Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) Ҡырымға ижади сәфәр ҡылды.
“ЯЛОС-2016” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, ул Ялта ҡалаһында ойошторолған әҙәби кисәләрҙә сығыш яһаны, урындағы яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре,
сәнғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың Ҡырым Республикаһындағы вәкиллеге, урындағы Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселәре, Белорет районы китапханасыларының көньяҡ ярымутрауҙағы дуҫтары –
Кореиз китапханасылары
менән осрашты.Фестиваль сиктәрендә Мар. Сәлимдең “Таврида” серияһында донъя күргән “Камушек с дыркой” китабының исем туйы ла уҙҙы. Юмористың был китабы фестиваль бәйгеһендә беренсе урынды яуланы. Авторға лауреат дипломын халыҡ-ара фестивалдең ойоштороу комитеты рәйесе, Ялта әҙәби-ижтимағи берлеге етәксеһе Джемали Чочуа менән Яҙыусыларҙың һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһе идараһы рәйесе Александр Гриценко тарихи урында – А.П. Чеховтың Ялталағы йорт-музейында тапшырҙы.
Хужалар һәм ҡунаҡтар алдында сығыш яһап, Марсель Сәлимов бөйөк урыҫ яҙыусыһы Антон Чеховтың Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланырға килеүенә 115 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән саралар, республикалағы әҙәби-мәҙәни яңылыҡтар тураһында һөйләне. Ул үҙенең Ялта әҙәби конференцияһындағы доклады баҫылған йыйынтыҡты һәм “Литературный Крым” гәзитен иҫтәлеккә музейға тапшырҙы. Күренекле башҡорт яҙыусыһының автографлы китаптары шулай уҡ Л.С. Делямуре исемендәге Белогорск район үҙәк китапханаһы, А.П. Чехов исемендәге Ялта ҡала үҙәк китапханаһы һәм уның Кореиз филиалы уҡыусылары өсөн дә иҫтәлекле бүләк булды.
Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.