Илһамға – илһамлы сәм15.04.2016
Илһамға – илһамлы сәм Өзләү буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 34 кеше теләк белдергән. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Тверь, Вологда, Архангел өлкәләренән, Удмурт, Коми, Мордва, Карелия республикаларынан солистар һәм ижади коллективтар (йәмғеһе 200 кеше) бар. Башҡортостан исеменән Илһам Байбулдин сығыш яһаясаҡ.
Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Карелияның Милли мә­ҙәниәттәр һәм халыҡ ижады үҙәге, “Кижи” дәүләт тарихи-архитектура һәм этнография музей-ҡурсаулығы ойошторған сара ике номинацияла уҙғарыла. Июнь айында Кижи утрауында үтәсәк гала-концертта сығыш яһая­саҡ лауреат­тарҙың исем­дәре 24 апрелдә асыҡланырға тейеш.




Вернуться назад