Тиҙҙән Өфөлә көй яҙыу сәнғәте буйынса республика семинар-практикумы уҙғарыла. Сара мәшһүр башҡорт композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор, композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың халыҡ артисы Нур Дауытов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, доцент Салауат Сәлмәнов – үҙешмәкәр композиторҙарға консультация бирәсәк һәм асыҡ дәрес үткәрәсәк.
Семинар тамамланғас, унда ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла. Сара 22 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының бәләкәй залында (Ленин урамы, 14) башлана. Алдан теркәлеү шарт. Ғаризаларҙы
[email protected] электрон почтаһына (Э.С. Йыһангирова өсөн) йәки (347) 289-65-50 факс номеры аша ебәреүегеҙ һорала.
Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы үткәрә.