Ошо көндәрҙә абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәриповтың 75 йәшлек юбилейына арнап “Башҡортостандың мәҙәниәте, археологияһы, этнологияһы һәм тарихы проблемалары” тигән конференция уҙғарылды.
Башҡорт дәүләт университетында үткән сараның тәүге өлөшөндә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Башҡортостан мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, университеттың ректоры Николай Морозкин һәм башҡалар олуғ шәхесте ҡотланы. Марат Ҡолшәриповтың фән өлкәһендәге хеҙмәттәре, башҡорт халҡы, Башҡортостан һәм илебеҙ мәнфәғәтендәге эшмәкәрлеге юғары баһаланды.
Конференция артабан ултырыштар рәүешендә дауам итте. Унда Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй ғалимдары сығыш яһаны. Мордовия, Алтай вәкилдәренән тыш, республикабыҙҙың фән эшмәкәрҙәре, төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә бар ине.
Марат Мәхмүт улы йәш тарихсылар әҙерләүгә күп көс һалған. Уның етәкселегендә 18 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Өс докторҙың ғилми етәксеһе лә. 2008 йылда Марат Ҡолшәрипов “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ҙур хеҙмәттең баш мөхәррире итеп ҡуйылғайны. Был баҫма 2010 – 2013 йылдарҙа 7 томда сыҡты. Ә 2009 йылда ошо һәм башҡа йүнәлештәге эштәре өсөн Марат Мәхмүт улына Салауат Юлаев ордены бирелде.