беләм, улар юғары кимәлдә халыҡ йырҙарын башҡарып сығыш яһай. Шуға күрә етәксе кеше үҙенә үтенес менән ингәндең теләге артында ни ятҡанын да тойорға тейеш, сөнки социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарға тыуғандан алып үлгәнгә тиклем проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр. Беҙ бит кешеләр, һәр кемдең хәлен үҙеңдеке кеүек ҡабул итеп, ярҙам күрһәтергә тырышһаң, социаль өлкәне етәкләргә була.
— Ниндәй мөрәжәғәттәр менән ғәжәпләндергәндәре бар?
— Бер танышым: “Беләһеңме, һин республикала айырым ма­шинаһы, запас йорто булмаған берҙән-бер хакимиәт башлығы урынбаҫары”, – тигәйне миңә. Быға ғәжәпләнмәнем былай, һүҙ ыңғайы әйтәм. Кеше өлөшөнә тығылмайым, үҙемдекен дә бирмәйем. Ә миңә нимәгә кәрәк артыҡ байлыҡ? Уның артығы буламы ни, тиер кемдер. Була. Хәләл көс менән табылмағаны артыҡ була уның. Балаларым үҫкән, тормошом дауам итә. Кешеләрҙең рәхмәтен алыуға ни етә! Теге донъяға фанилыҡтан малын тейәп киткән кешене белмәйем әле. Бөгөн изгелек ҡылып, бөгөн йәшәп ҡалырға кәрәк. Миңә ошо эшләгән урыным оҡшай, бында мин үҙ кеше, тыуған яғымда көс түгәм. Башҡа ергә барыу менән яңы команда тупларға, нимәнелер емерергә ваҡыт кәрәк, ә бының өсөн йәшлек дәрте лә булыу мөһим. Элегерәк әйткән булһалар, уйланыр инем, хәҙер инде эшлекле йәштәрҙе күтәреүҙе хәстәрләр йәшкә еттем.
Үҙемә лә бер мәл яңы етәксе сәйәсәтенең ҡорбаны булырға тура килде: ул, һис ҡарап тормайынса, элекке белгестәрҙе эштән сығара башланы. Райондың почта етәксеһе булып та эшләп алдым. Үкенмәйем, һәр вазифа кешегә ниндәйҙер һабаҡ бирә.
Әлбиттә, кешеләргә ярҙам итә алмаған осраҡтар ҙа була. Мәҫә­лән, берәү балаһының мәктәптәге имтихандарын ҡуйҙырып биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Был минең ҡулдан килгән эш түгел, мәғариф системаһына тығылырға кәрәк­мәй. Етмәһә, балаһының имтихандарына баһа ҡуйҙыртып алған ата-әсә унан киләсәктә нимә көтә икән? Бындай осраҡта, ярҙам итә алһаң да, итмәүең хәйерлерәк. Беҙ ана шул рәүешле үҙебеҙ балаларҙы боҙабыҙ, аҙаҡ эшләй алмаһа, кеше менән аралаша белмәһә, аптырайбыҙ. Баяғы танышыма яҡшы репетитор табырға ярҙам иттем, балаңды белемле ит, аҙаҡ үҙе лә һиңә рәхмәтле булыр, тинем. Килеште. Аңлаған кеше бар, аңламағаны ла була. Нишләтәһең, тормош бит. Изге­лектәрҙе хәтерләгәндәр бар, хәтерләмәһәләр ҙә аптырамайым, Хоҙай үҙе белә ул.
— Әйткәндәй, Аллаһ Тәғә­ләгә ҡарашығыҙ нисек?
— Юғары көстөң барлығын танымау мөмкин түгел. Кеше нимә­гәлер инанып, ышанып йәшәргә тейеш. Мәсет асыу эштәрендә ҡатнашам, ҡеүәтләп ҡаршыла­йым. Дингә ышанған халыҡтың киләсәге лә өмөтлө. Партияның хатаһы ла, бәлки, шундалыр — ул халыҡ күңеленән Хоҙайҙы юйып ташларға тырышты. Быуаттар буйына халыҡтың рухиә­тенә көс, ҡеүәт биреп килгән инаныстарҙы емереп ташлау дөрөҫ түгел ине.
— Ә Совет осоронда партия ағзаһы инегеҙме?
— Бәхеткә күрәме, әллә үке­нескәме, тигәндәй, миңә партия ағзаһы булырға насип итмәне. Комсомолдың иҫәп карточкалары буйынса район үҙәгенә саҡыр­ғайнылар, берәү ҡәтғи һөйләшеп: “Нимә, партияға инергә йөрөй­һөңмө?” — тигәйне, әлеге лә баяғы йәшлек инде: “Нимәгә кәрәк миңә һеҙҙең партияғыҙ?” — тинем дә, инмәнем дә ҡуйҙым. Долорес ағза булып торҙо, әммә, ҡабат өндәшеп ҡараһалар ҙа, сәмемә тейгәс, ҡабат ул эшкә тығыл­маным. Замандаштары, халҡы мәнфәғәтенә эшләргә теләгән кеше, партияламы, түгелме, барыбер хеҙмәт итәсәк. Бәлки, ул осорҙа партияға инмәй йөрөп үҙем өсөн зыян килтергәнмендер, әммә барыбер шул бер үк эштәрҙе башҡарҙыҡ. Сәйәси яҡтан уҡытыу дәрестәрен алып барҙым, илдең йүнәлеше, яңы һулыш тураһында һөйләнем, бының өсөн миңә ҡайҙалыр ағза булып тороу кәрәк тә түгел ине.
Бер саҡ бесән мәлендә сәйәси дәрес талап итәләр, тикшереү килеп төштө. Ҡатыраҡ һөйләштем ҡунаҡ ханым менән. Ул да аптырап ҡалманы, үҙәккә хәбәр итәсәкмен, тине. Етмәһә, үҙемдең партияла түгеллегемде белгәс, тамам пыр туҙҙы. Әммә колхоздың партия ойошмаһы мине яҡлап сыҡты: “Сәйәси яҡтан унан да яҡшы политинформатор белмәйем, ауылдағы ҡыҙыу эш мәлендә дәрестәр бирелмәй икән, ҡайғырмағыҙ, ул уныһына ла өлгөрөр, халыҡ бесәнһеҙ ҡала бит!” – тип аңлатты теге ханымға. Өлкән йәштәге ағайҙың һүҙе үтте ҡунаҡҡа. Ә бит сәйәси дәрестәр тип ҡоро көндәрҙә бесәнде йыйып алмаһаҡ, малдар ас ҡала тигән һүҙ. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Урындағы хәлдәрҙең торошон шул ерҙәге кешеләр, етәкселәр үҙҙәре яҡшы белә.
Бөгөн дә бит, мода артынан ҡыуғандай, мәсеткә көн дә йөрөүҙе талап итеп, кешене Аллаһ Тәғәлә менән ҡурҡытып йөрөүселәр бар. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Иманың күңелеңдә булырға тейеш. Ҡурҡытыу юлы менән изгелек ҡылып булырына бик шикләнәм.
— Хәтерегеҙ ҡалғаны бармы? Нимә йөрәгегеҙҙе әрнетә ала?
— Ундай хәлдәр һәр кем менән була торғандыр, әммә мин кенә ҡыуа торған кеше түгел. Онотам, теләһәм, теләмәһәм дә, хәтерҙән юйыла. Әммә шундай хәлдәр була: хәтерҙән сыға, ә күңелдән китмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай саҡтарҙа үҙем дә нимә эшләргә белмәйем. Инәйем үҙе балаҫ һуғып ултырғанда гелән әйтә торғайны: “Кеше күңелен рәнйетеүҙән һаҡ булығыҙ!” – тип. Рәнйеп йөрөй торған кеше түгелмен дә бит, юҡ инде, ҡайһы саҡ кешеләрҙең йөрәгеңә үтерлек ҡылығы тынғы бирмәй ҙә ҡуя. Йәш саҡта йөрөгән ҡыҙымдың икенсе егет менән ҡосаҡлашып торғанын ныҡ ауыр кисерҙем, шуны мәңге онотманым. Мин ундай әхлаҡһыҙлыкты, ғөмүмән, аңламайым: һуң, кешегә әйт, аңлат, ә ниңә шундай хыянатҡа тиң ҡылыҡҡа барырға? Хәйер, беҙ кешеләр бит инде, беребеҙ ҙә гонаһтан азат түгел, әммә күңел ҡыйыуҙан һаҡ булырға кәрәк.
— Инәйем балаҫ һуға, тине­геҙ. Тимәк, бына ҡайҙан ярал­ған ул Әлшәйҙә ойошторолған Балаҫ фестивале!
— Эйе, инәйем ғүмер буйы балаҫ һуҡты. Ҡыш сыҡҡансы өсәр, дүртәрҙе әҙерләй торғайны. Фестиваль иһә күргәҙмә рәүешендә генә башланғайны, дөрөҫөн әйткәндә. Дәүләкән, Миәкә райондарында балаҫ һуғыусылар беҙгә ҡарағанда ла күберәк ине, әммә ошо фестиваль ойошторолоп, үҫеш алған осорҙа Әлшәй районының һәр ауылында балаҫ һуғыусылар мәктәбе тергеҙелде. Ҡарт әбейҙәрҙе йәлеп иттек, улар үҙҙәренең оҫталығы менән уртаҡлашты. Бала саҡтан беҙ күреп үҫкән күренеш был. Филологияла уҡығас, халыҡ йолалары, милли байрамдар беҙҙең ҡанға һеңгән инде ул.
Эште ауылдарҙағы хәл-торошто өйрәнеүҙән башланым. Ҡайһы ауыл Советында нисә кеше балаҫ һуға, ғөмүмән, был эш менән шөғөлләнеүселәр бармы икән — шуны ҡараштырып йөрөнөм. Һәр балаҫ һуғыусыны нисә йәштән станок артына ултырғанына, нисә балаҫ һуҡҡанына тиклем беләм бөгөн. Ябай ғына күргәҙмәнән башланған сара хәҙер республика кимәлендә ойошторолған иң сағыу милли байрамдарҙың бере­һенә әйләнде. Киләсәктә балаҫ һуғыусыларҙың эш өлгөләрен һатыуҙы ла ойошторорға була. Кемдер ун мең һумға синтетик ептән туҡылған келәмде ала, ә һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫты 20 меңгә һатып алырға ҡулынан килмәй. Үҙебеҙҙең тауарҙы баһалай ҙа белергә кәрәк. Күпме көс түгелгән ошо боронғо ҡомартҡыны тыуҙырыр өсөн! Тик шуныһы хәүеф уятып ҡуйҙы: башҡорт балаҫы тигән бренд тик башҡорттоҡо булырға тейеш. Беҙҙең биҙәктәрҙе, нағыштарҙы, тамғаларҙы ҡулланып, башҡалар ҙа һуғыу станогы артына ултыр­маҡсы. Ойоштороусы булараҡ, беҙ был хәлде контролгә алырға тип торабыҙ.
Бөгөн ҡырҡлап әбейҙе йыйып, егермеләгән балаҫ һуғыу станогы ҡуйып, ауылдарҙа балаларҙы ошо шөғөлгә йәлеп итеү ниәтендәбеҙ. Ике мәктәптә был эш башланған да инде. Клубтар, мәҙәниәт йорттары буш тора, ана шунда ойошторолорға тейеш был сара. Кисен тамашалар өсөн асылған мәҙәни усаҡтар көндөҙөн дә халыҡты йыя ала. Был беҙҙең эш түгел, тип әйтергә маташыу­сылар ҙа булды. Нисек инде беҙҙеке түгел? Мәҙәниәт хеҙмәт­кәре тәжрибәһен халыҡ ижадына таяныуҙан баш­ла­маһа, артабан ҡайҙан һут алыр­ға уйлай һуң ул эшмәкәрлегендә?! Башта кешене йыйырға, йәлеп итергә, ҡыҙыҡты­рырға кәрәк. Мәҫәлән, Иҙрис мәк­тәбендә тап ошо рәүешле тәүәк­кәлләргә тип торалар. Шунда уларҙың йырлашып, бейешеп тә алыуы ихтимал, сәй эсерҙәр, бер-береһенең хәл-әхүәлен белешеп, балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнерҙәр. Бик матур милли күренеш! Донъя йәме әллә ҡайҙа тау аръяғында түгел бит ул, ә үҙебеҙ йәшәгән ер­ҙә, үҙебеҙҙе уратып алған кешеләр араһында.
Килешеүҙәр төҙөп, балаҫтарҙы һатыу ҙа ойошторорға була. Кемдеңдер 20 мең һум ҡиммәт була тип әйтеүе лә ихтимал, әммә бында балаҫ һуғыу ғына түгел, йөндө әҙерләү процесы ла иҫәпкә алына. Йөн – продукция, ул бит үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Яланда йүгереп йөрөгән һарыҡ йөнөн ҡырҡтырғансы мең ҡат тирең сығыр. Бер-беребеҙҙең эшен хөрмәт итеп, баһалай бе­лергә лә өйрәнергә кәрәк.
Һабантуйҙарға һәр саҡ балаҫ менән биҙәлгән тирмәләр әҙер­ләй­беҙ. Был – үҙе бер матур күре­неш. Ағинәйҙәр менән айырым тирмә ҡорорға тигән ниәтем дә бар. Заманса түгел, боронғо йола­ларға ярашлы биҙәлергә тейеш ул. Һәр төбәк ана шулай үҙ яғы­ның биҙәген күтәрһә, беҙҙең ха­лыҡтың асаһы аҫыл ҡапҡалары күп әле.
— Кешеләрҙең ниндәй сифаты һеҙҙе сығырығыҙҙан сығара ала?
— Беҙҙе данлыҡлы уҡытыусы, тел белгесе Ғәли Ғәлиевич Сәйет­батталов уҡытты. Ул гелән: “Ал­фа­виттың һуңғы өс хәрефе бул­мағыҙ”, – тип әйтә торғайны. Шуның кеүек, мин дә әпкәләй, юха, ялағай кешеләрҙе өнәмәйем.
— Ә ниндәй сифат күңе­легеҙҙе күтәрә?
— Халыҡ мәнфәғәте өсөн ниндәйҙер бәләкәй генә алда­шыуға барһалар ҙа, ғәфү итәм. Йәғни ҙур эш өсөн бәләкәй генә ҡорбандар ҙа булыуы ихтимал.
— Тормош күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып яһаған иң төп һығым­тағыҙ бармы?
— Ниндәй генә хәлдә лә кеше булып ҡалырға кәрәк. Ялҡаулыҡ та, тура һүҙлелек тә бар беҙҙә, әммә дипломатик сифаттар етеш­мәй. Тик ҙур еңеүҙәр хаҡына ҡайһы саҡ баш эйә лә белергә кәрәк бәләкәй ҡаршылыҡтар алдында. Һәр саҡ ҡылыс болғауҙың уңыш килтермәүе ихтимал ғына түгел, бөгөн бөтөнләй ҡылыс һелтәргә ярамай! Ғәҙәттә, ул үҙебеҙҙекеләрҙең башына етә...
— Дуҫлыҡ тигән төшөнсәгә мөнәсәбәтегеҙ нисек?
— Ул бар. Әммә дуҫтар күп булмай. Минең еҙнәм бар ине, уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй торғайны. Бына хәҙер уны бик юҡһынам. Хатта апай әрләй торғайны: “Һин миңә түгел, еҙнәңә киләһең”, – тип. Ысынлап та, беҙ­ҙең бер-беребеҙгә мөнәсә­бәттәр бик йылы булды. Уның кеүек күңелемә яҡын кешене белмәйем дә мин. Ул берәү булды. Вафатына 13 йыл, әммә һаман да күңелдән сыҡмай.
— Һеҙҙеңсә, ерҙә мөхәббәт бармы, Закуан ағай?
— Бар, әлбиттә. Һәр кемдең күңеленең иң тәрән төпкөлдә­рен­дә йөрөткән тәрән хистәре була. Уны хатта яҡын дуҫыңа ла һөй­ләмәүең ихтимал. Әммә ул тойғо һәр саҡ күңелеңде йылытып, йәшәүгә дәрт, көс биреп тора. Ул хаҡта ҡысҡырып һөйләү мот­лаҡ түгел. Мөхәббәт булмаһа, кеше­нең ерҙә йәшәүенең мәғәнә­һе лә булмаҫ ине. Кешеләр бит хатта беренсе мөхәббәтен онотмай. Әгәр ундай тәрән хистәр булмаһа, был хаҡта йөрәктәргә үтеп инерлек әҫәрҙәр ҙә тыумаҫ ине.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад