Ҡырҡ-өйлө мең ҡатындары – затлы тоҡом12.04.2016
Башҡортостандың һәр районында йәмәғәт ойошмалары – башҡорт ҡоролтайҙары, ағинәйҙәр хәрәкәте эшләп килә. Дәүләкән районында Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошмаһы үткән йыл барлыҡҡа килеп, үҙҙәренең тәүге йыйынын йәмле Дим буйында ойошторғайны. Быйыл да эш планын йыл барышында уҡ төҙөп, ең һыҙғанып бойомға ашырырға тотондолар.
Беренсе сиратта, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Шишмә, Әлшәй, Дәүләкән ир-егеттәре араһында волейбол буйынса ярыш үткәрҙеләр.
Ә инде Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында үткән “Йәгеҙ әле, килендәр!” бәйгеһе Дим буйы башҡорттарын – Шишмә районының Ябалаҡлы, Дәүләкән районының Дүртөйлө, Ҡаҙанғол, Яңы Яппар, Соколовка ауылдары командаларын – тупланы.
Сараны асып, Көрмәнкәй ауыл биләмәһе етәксеһе Иҙел Арыҫланов барыһын да яҙ байрамы менән ҡотланы, уңыштар теләне. Шишмә районының Ябалаҡлы ауылынан килгән команда исеменән шундағы мәсеттең имам-хатибы Салауат Ҡорбанғәле улы Вәликәев был сараға фатихаһын бирҙе, сәскәләр таратты. Дәүләкән районының Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлниса Нәғимйәнова бындай сараларҙың фәһемлелеге һәм кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте. Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары исеменән уның ҡор башы Филүс Хәлиуллин был ойошманың башланғысы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында бәйән итте. “Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен беҙ күтәрмәһәк, кем күтәрер?!” тигән һүҙҙәре командаларҙы айырыуса рухландырҙы.
Ә бәйге, ысынлап та, йәнле барҙы. Бында Кино йылына ла, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә, аш-һыуҙарыбыҙға ла иғтибар етерлек булды. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә хужабикәләр – Дүртөйлө ауылы килендәре – күтәрелде. Ауылдың иң уңған, иң булдыҡлы биш килененән торған “Гөлнәзирә” командаһы “Бөтәһе – берәү, берәү – бөтәһе өсөн!” тигән девиз менән сығыш яһаны.
Икенсе булып сәхнәгә “Яппар уңғандары” күтәрелде. Был ауылда заманында мөғәллим, данлыҡлы мулла, әүлиә Сафуан Яҡшығолов белем биргән, танылған балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина тыуып үҫкән, шуға ла ырыҫлы ерҙән икәндәрен раҫларға тырышты, һынатманы улар. Ҡаҙанғол ауылының “Бүләк” командаһы: “Йыр-бейеүгә маһирбыҙ, эштә лә һынатмайбыҙ, бөгөн дә бирешмәйбеҙ!” – тип ҡалған бәйгеселәргә сәм генә өҫтәне. Шишмә районының Ябалаҡлы ауылынан килгән ҡунаҡ команда “Йәйғор” исемен алған. Сәхнәлә лә улар, төрлө төҫтәге яулыҡтар бәйләп, “Йәйғор кеүек балҡырға, еңеүҙәрҙе яуларға!” тигән девизды яңғыратты. Соколовка ауылының “Серҙәштәр” командаһы баҫҡыстар буйлап бергә-бергә атлау хаҡында йыр бүләк итте.
Артабан был командаға ғына түгел, башҡаларға ла бәйгенең баҫҡыстарынан үрләргә лә үрләргә әле. Мәҫәлән, икенсе ярышта командалағы бер кеше самауыр ҡайнатыр өсөн Дим буйына барып һыу алып ҡайтырға тейеш ине. Бының өсөн аранан иң етеҙ килендәр һайланды. Көйәнтәләр аҫып, ярты километр араны үтеүе һис тә еңел булмағандыр. Әммә иң беренсе булып тулы биҙрәләре менән Дүртөйлө ауылы килене Шәүрә Йосопова килеп ингәс, ауылдаштары дәррәү ҡул сапты. Был бәйгелә еңелмәйәсәктәренә ышана ине улар, сөнки элек-электән Дим буйы һыуын ҡулланалар. Шулай ҙа һөҙөмтә кемдең самауыры беренсе булып ҡайнауына ҡарап яһалды.
Ул арала һәр команда тамашасыға өйгә бирелгән эшен тәҡдим итте. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән “Самауыр” байрамын Дүртөйлө ауылы күрһәтһә, “Яппар уңғандары” тормош һабағын әкиәткә һалған. Соколовка ауылы килендәре ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сәхнәләштерҙе. Ҡаҙанғол ауылы командаһы үҙҙәре тураһында ҡыҙыҡлы видеотаҫма төшөрөп килтергән. Унан тыш, билдәле йәнһүрәттәргә йәки кинофильмдарға ҡағылған реквизиттарҙы төргәккә төрөп, йомаҡ аша халыҡтан отторҙолар. Ябалаҡлы ауылынан килгән “Йәйғор” командаһы “Кавказ тотҡоно” фильмынан өҙөктө башҡортса күрһәтте.
Иң беренсе “Яппар уңғандары”ның самауыры ҡайнап сыҡты. Улар тәмле ризыҡтарын баһалама ағзаларына тәҡдим итә торҙо. Самауырҙағы эҫе сәй кеүек, бәйге лә ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы.
Бәйгенең бер өлөшө “Реклама”ға арналғайны: ҡул эштәрен кеше һатып алырлыҡ итеп маҡтарға тейештәр. Дүртөйлө ауылының “Гөлнәзирә ”командаһы таҡмаҡтарға таянһа, Шишмә районының “Йәйғор” командаһы реклама ярҙамында бер нисә әйберен һатып та өлгөрҙө.
Аш-һыу бәйгеһендә лә һынатманы сарала ҡатнашыусылар. Бирелгән ваҡыт эсендә баһалама ағзаларына “Мөхәббәт”, “Яҙ ҡояшы”, “Витамин” һәм башҡа төрлө исемле турамалар теҙелде. “Яппар уңғандары” үҙҙәре менән ҡымыҙ бешеү йолаһын алып килгән. Филүс Хәлиуллин үҙе йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, шуға ла ошо хаҡта һөйләп, ҡымыҙ менән һыйланы.
Таҡмаҡ әйтешеү бәйгеһендә еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмағандыр, сөнки һәр команда йырлау менән бергә баҫҡан урынында ут сәсрәтеп бейеп торҙо.
Оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң 1-се урын – Дүртөйлө ауылының “Гөлнәзирә” командаһына, 2-сеһе Шишмә районындағы Ябалаҡлы ауылының “Йәйғор” командаһына бирелде. Ҡалған командаларға дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан иң әүҙем коллектив тип табылған Дүртөйлө һәм Ҡаҙанғол ауылдарының фольклор коллективтары беренсе дәрәжә дипломдар алды.
Байрамды ябып, Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошмаһы исеменән сараның бағыусыһы – “Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Йәмил Арыҫланов – Дим буйы халҡының электән бер-береһенә булған хөрмәте, изге еребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалдырыуҙары хаҡында һөйләне, бүләктәргә ҡушып сәскә таратты, байрам менән ҡотланы. Уның “Заман ауырлыҡтарына баш эймәй, һәр саҡ беҙ берҙәм булырға тейеш!” – тигән һүҙҙәрен хуплап тамашасы дәррәү ҡул сапты. Ҡырҡ-өйлө мең ырыуына ҡараған Шишмә районының Ябалаҡлы ауылы вәкиле Салауат Вәликәев был осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмауы, киләсәктә лә уртаҡ саралар ойоштороласағы хаҡында әйтте.
Сара һыйлы, йолалы, йырлы бер байрамға әүерелеп, уртаҡ табында сәй эсеү менән тамамланды.