Илдең иң ҙур хазинаһы15.04.2016
Илдең иң ҙур хазинаһы Һәр халыҡтың, һәр илдең иң ҙур хазинаһы быуындан быуынға тупланған алтын күләме йәки һумдар, долларҙар һаны менән түгел, ә китаптары менән билдәләнә. Дәүләттең төп байлығы – атаҡлы банктар түгел, ә атаҡлы китапханалар. Һәр ҡалалағы иң бай йорт – эре-эре банктар түгел, ә ошондағы китапханалар ул.

Банк системаһы бик ауыр көрсөк кисерергә, аҡсалар арзанайырға, хатта бөтөнләй янырға мөмкин. Кешелектең, милләттең иң аҫыл китаптары — ғилми хеҙмәттәрме ул, яҙыусыларҙың әҫәрҙәреме — һәр ваҡыт ҡиммәтле килеш ҡала, кешелектең быуаттар буйына туплаған ҡәҙерле мираҫы булып, быуындан быуынға күсә. Ваҡыт үткән һайын бөйөк китаптарҙың баһаһы һәм хөрмәте артҡандан-арта ғына.
Өфөлә минең өсөн ҡәҙерле биналар күп: уҡыған йортом, эшләгән урындарым, йәшәгән ерҙәрем. Шул иҫтәлекле урындар араһында Башҡортостандағы иң ҙур китаптар тупланмаһы — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханабыҙ — айырыуса ҡәҙерле. Төрлө замандарҙа ул төрлөсә атап йөрөтөлгән, әммә үҙенең төп маҡсатына тоғро ҡалған. Ә был йорттоң изге маҡсаты, мөҡәддәс бурысы — кешеләргә белем өҫтәү, күңел һәм зиһен нуры еткереү.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханабыҙҙың әлеге бинаһы беҙ студент саҡтарҙа эшләй башлағайны. Шул замандан уҡ минең өсөн Өфөләге иң ҡәҙерле йорттарҙың береһенә әйләнде ул. Бында мин бигерәк тә аспирант саҡтарымда йыш йөрөнөм, артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән утыҙ йыл ғүмеремдең байтаҡ сәғәттәрен ошонда үткәрҙем. Бында килгән һайын белемем артты, донъяма яҡтылыҡ өҫтәлде.
Студент сағымдан уҡ ошо китапханала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнаштым. 1961 йылда Ғәлимов Сәләмдең 50 йыллығына арналған осрашыуҙа шағирҙың яҡын ҡәләмдәштәрен тәүге тапҡыр тыңланым, үҙем дә сығыш яһаным.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләгән сағымда беҙ ошонда — республикабыҙҙың төп китапханаһында — бик күп саралар үткәрҙек, әҙиптәрҙең юбилейҙарын билдәләнек. Был боронғо китапханала төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән кешеләр менән һәр ваҡыт бер-беребеҙҙе яҡшы аңланыҡ. Әле лә бергә матур осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Милли китапханабыҙҙа элек хеҙмәт иткән һәм бөгөн бик уңышлы эшләп йөрөгән барлыҡ кешеләргә ихлас рәхмәттәремде еткерәм һәм эштәрендә яңынан-яңы уңыштар теләйем, оло байрам, оло тантана менән ҡотлайым.
Минең өсөн бик ҡәҙерле был китапха­наның киләсәк яҙмышына бәйле бер теләгемде лә әйткем килә. Башҡорт­остандың баш ҡалаһы гүзәл Өфөбөҙ йылдан-йыл матурая, яңынан-яңы бик матур йорттар ҡалҡа. Шулар араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китап­ханабыҙҙың яңы, иркен, мөһабәт бинаһын да күргем килә. Әле ул ҡалабыҙҙың матур, тыныс ерендә урынлашҡан. Заманы өсөн әлеге бина ла һәйбәт булғандыр. Һәр хәлдә, асылған саҡтарында беҙ уға һоҡланып ҡарай торғайныҡ. Ләкин донъя үҙгәрә, тормош алға бара. Рухи хазиналарыбыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, артҡандан-арта. Хәҙер тупланған байлыҡҡа әлеге бинала, әлбиттә, урын тар.
Китапхана — милләттең йөҙө. Ул Башҡортостаныбыҙҙың матур биҙәге генә түгел, ғорурлығы ла, хазинаһы ла, таянысы ла. Уның иркен бинаһы Өфөбөҙҙө йәмләһен, кешеләрҙе үҙенә нығыраҡ әйҙәһен, килгән ҡунаҡтар ошо йортҡа һоҡланып ҡарап торһон ине!
Һүҙемде “Башҡорт йорто, башҡорт китабы” тигән шиғырым менән тамамлайым.


Башҡорт йорто, башҡорт китабы

Алҡымынан золом алғанда ла,
Китаплы йорт ҡотло юл табыр.
Күпме янғындарҙа бергә янған,
Хаҡ яҙмышын бергә һаҡлап ҡалған
Башҡорт йорто, башҡорт китабы.

Йотмаҡ булып йырлы башҡорт йортон,
Быумаҡ булып башҡорт ауылын,
Ябырылмаҫ, тимә, ғәрәсәте,
Йолҡҡоламаҫ, тимә, дауылы.

Ҡара көндәрҙә лә изге китап
Аҡ нур бөрккән халҡым йортона.
Китабының бите йыртылғанда,
Милләттең дә бите йыртыла.

Яуызлыҡтар нәҫел-затыбыҙҙы
Илһеҙ итәм тиһә,
Телһеҙ итер,
Әлифбаһыҙ итер сабыйҙы.
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.

Китабында яңы биттәр артһа,
Башҡорт йорто нығыраҡ яҡтырыр.
Тик шул саҡта ғына
Башҡорт илен
Киләсәге алға саҡырыр.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шиғиры.



Вернуться назад